Вильгельм Конрад Рентген
Вильгельм Конрад Рентген (рус. Рентген [инг’р’эй]; нем. Wilhelm Conrad Röntgen; 27 март 1845 йыл, Леннеп — 10 февраль 1923 йыл, Мюнхен) — Вюрцбург университетында эшләгән немец физигы. 1875 йылдан ул Хоэнхаймда профессор, 1876 йылдан — Страсбургта физика профессоры, 1879 йылдан — Гиссенда, 1885 йылдан — Вюрцбургта, 1899 йылдан Мюнхенда эшләй. 1895 йылдың ноябрендә рентген нурланышын асҡан өсөн тарихта тәүге физика буйынса 1901 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вильгельм Конрад Рентген 1845 йылдың 27 мартында Дюссельдорф янында, Леннепта (хәҙер Ремшайд округтарының береһе) тыуа, һәм ғаиләлә берҙән-бер бала була. Атаһы, Фридрих Рёнтген — сауҙагәрҙәр һәм кейем етештереүсе. Әсәһе, Шарлотта Констанца (3ы7 са4ында Фровейн), Амстердамдан була. 1848 йылдың мартында ғаилә Апелдорнға (Нидерланд) күсенә. Вильгельм башланғыс белемде Мартинус фон Дорндың шәхси мәктәбендә ала. 1861 йылдан ул Утрехт Техник мәктәбенә уҡырға йөрөй, әммә 1863 йылда уҡытыусыларҙың береһенә төшөргән карикатураһын бирергә теләмәгәнлектән, уны мәктәптән ҡыуып сығаралар.
Уҡыу йортоноң ҡағиҙәләре буйынса был университетың студенты була алмауына ҡарамаҫтан, 1865 йылда Рентген Утрехт университетына уҡырға инергә тырышып ҡарай. Артабан ул Цюрихтың Федераль политехник институтына имтихан тапшыра һәм механик инженерия бүлеге студенты булып китә, шунан һуң 1869 йылда был уҡыу йортон философия докторы дәрәжәһендә тамамлай.
Әммә үҙенең физика менән нығыраҡ ҡыҙыҡһыныуын аңлап, Рентген университетҡа уҡырға күсергә ҡарар итә. Диссертацияһын уңышлы яҡлағандан һуң ул Цюрихта физика кафедраһында ассистент булып эшләй башлай, унан һуң Гиссенда эшен дауам итә. 1871 йылдан алып 1873 йылға тиклем Вильгельм Вюрцбург университетында эшләй, ә һуңынан, 1874 йылда, профессор Август Адольф Кундт менән бергә Страсбург университетына күсә, унда биш йыл буйы (1876 йылға тиклем) лектор, артабан — 1876 йылдан алып профессор булып эшләй. 1875 йылда Вильгельм Каннингемда (Виттенберг) Ауыл Хужалығы академияһы профессоры була.
1879 йылда ул Гиссен университетының физика кафедраһында эшләй башлай, һуңынан уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
1888 йылда Рентген Вюрцбург университетының физика кафедраһын етәкләй, һуңғараҡ, 1894 йылда, ул был университеттың ректоры итеп һайлана.
1900 йылда Рентген Мюнхен университетының физика кафедраһы етәксеһе була — был уның һуңғы эш урыны буласаҡ. Һуңыраҡ, ҡағиҙә буйынса ҡаралған йәшкә еткәс, ул кафедраһын Вильгельм Винға тапшыра, әммә ғүмеренең аҙағынаса эшләүен дауам итә.
Вильгельм Рентгендың АҠШ-та туғандары була, бер мәл ул хатта унда күсенергә лә ниәтләй. Уны Нью-Йоркҡа Колумбия университетына эшкә саҡыралар, ләкин ул Мюнхен ҡалаһында ҡала һәм карьераһын дауам итә.
1923 йылда 10 февралендә рак сиренән вафат була һәм Гиссендаерләнә.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рентген кристалдарҙың пьезоэлектрик һәм пироэлектрик үҙенсәлектәрен тикшереү менән шөғөлләнә, кристалдарҙа электр һәм оптик күренештәрҙең үҙ-ара бәйлелеген таба, Хендрик Лоренцтың электрон теорияһының нигеҙҙәренең береһе булып торған магнитизм буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә.
Нурҙарҙы асыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вильгельм Рентген үҙ эшенә ныҡ бирелгән кеше була, Вюрцбург университетының физика институты етәксе булыуына ҡарамҫтан, ул бик оҙаҡ лабораторияла эшләргә ярата.
Уның төп асышын — икс-нурланышты — ул 50 йәштә сағында яһай.
1895 йылдың 8 ноябре, йома кисе, ғалимдың ассистенттары өйҙәренә таралышҡан, ә Рентген лабораторияла эшләүен дауам итә. Ул тағы бер ҡат бөтә яғы ҡара төҫтәге ҡаты картон менән көпләнгән катод көпшәһенә ток бирә. Шул мәл бер яҡ ситтәрәк урынлашҡан һәм платиноцианистик барий кристалдары һибелгән ҡағыҙ экран йәшкелт төҫ менән йылтырап күренә башлай. Ғалим токты һүндергәс, кристалдарҙың йылтырауы туҡтай. Ҡабатлап катод көпшәһенә көсөргәнеш бирелә һәм бер ниндәй прибор менән дә бәйле булмаған кристалдарҙың йылтырауы ҡабатлана.
Артабанғы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә ғалим, көпшәнән билдәһеҙ нурланыш тарала, тигән һығымтаға килә, һуңынан ул уны икс-нурҙары тип атай. Рентген эксперименттары катод нурҙарының катод көпшәһе эсендәге кәртәгә барып тейгән урында икс-нурҙар хасил булыуын күрһәтә. Ғалим махсус конструкциялағы көпшә яһай — антикатод күренеше буйынса йәйеңке була, ул икс-нурҙар ағымын интенсив рәүештә үткәрергә тейеш була. Ошо көпшәләр (һуңынан ул рентген көпшәһе тип атала) ярҙамында ғалим, бер нисә аҙна эсендә элек билдәле булмаған нурланышты өйрәнеп, уның төп үҙенсәлектәрен һүрәтләп бирә. Был нурланыш рентген нурҙары тип атала.
Икс-нурланыштың үтәнән-үтә күренмәгән күп кенә материалдар аша үтеүе лә беленә; шул уҡ ваҡытта ул ҡаҡлығып сағылмай һәм һынмай. Тикшерелгән нурҙарға ҡарата матдәләрҙең үтә күренмәле булыуы материалдың ҡалынғына ғына түгел, ә уның составына лә бәйле була. Рентген нурланышы әйләнә тирәһендәге һауаны ионлаштыра. Ул ҡайһы бер материалдарҙы флюоресценциялау сифатына эйә (платиноцианистый барийҙан башҡа, Рентген был үҙенсәлектәрҙе кальцитта, ябай һәм уран быялаһында таш тоҙонда һ. б. таба). Ул катод нурҙарына ҡарағанда күпкә тәрәнерәк үтеү һәләтенә эйә, һәм уларҙан айырмалы рәүештә, магнит ҡырынан тайпылмай. Шулай уҡ Рентген күҙҙәрҙең нурланышҡа реакцияһының юҡлығын билдәләй; 22 декабрҙә ул рентген нурланышы ярҙамында тәүге һүрәттәрҙе эшләүгә өлгәшә[14]. Рентгендың ҡатыны Герта Анна Людвиг иренә ярҙам итә, уның ҡул суғы ғилми тикшеренеү объектына әйләнә. Һүрәттә ҡул суғының һөйәктәре, йомшаҡ туҡымалары һәм бармағындағы балдағы асыҡ күренә.
Немец ғалимының асышы фәндең бик ныҡ үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Рентген нурҙарын ҡулланып үткәрелгән эксперименттар һәм тикшеренеүҙәр матдәлрҙең төҙөлөшө тураһында яңы мәғлүмәт алырға ярҙам итә, шул уҡ ваҡытта ул классик физиканың ҡайһы бер положениеларын ҡайтанан ҡарарға мәжбүр итә. Рентген нурҙары менән бәйле тикшеренеүҙәр тиҙҙән радиоактивлыҡтыасыуға килтерә: А. Беккерель, М. һәм П. Кюри. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында рентген көпшәләре медицинала һәм техника өлкәһендә ҡулланылыш таба.
1919 йылға рентген көпшәләре киң тарала һәм күп илдәрҙәҡулланыла. Был асышҡа бәйле фән һәм техникала яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә — рентгенология, рентгенодиагностика, рентгенометрия, рентгеноструктура анализы һ. б.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1872 йылда Рентген пансион хужаһының ҡыҙы Анна Берта Людвиг менән никахҡа инә. Анна ул мәлдә Цюрих ҡалаһында Федераль технологиялар институтында уҡыған була. Үҙ балалары булмай, улар 1881 йылда Аннаның ҡустыһы Ганс-Людвигтың ҡыҙы алты йәшлек Жозефина Берта Людвигты ҡыҙлыҡҡа алып тәрбиәләй. Ҡатыны 1919 йылда вафат була, ул мәлдә ғалимға 74 йәш була. Беренсе донъя һуғышы тамамланыуға ғалим япа-яңғыҙ ҡала.
Наградалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рентген бик ғәҙел һәм баҫалҡы кеше була. Баварияның принц-регенты фәндәге юғары ҡаҙаныштары өсөн ғалимды орден менән бүләкләй, был орден дворян титулын алыу хоҡуғын бирә. Әммә Рентген, дворян дәрәжәһенә дәғүә итеү мөмкин түгел, тип иҫәпләй. 1901 йылда уға Физика буйынса беренсе Нобель премияһы бирелә, ләкин ул, эштән бушай алмауына һылтанып, барып алыуҙан баш тарта. Премия почта аша ебәрелә. Беренсе донъя һуғышы мәлендә Германия хөкүмәте халыҡҡа дәүләткә аҡсалата һәм ҡиммәтле әйберҙәр менән ярҙам итеүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итә. Вильгельм Рентген үҙенең йыйылған бөтә аҡсаһын, шул иҫәптән Нобель премияһын да дәүләткә тапшыра.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вильгельм Рентгенға ҡуйылған тәүге һәйкәлдәрҙең береһе 1920 йылдың 29 ғинуарында Петроградта (ваҡытлыса эшләнгән бюсты цементтан эшләнгән була, ә бына бронза бюсты 1928 йылдың 17 февралендә асыла)[15] Үҙәк рентген-радиология ғилми-тикшеренеү институты бинаһы алдына ҡуйыла. Әлеге ваҡытта был бинала Санкт-Петербург академик И. П. Павлов исемендәге дәүләт медицина университетының рентгенология кафедраһы урынлашҡан.
1923 йылда, Вильгельм Рентген вафатынан һуң, уның исемеПетроградтың бер урамына бирелә.
Ғалим хөрмәтенә рентген (1928 й.) нурланышы фотон ионлаштырыуы экспозиция дозаһының системанан тыш берәмеге һәм яһалма химик элемент рентгений тип аталған, тәртип һаны 111 (2004 г.).
1964 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың артҡы яғындағы кратерына Вильгельм Рентген исемен бирә
Донъяның бик күп телдәрендә (мәҫәлән, урыҫ, немец, голланд, фин, дания, венгрия, сербия…) Рентген асҡан нурланыш рентген тип атала. Был нурланышты ҡулланыу менән бәйле ғилми дисциплиналар һәм ысулдар шулай уҡ Рентген исеменән килеп сыҡҡан: рентгенология, рентген астрономияһы, рентгенография, рентген-дифракция анализы һәм башҡалар.
Фәнни эше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рентген В. К. О новом роде лучей. — Москва - Ленинград: Государственное технико-теоретическое издательство, 1933. — 115 с.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рентгенология
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Deutsche Nationalbibliothek Record #118745743 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Wilhelm Konrad Röntgen // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Wilhelm Conrad Rontgen // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 https://www.accademiadellescienze.it/accademia/soci/wilhelm-conrad-rontgen (итал.)
- ↑ 5,0 5,1 Рентген Вильгельм Конрад // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ https://www.library.ethz.ch/Ressourcen/Digitale-Bibliothek/Kurzportraets/Wilhelm-Conrad-Roentgen-1845-1923
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ 11,0 11,1 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ RKDartists (нидерл.)
- ↑ http://archivdatenbank-online.ethz.ch/hsa/#/content/c06fed4fc84840b7a7e739e910bb6331
- ↑ Otto Glasser. Wilhelm Conrad Röntgen and the Early History of the Roentgen Rays. — Norman Publishing, 1993. — 494 с. — ISBN 0930405226.
- ↑ Энциклопедия Санкт-Петербурга 2017 йыл 29 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аксёнова М. Д. Мир современной техники // Энциклопедия для детей. Техника. — М.: Аванта+, 1999. — Т. 14. — С. 688. — ISBN 5-8483-0011-9.
- Вильгельм Рентген // Лауреаты Нобелевской премии: Энциклопедия / Пер. с англ. — М.: Прогресс, 1992.
- Зеленин К. Н. Рентген Вильгельм Конрад // Кругосвет.
- Рентген, Вильгельм Конрад // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) т. XXVIa, с. 589—590
- Храмов Ю. А. Рентген Вильгельм Конрад (Röntgen Wilhelm Conrad) // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 232. — 400 с. — 200 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья «Вильгельм Конрад Рентген — достопримечательности Гамбургa» 2022 йыл 8 февраль архивланған.
Ҡалып:Нобелевская премия 1901 Ҡалып:Нобелевская премия по физике 1901—1925
- 27 мартта тыуғандар
- 1845 йылда тыуғандар
- 10 февралдә вафат булғандар
- 1923 йылда вафат булғандар
- Мюнхендә вафат булғандар
- Цюрих университетын тамамлаусылар
- Физика буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Румфорд миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Маттеуччи миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ғалимдар хөрмәтенә аталған физик үлсәү берәмектәре
- Пруссия фәндәр академияһы ағзалары
- Бавария ФА ағзалары
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Фән докторҙары
- Цюрих университеты уҡытыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр