Оло Әбеш
Ауыл | |
Оло Әбеш рус. Большеабишево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл ерлеге | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453814 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Оло Әбеш (рус. Большеабишево) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 424 кеше булған[2]. Почта индексы — 453814, ОКАТО коды — 80255805001.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтшин(урамы (рус. Валиди (улица))
- Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))
- Һаҡмар урамы (рус. Сакмара (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[3]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 424 | 216 | 208 | 50,9 | 49,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 66 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 122 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбеш ауылы 1795 йылдағы V ревизия материалдарында билдәләнә. Ул ваҡытта 18 йорт хужалыҡта 97 кеше йәшәгән. 1816 йылда Оло Әбеш ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантоны Әбүбәкер Көсөков командаһы составына инә һәм 22 ихатанан һәм 225 кешенән тора. Әбүбәкер Көсөковтың командаһы составына түбәндәге ауылдар инә: Үтәғол, Сурай, Аҡсура, Әбеш.
1816 йылдағы ревизия материалдарына ярашлы, ауылда 1783 йылда тыуған йорт старшинаһы Әбүбәкер Көсөков, уның улдары — Ҡаһарман, Ҡорманғәле һәм Садиҡ йәшәгән; Әбүбәкерҙең ағаһы һәм ҡустыһы Усман һәм Ғүмәр; 1766 йылда тыуған Исхаҡ Әбешев Әбеш ауылына нигеҙ һалыусының улы; Исхаҡтың улдары: йөҙ башы Йыһанбай Исхаҡов; Йәнсура, Аллағыуат һәм Изге Әбешев; 1769 йылда тыуған указлы мулла Байғазаҡ Әбешев, уның улдары: Мөхәмәт, Әбделкәрим, Мөхәмәтшәриф, Әбдрәхим; 1731 йылда тыуған Ирсай Аладаров, уның улдары: Мөхәмәт, Йыһанбай, Үзбәк, Муллабазарбай, поход старшинаһы Әбүзәр (1787—1859). Ирсайҙың улдары Мөхәмәт, Муллабазарбай һәм Әбүзәр Ирсаев йәки Алдаров түгел, ә Илимбәтов фамилияһы менән яҙып алынған. Үзбәк улдары Үзбәков фамилияһын йөрөткән. Хорунжий Шармөхәмәт Үзбәков Ырымбур һыҙатын һаҡлауҙа хеҙмәт итә, Ҡырғыҙ-ҡайсаҡ походтарында ҡатнаша, Император һарайында ҡымыҙ әҙерләй. 1816 йылдан һуң Әбүбәкер Көсөков, йорт старшинаһы майор Исхаҡ Әбешев, Боҫконовтар, Ильяс Торошев Әбүбәкер (2-се Әбеш) ауылына, Гөбөрлө йылғаһы үҙәненә күсеп килә. 1859 йылда ауылда 38 йорт хужалығында 353 кеше йәшәй.
«Тораҡ урындар исемлеге. Ырымбур губернаһы. 1866.» тигән яҙма бар: Орск өйәҙе, 2-се стан, 734-се Әбеш (Әбүзәр) ауылы, башҡорт, Һаҡмар йылғаһы буйында, Орск ҡалаһынан алып Верхнеурал ҡҡалаһына тиклем иҫке сик трактының уң яғы менән һул почта юлы араһында урынлашҡан. Өйәҙ ҡалаһынан алыҫлығы 109 саҡрым, стан фатирынан 83 саҡрым, ихата һаны 40, халыҡ һаны: ирҙәр — 164, ҡатын-ҡыҙҙар — 163.
1917 йылда ауылда 580 кеше йәшәгән 92 ихата булған[4].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үзбәков Данир Камалетдин улы (1936—15.02.2017), архивсы, дәүләт эшмәкәре. 1982—1994 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Архив идаралығы начальнигы, 1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[5].
- Әбделмәнов Илшат Ғаяз улы (1941—2007) — тау инженеры. Техник фәндәре докторы (1995), профессор (1995).
- Әбүзәр Мөхәмәтов (1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында ҡатнашыусы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Улицы села Большеабишево
- ↑ Абишево
- ↑ В Уфе ушел из жизни бывший начальник Архивного Управления Данир Узбеков. Администрация Хайбуллинского района РБ, официальный сайт. 15 Февраля 2017 года(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оло Әбеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |