Эстәлеккә күсергә

Ван (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ван
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Ankyusner[d], Berkri[d], Garala[d], Хошаб[d], Delicav[d], Арцке[d], Арчеш[d] һәм Gayl[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Төркиә
Бассейн майҙаны 12 500 км²
Период обновления воды 145 йыл[1]
Солёность 23 ‰
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Ван[d] һәм Битлис[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1640 метр
Оҙонлоҡ 120 km
Киңлек 80 km
Вертикаль тәрәнлеге 171 метр
Майҙан 3755 км²
Күләме 607 000 гектометр кубический
Периметр 5764 km
Карта
 Ван Викимилектә

Ван (төрк. Van Gölü, әрм. Վանա լիճ, курд. Gola Wanê, وان كولى‎) — тымыҡ тоҙло күл, хәҙерге Төркиәнең (Көнсығыш Анатолия төбәге) көнсығыш өлөшөндәге Әрмән ҡалҡыулығында урынлашҡан. Ван күле — донъялағы иң ҙур содалы һәм ҙурлығы буйынса дүртенсе урынды биләгән ҡоромай торған тымыҡ күл.

Күл атамалары һәм этимологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урарту дәүеренә тиклем Ван күле ассирийҙарҙа «Наира иле диңгеҙе» (ša Nairi mât tâmtu) тип атала, өҫтәүенә, моғайын, «Наира» һүҙе ассирия телендә «хурриттарҙы» аңлатҡандыр. Вандың урарту телендә нисек аталыуы аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә боронғо грек географтарының айырым телгә алыуҙары буйынса фаразлаһаҡ, урартулар күлде «Арсене» (бор. грек. Αρσηνή, Страбон XI, гл. XIV, 3) тип атаған. Бынан тыш, күп кенә антик авторҙар «Тоспитис» йәки «Топитис» (бор. грек. Θωπι̂τιν, лат. Thospites) атамаһын ҡуллана, ул урартуларҙың баш ҡалаһы Тушпаға барып тоташа. Урта быуат әрмән тарихсыларында был һүҙҙең тамыры «Тоспа» (әрм. Տոսպ) йәки «Тосб» (әрм. Տոսբ, Мовсес Хоренаци III, 35; Фавст Бузанд IV, 55, 58, v, 37) формаһында һаҡланған, уларҙа шулай уҡ был һыу ятҡылығы күл буйында хакимлыҡ иткән Бзнуни һәм Рштуни ырыуҙарының атамалары менән «Бызнуний диңгеҙе» (әрм. Բզնունեաց ծով) һәм «Рштуний диңгеҙе» (әрм. Ռշտունեաց ծով) тип тә йөрөтөлгән.

Хәҙерге «Ван» атамаһы, моғайын, урарту телендәге Биайни һүҙенә барып тоташалыр(ли), был атама йә Урарту дәүләтен, йә уның үҙәк өлөшөн аңлаталыр. Күлдең хәҙерге атамаһы — Ван тораҡ пунктынан, әрмән "ван"дан — «ауыл, тораҡ пункты; кеше йәшәгән урын». Борон шулай уҡ Арджиш, Тиррих, Хилат һәм башҡа исемдәре лә булған[2].

Ван күле борон замандан алып тарихи һәм географик хеҙмәттәрҙә атап үтелә. Антик дәүерҙә географ Страбон Ван күлен түбәндәгесә тасуирлай:

Әрмәнстанда ҙур күлдәр бар. … Арсене шулар иҫәбендә, ул шулай уҡ Тоспитас тип тә атала[3]. Күл һыуында кейемде таҙартҡан һәм яңыртҡан сода бар. Әммә тап ошо сода ҡушымтаһы булғанға күрә, күл һыуы эсергә яраҡлы түгел.


Бынан тыш, Страбон, Эратостафан мәғлүмәттәренә һылтанып, Тигр йылғаһы күлдең уртаһы аша аға (тап шул өлөшөндә күлдең һыуы сөсө), шунан һуң ул ер аҫтына китә һәм бөтөнләй икенсе урындан яңынан өҫкә ҡалҡып аға, тип раҫлай[4].

Ван күленең тирә-яғы инглиз сәйәхәтсеһе төшөргән картала, XIX быуат

Был осорҙа Ван күленән аҡҡан һыуҙың ағып сыҡҡан урынын һәм уның Тигр һәм Евфрат йылғалары бассейндары менән бәйләнешен эҙләү төп географик проблемаларҙың береһе була. Төбәк ҡалҡыулыҡтары картаһы һәм ул осорҙа был ике йылға бассейндары Ван күле ярҙамында тоташҡан булыуы тураһында курдтар араһында йөрөгән имеш-мимештәр нигеҙендә ошондай бәйлелектең булыуы фаразлана. Шул уҡ дәүерҙәге ҡайһы бер белешмә баҫмалары, шул иҫәптән 1875—1889 йылдарҙағы Британия энциклопедияһының туғыҙынсы баҫмаһы ошо мәғлүмәт нигеҙендә: «аборигендар күл һыуы ер аҫты каналдары аша Тигр йылғаһы шишмәләре менән тоташыуы тураһында һөйләй» һәм «ҡалҡыуыраҡ ерҙә урынлашҡан Назик күле Ван күленә лә һәм Евфрат йылғаһына ла үҙ һыуҙарын ебәрә»[5], тип яҙған. Тикшеренеүселәрҙең береһе абруйлы география журналы биттәрендә, Немрут янартауындағы ярыҡтар аша Евфрат менән Ван күле ер аҫтында тоташҡан, тип фаразлай[6]. Британия энциклопедияһының 1910—1911 йылдарҙа баҫылып сыҡҡан тулыландырылған артабанғы баҫмаһы бындай фараздарға сик ҡуя. Артабан шул осорҙа Ван күленең барлыҡҡа килеүе Немрут янартауының уяныуы менән бәйле булыуы раҫлана[7].

Был осорҙа күл төбөнә системалы анализ яһалмай, хатта күл һыуының составы ла тикшерелмәй. Төбәктәге сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа бәйле, XX быуаттың һикһәненсе йылдарына тиклем күлдә бер ниндәй ҙә тикшеренеү эштәре үткәрелмәй. Шунлыҡтан ХХ быуаттағы күп кенә географик эштәр һәм белешмә китаптарҙа (Ҙур совет энциклопедияһының һуңғы баҫмаһын да индереп) күл тәрәнлеген, күләмен билдәләгәндә етди хаталарға юл ҡуйыла. Мәҫәлән, күлдең уртаса тәрәнлеге 6 метрҙан 40 метрға тиклем тип күрһәтелә, аҙаҡ күлдең иң тәрән урыны 161,2 метрға етеүе асыҡлана.

Күлдең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ван күле тектоник сығышлы соҡорҙоң көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан һәм бер нисә тау системаһы менән уратып алынған: көньяҡтан Көнсығыш Тавр, көнсығыштан Курдтар тауы һәм төньяҡ-көнсығыштан Аладаглар һырты. Соҡорҙоң көнбайышында һәм төньяҡ-көнбайышында бер нисә вулкан, шул иҫәптән Сюпхан һәм Немрут стратовулкандары урынлашҡан. 200 мең самаһы йыл элек, урта плейстоцен дәүерендә Немрут вулканының атылыуы 60 километрҙан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған лава ағымын барлыҡҡа килтерә, ул Ван соҡоронан яҡындағы Морат йылғаһы бассейнына ҡараған Мушский соҡорона аҡҡан һыу ағымын ҡаплай, һәм ошо хәл һөҙөмтәһендә күл хасил була. Шулай итеп, Ван күле тауҙар менән уратып алынған иң тәрән һәм иң ҙур соҡорҙо биләй. Шундай ихтималлыҡ бар: бер аҙ ваҡыт үткәс, Ботан-Чайи (Тигрҙың ҡушылдығы) йылғаһы ҡушылдыҡтарының һыуҙары, Көнсығыш Тавр тауында тупраҡ эрозияһын булдырып, күл һыуын Тигр йылғаһы бассейнына ағыҙыу юлын барлыҡҡа килтерер, һәм Ван күле бәләкәсәйер йәки бөтөнләй ҡорор.

Күл күренештәре
Вид на южный берег и горы Восточного Тавра. Вид с острова Ахтамар. Вид на северный берег озера. Южный берег озера.

Ван күле 3574 км² майҙанды биләй, ул Төркиәләге иң ҙур күл, майҙаны буйынса Яҡын Көнсығышта, Урмий күленән ҡала, икенсе урында тора. Урындағы халыҡ Ван күлен «диңгеҙ» тип йөрөтә. Ул диңгеҙ кимәленән 1648 м бейеклектә урынлашҡан[8], бер аҙ өсмөйөштө хәтерләткән дөрөҫ булмаған формала. Иң киң өлөшөндә киңлеге 119 километр тәшкил итә. Күл бик тар боғаҙ менән ҙур һәм бик үк тәрән булмаған төньяҡ өлөшкә һәм ҙур көньяҡ өлөшкә бүленә, унда күлдең тәрәнлеге 451 метрға етә. Ван күленең уртаса тәрәнлеге — 161,2 метр, һыуҙың дөйөм күләме 576 км³. Күлдең ярҙары, башлыса, текә. Ван күлендә, айырыуса ярға яҡын урында бик күп бәләкәй утрауҙар урынлашҡан, дүрт эре утрауы бар: Гадир (Лим), Чарпанак, Ахтамар һәм Атрек. Гадир (Лим) — иң ҙур утрау, күлдең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Чарпанак көнсығыш ярында ята, ә Ахтамар менән Атрек бер-береһенән алыҫ түгел һәм күлдең көньяҡ ярында урынлашҡан. Ван күленән алыҫ түгел Назик (төньяҡ-көнбайышта, диңгеҙ кимәленән 1870 метр бейеклектә), Эрчек (көнсығышта, диңгеҙ кимәленән 1890 м бейеклектә) һәм Арин (төньяҡта) күлдәре урынлашҡан.

Вид на күл Ван из космоса
Снимок NASA, сентябрь 1996 г.
Немрут-Даг (вулкан)СюпханКүл НазикКүл ЭрчекАрин (күл)Адир (утрау)Атрек (утрау)АхтамарИчери-ЧарпанакВосточный ТаврКурдские горыАладагларВан (город)
Цифрами обозначены:
  1. Немрут-Даг стратовулканы, высотой 2948 м. На фотографии видно небольшое күл, образовавшееся внутри восьмикилометрового кратера вулкана, и шестидесятикилометровый поток лавы, вытекавший строго на север (вверх по фотографии), который и привёл к образованию озера Ван.
  2. Стратовулкан Сюпхан, высотой 4058 м.
  3. күл Назик, на высоте 1876 м над уровнем моря.
  4. күл Эрчек, на высоте 1890 м над уровнем моря.
  5. күл Арын.
  6. утрау Лим (Адир), на утрауе остатки армянского монастыря XVI века.
  7. утрау Артер (Куш), на утрауе сохранилась армянская часовня.
  8. утрау Ахтамар. На утрауе сохранилась армянская церковь Святого Креста (әрм. Սուրբ Խաչ), построенная в начале X века н. э.
  9. утрау Ичери-Чарпанак.

Күлдең тулыланыуы һәм һыу кимәле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта күлгә ҙур булмаған дүрт йылға ҡоя: төньяҡтанБендимахи һәм Зейлан-Дереси, көнсығыштан Карашу һәм Мичингер, шулай уҡ яҙын яҡын-тирәләге тауҙарҙан ҡар һыуҙары ағып төшә. Был дүрт йылғаның иң ҙуры Зейлан-Дереси (Зейлан), Аладаглар тауҙарынан башлана. Карашу йылғаһында һыуһаҡлағыс төҙөлгән.

Бынан тыш, Ван күлендә эре, бәлки цикл-цикл булыптыр, һыу кимәлендә тирбәлештәр күҙәтелә, мәҫәлән, XX быуаттың 90-сы йылдарында һыу кимәле көтмәгәндә 2,6 метрға күтәрелә һәм ауыл хужалығы культураларының ҙур майҙандарын баҫа. 2000 йылға күл һыуы бер аҙ кәмей. Күлде тәүләп тикшеренеүселәрҙең иғтибарын ярҙарының киртләс булыуы йәлеп итә, был факт элек күлдәге һыу кимәленең 55 метрға юғарыраҡ булыуы тураһында һөйләй. Артабанғы тикшереүҙәр һуңғы боҙланыу уртаһында, 18 мең йыл самаһы элек, күлдәге һыу кимәле хәҙергенән 72 метрҙан юғарыраҡ булыуын раҫлай[9]. 1990 йылда Ван күлендә халыҡ-ара тикшеренеү экспедицияһы эшләй. Тикшереү өсөн үткәрелгән быраулау эштәре көтөлмәгән фактты асыҡлай: 17 мең йыл элек Ван күле, тоҙло һыулы ваҡ күләүектәргә тарҡалып, ҡороған тиерлек, ә һуңынан яңынан тула[10]. Тикшеренеүселәр был ваҡиғаны климат үҙгәреүе менән бәйләй. Шулай уҡ тикшеренеүселәр 15-18 мең йыл элек Ван күле менән булған хәл һәм әлеге ваҡытта Үле диңгеҙендәге хәҙерге күренештәр араһында оҡшашлыҡ булыуын билдәләй[11].

Изменение уровня воды в озере Ван

По данным глубоководного бурения 1990 года
Справа: График изменений уровня воды в озере Ван за последние 20 тысяч лет. Около 17—18 тысяч лет уровень воды в озере упал на 450 метров, и озеро практически пересохло. График сделан по данным группы немецких учёных.

Внизу: График изменений уровня воды в озере Ван в период с 1944 по 1994 годы. Колебания уровня воды в этот период происходили в 4-метровом коридоре. График сделан по данным группы учёных, принимавших участие в экспедиции 1990 года.

Ҡырыҫ континенталь климаты менән айырылып торған Әрмән ҡалҡыулығы Ван күле буйында урынлашҡан. Әрмән ҡапҡыулығының үҙәгендә уртаса температура июлдә +22 градустан +25 °C градус, ғинуарҙа −12 градустан −16 градус тәшкил итә. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә ҡалҡыулыҡ уртаһында температура — 45 °C градусҡа етә. Ван күле янында климат йомшағыраҡ, шуға күрә күл буйында урынлашҡан Ван ҡалаһында уртаса температура июлдә — +22,5 °C, ғинуарҙа −3,5° C. Ван күле бассейнында уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 400 мм-ҙан 700 миллиметрға тиклем була. Яр буйындағы ерҙәр диңгеҙ кимәленән 1700 метр бейеклектә урынлашыуҙарына ҡарамаҫтан, йомшаҡ климат һәм һуғарыу ситемаһының булыуы мул уңыш үҫтереү мөмкинлекген бирә. Бында зәйтүн ағасы, алма, персик, гранаттар һәм башҡа баҡса культуралары үҫтерелә.м

Ван күлендә һыуҙың тоҙлолоғо-22 ‰ тәшкил итә, был диңгеҙ һыуынан тоҙһоҙораҡ, әммә күлдең көньяҡ өлөшөндә 100 метр тәрәнлектә һыуҙың тоҙлолоғо 67 процентҡа етә[12].

Ван күле һыуында кальция карбонаты (CaCO3) ла бар. Кальций миҡдары 4 мг/л тирәһе.

Немец экспедицияһының мәғлүмәттәре буйынса Ван күле һыуының составы 1995 йыл)
Содержание щелочей мэкв/л Cl<sup id="mwAQ0">−</sup> мэкв/л SO<sub id="mwARA">4</sub><sup id="mwARE">2−</sup> мэкв/л Na<sup id="mwARQ">+</sup> мэкв/л Mg<sup id="mwARc">2+</sup> мэкв/л Ca2+ мэкв/л pH
На глубине 3 м 151,2 160,2 48,86 337,9 8,870 0,210 9,74
На глубине 440 м 155,8 166,5 50,9 347,5 9,072 0,174 9,69
Морская вода у поверхности (для сравнения) 2,33 546 56,6 468 106,2 20,6 8,24

Ван күле янында кеше эҙҙәре тураһындағы мәғлүмәт палеолит заманына барып тоташа. Ошо ерҙә йәшәгәндәрҙең неолит дәүерендә үк металл иретеү менән шөғөлләнеүе билдәле[13][14]. Ван күле янында барлыҡҡа килгән тәүге дәүләт Урарту булғандыр, күрәһең (беҙҙең эраға тиклем XI быуаттан VI быуатҡа тиклем). Хәҙерге Ван ҡалаһы урынында Урартуның баш ҡалаһы Тушпа урынлашҡан була. Беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта Тушпа ҡалаһын сөсө һыу менән тәьмин итеү өсөн Урарту хакимы Менуа 70 километр оҙонлоғондағы каналды төҙөтә, һәм ул әле лә бар. Беҙҙең эраға тиклем VII быуатта, Урарту ассирийҙарҙан еңелгәндән һуң, Урарту бөлгөнлөккә төшә һәм беҙҙең эраға тиклем VI быуатта юҡҡа сыға. Күл янында Урарту батшалары Сардури I, Ишпуини, Менуа, Аргишти Беренсенең исемдәре яҙылған һарай ҡалдыҡтары беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Урартуға алмашҡа боронғо әрмән дәүләттәре килә, «өс диңгеҙ иле» (Ван күле, Урмий күле һәмСеван күле) Бөйөк Әрмәнстан шул дәүләттәрҙең береһе. Күлдең ярҙарында һәм уның утрауҙарында әрмән ғибәҙәтханалары һәм фортификацион архитектура ҡомартҡылары беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Иң билдәлеһе — беҙҙең эраның Х быуатында Ахтамар утрауында төҙөлгән Изге Тәре сиркәүе [736 сығанағы көн күрһәтелмәгән] (әрм. Սուրբ Խաչ). Күлдең төньяҡ-көнбайыш ярынан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан Хацик (Хацекац) ауылында 361 йылда грузин һәм албан алфавиттарына нигеҙ һалған Месроп Маштоц тыуа.

Ван күле янында һаҡланып ҡалған архитектура ҡомартҡылары
Хараба урарту ҡәлғәһе, моғайын төҙөгән саҡта I Сардурь Урарту нығытыу өсөн баш ҡала Тушпа, ix быуат беҙҙең эраға тиклем э. Әрмән Изге Тәре сиркәүе (әрм. Սուրբխաչ), утрауҙа төҙөлгән Ахтамар буйынса 915 менән 921 йылда әрмән феодал Гагик Арцруни фундамент өҫтөндә төҙөлгән боронғо урарту.

Артабанғы тарихи дәүерҙәрҙә Әрмәнстан ваҡыт-ваҡыт үҙаллылыҡ ала, ә ваҡыты менән Парфия һәм Рим империяһы хакимлығы аҫтында була. XIX быуатта Ғосман империяһы составына инә. Беренсе донъя һуғышынан һуң Ғосман империяһы тарҡала башлай, власҡа килгән йәш төрөк хөкүмәте 1915—1918 йылдарҙа төбәктән әрмәндәрҙе өлөшләтә ҡыуып сығара, бер өлөшөн юҡҡа сығара (ҡара: Әрмәндәр геноциды). Әлеге ваҡытта Ван күле буйында, башлыса, курдтар, төрөк хөкүмәте саҡырыуы буйынса Афғанстандан күсеп килгән ҡырғыҙҙар йәшәй[15].

Дөйөм алғанда төбәктең тарихы күп һанлы күсенеүҙәр һәм яулап алыуҙарға бай, шуға ла күп кенә тарихи аспекттар буйынса бәхәстәр тынмай. Бынан тыш, һуңғы генетик тикшереүҙәр буйынса курдтар, төрөктәр менән әрмәндәр генетик яҡтан бер-береһенә бик яҡын[16].

Армянский монастырь Нарекаванк[en], у южного берега озера Ван (снесен в 1951 году) Хачкары у берегов озера Ван Армянский монастырь Святого Иоанна на острове Чарпанак Развалины армянского монастыря Святого Георгия на острове Гадир (Лим)
Ван күлендәге паром

Ван күле төбәгендә сәнәғәт үҫешмәгән, бынан тыш илдең башҡа транспорт селтәре менән бәйләнеше насар. Яҡындағы райондар халҡы, нигеҙҙә, игенселек һәм мал аҫрау менән, ә яр буйында йәшәүселәр баҡсасылыҡ, балыҡ тотоу һәм тоҙ ҡайнатыу менән шөғөлләнә.

Күлдә тимер юл линияһы һалынған паром бар, ул Төркиәнең тимер юл селтәрен Ван ҡалаһы һәм артабан Иран менән тоташтыра. Ван паромы даими йөрөй, күлдең көньяҡ ярында бәләкәй генә булһа судлверфь бар.

  1. http://wldb.ilec.or.jp/Details/Lake/ASI-251
  2. Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь: Свыше 5000 единиц / Отв. ред. Р. А. Агеева. — М.: «Русские словари», 1998. — С. 160. — 372 с. — ISBN 5-89216-029-7.
  3. Страбондың географияһы беҙҙең эраның яҡынса 7 йылында тамамлана. Элек Урарту биләгән районды был мәлдә Бөйөк Әрмәнстан иленеке була. «Арсене» атамаһы(бор. грек. Αρσηνή), күрәһең, Ван күленең урартуса исемелер, ә «Тоспитас» атамаһы (бор. грек. Θωπι̂τιν) Урарту дәүләтенең Ван күле буйында урынлашҡан баш ҡалаһы Тушпаның исеме. См. Ҡалып:Книга:Пиотровский: Ванское царство
  4. Страбон. География XVI 1, 21
  5. Élisée Reclus. South-Western Asia // The Earth and its inhabitants, Vol. IV, New York, 1891 (Электронная версия)
  6. Ainsworth W. F. The sources of the Euphrates // The Geographical Journal, Royal Geographical Society, London, Vol. VI, 1895
  7. Geographical Notes // Nature № 48, July 1893
  8. Это и другие физиографические данные по озеру Ван даны по указанным современным работам 1991—2006 годов. (В течение длительного периода, с тридцатых годов по девяностые годы XX века, исследования озера Ван активно не велись, в частности, из-за политической нестабильности в регионе. В девяностые годы исследования возобновились, и параметры озера, особенно его глубины, были серьёзно скорректированы. Вместе с тем, многие справочники и энциклопедии до сих пор содержат устаревшие данные об озере.)
  9. Degens E. T., Wong H. K., Kempe S., Kurtman F. A Geological Study of Lake Van, Eastern Turkey // Geologische Rundschau, № 73, 1984
  10. Landmann G., Reimer A., Lemcke G., Kempe S. Dating Late Glacial abrupt climate changes in the 14570 year long continuous varve record of Lake Van, Turkey // Palaeogeography Palaeoclimatology Palaeoecology, № 122, 1996
  11. Warren J. K. Evaporites: Sediments, Resources and Hydrocarbons, Springer, 2006 ISBN 3-540-26011-0
  12. Hammer U. T. Saline lake ecosystems of the world, Dr. W. Junk Publishers, Dordrecht — Boston, 1986 ISBN 90-6193-535-0
  13. Геворкян А. Ц. Из истории древнейшей металлургии Армянского нагорья, Изд. АН Армянской ССР, Ереван, 1980
  14. Cambel H. Braidwood R. An Early Farming Village in Turkey // Scientific American № 3, 1970
  15. Кыргызы турецкой провинции Ван: от чужбины до чужбины
  16. Arnaiz-Villena A., Gomez-Casado E., Martinez-Laso J. Population genetic Relationships Between Mediterranean Populations Determined by HLA Distribution and a Historic Perspective, Tissue Antigens, № 60, 2002
  • Матвеев С. Н. Турция (Азиатская часть — Анатолия). Физико-географическое описание. — М. — Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1946.
  • Даркот, Бесим. География Турции. Издательство иностранной литературы, Москва, 1959
  • Hammer U. T. Saline lake ecosystems of the world, Dr. W. Junk Publishers, Dordrecht — Boston, 1986 ISBN 90-6193-535-0
  • Warren J. K. Evaporites: Sediments, Resources and Hydrocarbons, Springer, 2006 ISBN 3-540-26011-0
  • Церкви и монастыри Западной Армении — район Вана (неопр.). WesternArmenia.
  • Lake Van (англ.). Архивировано 18 августа 2011 года.
  • Фотоархив, посвящённый озеру (неопр.). Архивировано 18 августа 2011 года.