Галиция-Волынь кенәзлеге
Галиция-Волынь кенәзлеге | |||
укр. Галицько-Волинське князівство | |||
| |||
Баш ҡала | |||
---|---|---|---|
Телдәр |
Боронғо рус теле | ||
Дин |
православие | ||
Майҙаны |
Галиция кенәзлеге — 52 мең кв. км, Волынь кенәзлеге — 64 мең км² + башҡа ерҙәр | ||
Халҡы |
Галиция кенәзлеге - 200 мең кеше, 1362 йыл | ||
Идара итеү формаһы | |||
Династия |
Рюриковичтар:
Пястар | ||
Тарихы | |||
• 1199 |
Кенәзлек ойоштороу | ||
• 1238 |
Ҡабаттан берләшеү | ||
• 1254 |
Даниилды коронациялау | ||
• 1303 |
Митрополия ойоштороу | ||
• 1349 |
Галицияны юғалтыу | ||
• 1392 |
Волынде юғалтыу, йәшәүҙән туҡтау | ||
Галиция-Волынь кенәзлеге Викимилектә | |||
Галиция-Волынь кенәзлеге (1199—1392; укр. Галицько-Волинське князівство) — Роман Мстиславичтың Волынь һәм Галиция кенәзлектәрен берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Рюриковичтар династияһының көньяҡ-көнбайыш урыҫ кенәзлеге. 1254 йылда Даниил Галицкий Дорогочинда Рим папаһы Иннокентий IV ҡулынан «Русь короле» тигән титул ҡабул иткәндән һуң, ул һәм уның тоҡомдары король титулын ҡулланалар.
Галиция-Волынь кенәзлеге Киев Русенең тарҡалыу осоронда иң ҙур кенәзлек була. Уның составына Галиция, Перемышль, Звенигород, Теребовль, Волынь, Луцк, Белз, Полесье һәм Холм ерҙәре, шулай уҡ хәҙерге Подляшье, Подолье, өлөшләтә Закарпатье һәм Молдавия территориялары инә.
Кенәзлек Көнсығыш һәм Үҙәк Европа сәйәсәтендә үҙен актив тота. Уның төп күршеләре һәм көндәштәре Польша короллеге, Венгрия короллеге һәм ҡыпсаҡтар, ә XIII быуат уртаһынан — шулай уҡ Алтын Урҙа һәм Бөйөк Литва Кенәзлеге була. Уларҙан һаҡланыу өсөн Галиция-Волынь кенәзлеге бер нисә тапҡыр католик Рим, Изге Рим империяһы һәм Тевтон ордены менән килешеүгә ҡул ҡуя.
Галиция-Волынь кенәзлегенең ҡаҡшауының бер нисә сәбәбе була: Алтын Урҙа[3][4] менән булған мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуы; Лев һәм Андрей Юрьевичтарҙың бер үк ваҡытта (1323) үлеүенән һуң кенәзлектең ерҙәре уның күршеләре — Польша короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлеге тарафынан баҫып алына башлауы; Рюриковичтарҙың династияһы өҙөлөүе. Кенәзлек Галиция-Волынь мираҫы өсөн булған һуғышта ерҙәре бүленеп тартып алынып бөткәндән һуң тарҡала (1392).
Территорияһы һәм демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биләмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галиция-Волынь кенәзлеге Роман Мстиславичтың Волынь һәм Галиция кенәзлектәрен берләштереү һөҙөмтәһендә XII быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Уның биләмәләре Сан, Көнбайыш Буг һәм Днестр йылғалары буйында урынлашҡан була. Кенәзлек көнсығышта рус Туров-Пинск һәм Киев кенәзлектәре, көньяҡта — Берладье (һуңыраҡ — Алтын Урҙа), көньяҡ-көнбайышта — Венгрия короллеге, көнбайышта — Польша короллеге, ә төньяҡта — Бөйөк Литва кенәзлеге, Тевтон ордены һәм Полоцк кенәзлектәре менән сиктәш була.
Карпат тауҙары көньяҡ-көнбайышта илдең тәбиғи сиктәре булып, уны Венгриянан айырып тора. Туров-Пинск һәм Киев кенәзлектәре менән айырған көнсығыш сиге Припять, Стырь һәм Горинь йылғалары буйлап уҙа. Көньяҡ сиге Көньяҡ Буг йылғаһы үрҙәренән башланып, Прут һәм Сирет йылғаһының үрҙәренә тиклем барып етә. XII—XIII быуаттарҙа Бессарабия һәм Түбәнге Дунай Галиция кенәздәренә буйһонғандыр, күрәһең[5].
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушылғанға тиклем Галиция һәм Волынь кенәзлектәре айырым дәүләт булып йәшәйҙәр.
Галиция кенәзлегенең ерҙәрен Волынь кенәзлегенән Ярослав Мудрыйҙың тоҡомдары 1804 йылда бүлеп алалар.
Волындә кенәзлек X быуат аҙағында йә Владимир ҡалаһында була, йә Киевҡа ҡушыла. 1154 йылда Мономаховичтар ҡул аҫтында үҙаллы дәүләткә әйләнә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи документтар һәм топографик исемдәр нигеҙендә кенәзлектең халҡы көнсығыш славяндарҙан булған тип фараз итергә мөмкин[6]. Уларҙан тыш, поляктар, пруссактар, ятвягтар, литвалар, шулай уҡ татарҙар һәм башҡа күсмә халыҡтар ҙа йәшәгән. Ҡалаларҙа немецтар, әрмәндәр, сурожандар, йәһүдтәр йәшәгән[7].
Сәйәси тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галиция һәм Волынь ғәскәрҙәре ҡыпсаҡтарға (половцы) ҡаршы булған һуғышта булалар, шулай уҡ Ҡара урман янындағы (1168) һәм Орель йылғаһындағы үткән (1183) яуҙарҙа ла ҡатнашалар.
Берҙәм Галиция-Волынь кенәзлегенең барлыҡҡа килеүенә нигеҙҙе Роман Мстиславич һала. Ул Рюрик Ростиславичтың кейәүе була. Галиция кенәзе булып ул 1199 йылда ултыра.
1202 һәм 1204 йылдарҙа Роман ҡыпсаҡтарға ҡаршы яу менән бара һәм еңеү менән ҡайта. Ул рус былиналарының геройына әйләнә, уны үҙенең бабаһы ҡыпсаҡтарҙы еңеүсе Владимир Мономах менән сағыштыралар. Йылъяҙмаларҙа һәм маҡтау грамоталарында уны «бөйөк кенәз», «бөтә Русь самодержецы» һәм шулай уҡ «Рус еренең батшаһы» тип атайҙар[8].
Польша яуында 1205 йылда һәләк була[9]
Роман һәләк булғандан Галиция-Волынь кенәзлегендә Рюриковичтар араһында үҙ-ара тәхет өсөн 40 йыл көрәш (1205—1245) бара.
1240 йылда монгол яуы ваҡытында Киев ҡолатыла[10], 1241 йылдың башында монголдар Галиция һәм Волынде баҫып алалар, Галичты яндыралар. 1244 йылда Романовичтар поляктарҙың Люблин ҡалаһын яулап алалар, ә 1245 йылда Ярослав аҫтында венгрҙарҙы, поляктарҙы һәм фетнә күтәргән баярҙарҙы тар-мар итәләр. Баяр оппозицияһы тулыһынса юҡҡа сығарыла, һәм Даниил кенәзлекте берләштереп хакимлыҡ итә башлай.
Даниил 1245 йылда Алтын Урҙаға барып, уның хакимлығын таный, быны ул монгол хандары Галиция ерҙәренә дәғүә итмәһендәр өсөн эшләй. 1252 йылда Даниил менән Батыйҙың ҡустыһы Курумиши менән сик буйы ерҙәрендә һуғыш башлана. 1253 йылда Иннокентий IV Урҙаға ҡаршы Тәре яуын иғлан итә. Был һуғышта ҡатнашырға башта Богемия, Моравия, Сербия һәм Померанияны, ә унан һуң Балтик буйы католиктарын саҡыра. 1254 йылда Даниил Дорогочинда "Русь короле " титулын ҡабул итә.
Даниил Урҙаның баскактарын ҡыуа башлай (1255)[11]
1258 йылда кенәзлекте монгол ғәскәре баҫып ала.
1264 йылда Даниил Галиция-Волынь кенәзлеген Урҙа игенән азат итә алмай вафат була[12].
Галиция-Волынь кенәзлеге XIII—XIV быуаттар аҙағында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIII быуат икенсе яртыһында, Лев идара итә, уның ҡул аҫтында Галич, Перемышль һәм Белз ерҙәре була.
Яңы Галиция кенәзе Лев Данилович улы Юрий I Львович 1303 йылда Константинополь патриархынан үҙаллы Малороссия митрополияһын таныуына ирешә. 1305 йылда ул «Бәләкәй Русь короле» титулын ҡабул итә[13][14][15]. Ул үлгәндән һуң 1308 йылда Галиция-Волынь кенәзлеге уның улдары Андрей Юрьевич һәм Лев Юрьевичҡа күсә, улар Алтын Урҙаға ҡаршы көрәшә башлай. Улар монголдар менән булған яуҙарҙың береһендә (1323) һәләк була. Уларҙан һуң тәхеткә Владимир Львович ултыра, Романович династияһының һуңғы вәкиле.
Унан һуң кенәзлектең монархы булып Юрий II Болеслав ултыра. Эске сәйәсәттә ул ҡалалар үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, уларға магдебург хоҡуғын бирә, халыҡ-ара сауҙа йәйелдерә. Православие һәм католицизмдың бер-береһе менән һыйышып йәшәүенә булышлыҡ итә. Баярҙарҙың баҫымын сикләргә теләгәне өсөн уны баярҙар 1340 йылда ағыулап үлтерәләр.
Юрий II үлеме Галиция-Волынь кенәзлегенең үҙаллылығын бөтөрә. Был ерҙәрҙе бүлеү өсөн кенәздәр араһында көрәш башлана һәм ул күрше кенәзлектәргә бүленеп бөтә. 1349 йылда Поляк короле Бөйөк Казимир III Галиция ерҙәрен баҫып ала һәм Литва менән Волынь өсөн һуғыш башлай. 1392 йылда һуғыш тамамлана. Галиция Поляк Короллеге составына инә, ә Волынь Бөйөк Литва кенәзлегенеке булып ҡала. Галиция-Волынь кенәзлеге шуның менән бөтөнләйгә юҡҡа сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [ Даниил Романович Галицкий] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Лев Данилович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Шабульдо Ф.
- ↑ Пашуто В.
- ↑ В 1130—1140 годах галицкий князь Иван Ростиславич основал на Дунае Берладское княжество.
- ↑ Энциклопедический словарь. Изд. Ф. А. Брокгауз, А. И. Ефрон. СПб., 1890—1904
- ↑ Крип’якевич І. Галицько-волинське князівство. Київ, 1984. — С.18-20.
- ↑ Іпатський літопис, с. 479, 536. Цитата по Крипьякевичу И. Галицько-волинське князівство. Київ, 1984. — С.85.
- ↑ Крип’якевич І. Галицько-волинське князівство. Київ, 1984. — С.84-87.
- ↑ В 1243 году отдан монголами Ярославу Всеволодовичу владимирскому.
- ↑ Карамзин Н. М. История государства Российского
- ↑ Крип’якевич І. Галицько-волинське князівство. Київ, 1984. — С.93-105.
- ↑ Проект «Українці в світі». Юрій І Львович 2013 йыл 31 июль архивланған.
- ↑ Галицкая Русь прежде и нынѣ. Историческій очеркъ и взглядъ на современное состояніе Очевидца. // Общество ревнителей русскаго историческаго просвѣщения въ память Императора Александра III. С.-Петербургъ, 1907, 104 с. (pdf 2013 йыл 18 май архивланған.), с. 2
- ↑ Малая Русь «родилась» в Галиции 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галицько-Волинський Літопис. Іпатіївський список
- Галицько-Волинський Літопис. Іпатіївський список
- Галицько-Волинський Літопис. Острозький (Хлєбниковський) список
- Галицько-Волинський Літопис. Переклад Л.Махновця
- Литовсько-білоруські літописи
- Список городів руських дальніх і близьких
- Ілюстрації з «Chronicon Pictum» 2009 йыл 29 декабрь архивланған.
- Перелік джерел за «Крип’якевич І. Галицько-волинське князівство. Київ, 1984»
- Болеслав-Юрий II, князь всей Малой Руси: Сборник материалов и исследований. — Санкт-Петербург, 1907.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галицкое княжество // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Александров Д. Н. Галицко-Волынское княжество // Южная, юго-западная и Центральная Русь и образование Литовского государства / Д. Н. Александров; Отв. ред. акад. Б. А. Рыбаков; Рецензенты: к.и.н. Е. А. Карцев, к.и.н. П. П. Исупов. — М.: ИДЦ «Гармония», 1994. — С. 44-135. — 272 с. — 5 000 экз. — ISBN 5-87529-010-9. (обл.)
- Андрияшев А. М. Очерки истории Волынской земли до конца XIV ст. — Киев, 1887.
- Галицкий исторический сборник, 1854, вып. 2.
- Греков Б. Д. Древнейшие судьбы славянства в Прикарпатских. областях // Вестник АН СССР. 1940. № 11-12.
- Греков Б. Д. Крестьяне на Руси. — Москва, 1952.
- Иванов П. А. Исторические судьбы Волынской земли с древнейших времён до конца XIV века. — Одесса, 1895.
- Материалы для истории и этнографии края. — Волынския губернския ведомости, 1854.
- Пашуто В. Т. Очерки по истории Галицко-Волынской Руси. — М.: Изд-во АН СССР, 1950. — 332 с.
- Руссов С. Волынские записки сочинінные Степаном Руссовым в Житомире. — Санкт-Петербург, 1809.
- Шабульдо Ф. М. Земли Юго-Западной Руси в составе Великого княжества Литовского. Киев, «Наукова думка», 1987.
- Майоров А. В. ДОЧЬ ВИЗАНТИЙСКОГО ИМПЕРАТОРА ИСААКА II В ГАЛИЦКО-ВОЛЫНСКОЙ РУСИ: КНЯГИНЯ И МОНАХИНЯ // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2010. № 1 (39). С. 76-106.
- Майоров А. В. Из истории внешней политики Галицко-Волынской Руси времён Романа Мстиславича // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2008. № 4 (34). С. 78-96.
- Котляр Н. Ф. Двор Галицких Романовичей (XIII в.) // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2008. № 1 (31). С. 60-71.
- Котляр Н. Ф. Церемониал, этикет и развлечения княжеского двора Романовичей //Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2007. № 2 (28). С. 23-33.
- Котляр Н. Ф. Княжеский двор Галича в XII веке // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2006. № 4 (26). С. 50-66.
- Котляр Н. Ф. О возможной природе нетрадиционности структуры и формы Галицко-Волынской летописи // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2006. № 2 (24). С. 36-54.
- Котляр Н. Ф. Идейно-политическое кредо галицко-волынского свода // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2005. № 4 (22). С. 5-13.
Украин телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акти та документи галицько-волинського князівства ХІІІ — першої половини XIV століть. Дослідження. Аcts аnd Documents of 13th century — early 14th century. Halych аnd Volyn’ Prіncіpalіty: Research. Documents 2011 йыл 24 май архивланған. (укр.)
- Крип’якевич І. Галицько-волинське князівство. Київ, 1984.
- Коваленко В. Чернігів і Галич у XII—XIII ст. // Галичина та Волинь у добу Середньовіччя. — Львів, 2001. — С.154-165.
- Котляр М. Ф. Данило Галицький. — Київ, 1979.
Поляк телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bielowski A. Halickowlodzimierskie księstwo. — Biblioteka Ossolińskich., t. 4.
- Bielowski A. Królewstwo Galicji (chloe starem księstwie Halickiem). — Biblioteka Ossolińskich, 1860, t. 1
- Siarczyński F. Dzieje księstwa niegdyś Przemyślskiego. — Czasopism naukowy Biblioteki im. Ossolińskich, 1828, № 2/3;
- Siarczyński F. Dzieje niegdyś księstwa Belzkiego i miasta Belza. — Czasopism naukowy Biblioteki im. Ossolińskich, 1829, N 2.
- Stecki J. T. Wołyń pod względem statystycznym, historycznym i archeologicznym. — Lwów, 1864
- Zubrzycki D Rys do historii narodu ruskiego w Galicji i hierarchii cerkiewnej w temże królewstwie. — Lwów, 1837.
- Zubrzycki D Kronika miasta Lwowa. — Lwów, 1844.
Немец телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Gebhard A. L. Geschichte des Konigreiches Galizien, Lodomerien und Rotreussen. — Pest, 1778;
- Harasiewicz M. Berichtigung der Umrisse zu einer Geschichte der Ruthenen. — Wien, 1835.
- Harasiewicz M. Annales ecclesiae Ruthenae. — Leopoli, 1862.
- Engel J. Ch. Geschichte von Halitsch und Vlodimir. — Wien, 1792.
- Hoppe L A. Geschichte des Konigreiches Galizien und Lodomerien. — Wien, 1792.
- Lewicki A. Ruthenische Teilfürstentümer. — In: Österreichische Monarchie im Wort und Bild Galizien. Wien, 1894.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Довідник з історії України. За ред. І. Підкови та Р. Шуста. — Київ: Генеза, 1993. 2009 йыл 10 апрель архивланған. (укр.)
- Галицько-волинські князі 2009 йыл 25 сентябрь архивланған. (укр.)
- Ісаєвич Я. Князь і король Данило та його спадкоємці // Дзеркало тижня. 2001, № 48 (372) 2008 йыл 9 декабрь архивланған. (укр.)
- Мапа Галицько-Волинського князівства (укр.)
- Володимир-Волинський у «Галереї мистецтв» (укр.)
- Історія Галицько-Волинського князівства другої половини 13 століття 2020 йыл 13 февраль архивланған. (инг.)
- Галицко-Волынская держава 2010 йыл 23 июнь архивланған. (рус.)