Эстәлеккә күсергә

Галиция-Волынь кенәзлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Галич-Волынь кенәзлеге битенән йүнәлтелде)
Галиция-Волынь кенәзлеге
укр. Галицько-Волинське князівство
Герб
Герб

Галиция-Волынь кенәзлеге XIII быуатта
Галиция-Волынь кенәзлеге XIII быуатта

 
 
 
 
1199 — 1392
Баш ҡала

Галич, Холм[1], Львов(?)[2]

Телдәр

Боронғо рус теле

Дин

православие

Майҙаны

Галиция кенәзлеге — 52 мең кв. км, Волынь кенәзлеге — 64 мең  км² + башҡа ерҙәр

Халҡы

Галиция кенәзлеге - 200 мең кеше, 1362 йыл

Идара итеү формаһы

монархия

Династия

Рюриковичтар:

    • Изяславичтар
      • Романовичтар

Пястар
Арпадтар
Гедиминовичтар

Тарихы
 • 1199

Кенәзлек ойоштороу

 • 1238

Ҡабаттан берләшеү

 • 1254

Даниилды коронациялау

 • 1303

Митрополия ойоштороу

 • 1349

Галицияны юғалтыу

 • 1392

Волынде юғалтыу, йәшәүҙән туҡтау

 Галиция-Волынь кенәзлеге Викимилектә

Галиция-Волынь кенәзлеге (1199—1392; укр. Галицько-Волинське князівство) — Роман Мстиславичтың Волынь һәм Галиция кенәзлектәрен берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Рюриковичтар династияһының көньяҡ-көнбайыш урыҫ кенәзлеге. 1254 йылда Даниил Галицкий Дорогочинда Рим папаһы Иннокентий IV ҡулынан «Русь короле» тигән титул ҡабул иткәндән һуң, ул һәм уның тоҡомдары король титулын ҡулланалар.

Галиция-Волынь кенәзлеге Киев Русенең тарҡалыу осоронда иң ҙур кенәзлек була. Уның составына Галиция, Перемышль, Звенигород, Теребовль, Волынь, Луцк, Белз, Полесье һәм Холм ерҙәре, шулай уҡ хәҙерге Подляшье, Подолье, өлөшләтә Закарпатье һәм Молдавия территориялары инә.

Кенәзлек Көнсығыш һәм Үҙәк Европа сәйәсәтендә үҙен актив тота. Уның төп күршеләре һәм көндәштәре Польша короллеге, Венгрия короллеге һәм ҡыпсаҡтар, ә XIII быуат уртаһынан — шулай уҡ Алтын Урҙа һәм Бөйөк Литва Кенәзлеге була. Уларҙан һаҡланыу өсөн Галиция-Волынь кенәзлеге бер нисә тапҡыр католик Рим, Изге Рим империяһы һәм Тевтон ордены менән килешеүгә ҡул ҡуя.

Галиция-Волынь кенәзлегенең ҡаҡшауының бер нисә сәбәбе була: Алтын Урҙа[3][4] менән булған мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуы; Лев һәм Андрей Юрьевичтарҙың бер үк ваҡытта (1323) үлеүенән һуң кенәзлектең ерҙәре уның күршеләре — Польша короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлеге тарафынан баҫып алына башлауы; Рюриковичтарҙың династияһы өҙөлөүе. Кенәзлек Галиция-Волынь мираҫы өсөн булған һуғышта ерҙәре бүленеп тартып алынып бөткәндән һуң тарҡала (1392).

Территорияһы һәм демография

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галиция-Волынь кенәзлеге Роман Мстиславичтың Волынь һәм Галиция кенәзлектәрен берләштереү һөҙөмтәһендә XII быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Уның биләмәләре Сан, Көнбайыш Буг һәм Днестр йылғалары буйында урынлашҡан була. Кенәзлек көнсығышта рус Туров-Пинск һәм Киев кенәзлектәре, көньяҡта — Берладье (һуңыраҡ — Алтын Урҙа), көньяҡ-көнбайышта — Венгрия короллеге, көнбайышта — Польша короллеге, ә төньяҡта — Бөйөк Литва кенәзлеге, Тевтон ордены һәм Полоцк кенәзлектәре менән сиктәш була.

Карпат тауҙары көньяҡ-көнбайышта илдең тәбиғи сиктәре булып, уны Венгриянан айырып тора. Туров-Пинск һәм Киев кенәзлектәре менән айырған көнсығыш сиге Припять, Стырь һәм Горинь йылғалары буйлап уҙа. Көньяҡ сиге Көньяҡ Буг йылғаһы үрҙәренән башланып, Прут һәм Сирет йылғаһының үрҙәренә тиклем барып етә. XII—XIII быуаттарҙа Бессарабия һәм Түбәнге Дунай Галиция кенәздәренә буйһонғандыр, күрәһең[5].

Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡушылғанға тиклем Галиция һәм Волынь кенәзлектәре айырым дәүләт булып йәшәйҙәр.

Галиция кенәзлегенең ерҙәрен Волынь кенәзлегенән Ярослав Мудрыйҙың тоҡомдары 1804 йылда бүлеп алалар.

Волындә кенәзлек X быуат аҙағында йә Владимир ҡалаһында була, йә Киевҡа ҡушыла. 1154 йылда Мономаховичтар ҡул аҫтында үҙаллы дәүләткә әйләнә.

Тарихи документтар һәм топографик исемдәр нигеҙендә кенәзлектең халҡы көнсығыш славяндарҙан булған тип фараз итергә мөмкин[6]. Уларҙан тыш, поляктар, пруссактар, ятвягтар, литвалар, шулай уҡ татарҙар һәм башҡа күсмә халыҡтар ҙа йәшәгән. Ҡалаларҙа немецтар, әрмәндәр, сурожандар, йәһүдтәр йәшәгән[7].

Галиция һәм Волынь ғәскәрҙәре ҡыпсаҡтарға (половцы) ҡаршы булған һуғышта булалар, шулай уҡ Ҡара урман янындағы (1168) һәм Орель йылғаһындағы үткән (1183) яуҙарҙа ла ҡатнашалар.

Галицк баярҙары кенәз Ярослав Осмомыслдың попадьяһын усаҡта яндырырға һөйрәйҙәр

Берҙәм Галиция-Волынь кенәзлегенең барлыҡҡа килеүенә нигеҙҙе Роман Мстиславич һала. Ул Рюрик Ростиславичтың кейәүе була. Галиция кенәзе булып ул 1199 йылда ултыра.

1202 һәм 1204 йылдарҙа Роман ҡыпсаҡтарға ҡаршы яу менән бара һәм еңеү менән ҡайта. Ул рус былиналарының геройына әйләнә, уны үҙенең бабаһы ҡыпсаҡтарҙы еңеүсе Владимир Мономах менән сағыштыралар. Йылъяҙмаларҙа һәм маҡтау грамоталарында уны «бөйөк кенәз», «бөтә Русь самодержецы» һәм шулай уҡ «Рус еренең батшаһы» тип атайҙар[8].

Польша яуында 1205 йылда һәләк була[9]

Краков кенәзе Аҡ Лешек

Роман һәләк булғандан Галиция-Волынь кенәзлегендә Рюриковичтар араһында үҙ-ара тәхет өсөн 40 йыл көрәш (1205—1245) бара.

Киев Русе 1237 йылда монгол яуы алдынан

1240 йылда монгол яуы ваҡытында Киев ҡолатыла[10], 1241 йылдың башында монголдар Галиция һәм Волынде баҫып алалар, Галичты яндыралар. 1244 йылда Романовичтар поляктарҙың Люблин ҡалаһын яулап алалар, ә 1245 йылда Ярослав аҫтында венгрҙарҙы, поляктарҙы һәм фетнә күтәргән баярҙарҙы тар-мар итәләр. Баяр оппозицияһы тулыһынса юҡҡа сығарыла, һәм Даниил кенәзлекте берләштереп хакимлыҡ итә башлай.

Даниил 1245 йылда Алтын Урҙаға барып, уның хакимлығын таный, быны ул монгол хандары Галиция ерҙәренә дәғүә итмәһендәр өсөн эшләй. 1252 йылда Даниил менән Батыйҙың ҡустыһы Курумиши менән сик буйы ерҙәрендә һуғыш башлана. 1253 йылда Иннокентий IV Урҙаға ҡаршы Тәре яуын иғлан итә. Был һуғышта ҡатнашырға башта Богемия, Моравия, Сербия һәм Померанияны, ә унан һуң Балтик буйы католиктарын саҡыра. 1254 йылда Даниил Дорогочинда "Русь короле " титулын ҡабул итә.

Даниил Урҙаның баскактарын ҡыуа башлай (1255)[11]

Столпьелағы манара

1258 йылда кенәзлекте монгол ғәскәре баҫып ала.

1264 йылда Даниил Галиция-Волынь кенәзлеген Урҙа игенән азат итә алмай вафат була[12].

Галиция-Волынь кенәзлеге XIII—XIV быуаттар аҙағында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Юрий-Георгий Львович мисәте. Яҙыу: «S[igillum] Domini Georgi Regis Rusie» — Государь Георгий мисәте, Русь короле. Икенсе яғында: «S[igillum] Domini Georgi Ducis Ladimerie» — Государь Георгийҙың, Владимир кенәзенең мисәте

XIII быуат икенсе яртыһында, Лев идара итә, уның ҡул аҫтында Галич, Перемышль һәм Белз ерҙәре була.

Яңы Галиция кенәзе Лев Данилович улы Юрий I Львович 1303 йылда Константинополь патриархынан үҙаллы Малороссия митрополияһын таныуына ирешә. 1305 йылда ул «Бәләкәй Русь короле» титулын ҡабул итә[13][14][15]. Ул үлгәндән һуң 1308 йылда Галиция-Волынь кенәзлеге уның улдары Андрей Юрьевич һәм Лев Юрьевичҡа күсә, улар Алтын Урҙаға ҡаршы көрәшә башлай. Улар монголдар менән булған яуҙарҙың береһендә (1323) һәләк була. Уларҙан һуң тәхеткә Владимир Львович ултыра, Романович династияһының һуңғы вәкиле.

Казимир III — Галицияны яулаусы

Унан һуң кенәзлектең монархы булып Юрий II Болеслав ултыра. Эске сәйәсәттә ул ҡалалар үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, уларға магдебург хоҡуғын бирә, халыҡ-ара сауҙа йәйелдерә. Православие һәм католицизмдың бер-береһе менән һыйышып йәшәүенә булышлыҡ итә. Баярҙарҙың баҫымын сикләргә теләгәне өсөн уны баярҙар 1340 йылда ағыулап үлтерәләр.

Юрий II үлеме Галиция-Волынь кенәзлегенең үҙаллылығын бөтөрә. Был ерҙәрҙе бүлеү өсөн кенәздәр араһында көрәш башлана һәм ул күрше кенәзлектәргә бүленеп бөтә. 1349 йылда Поляк короле Бөйөк Казимир III Галиция ерҙәрен баҫып ала һәм Литва менән Волынь өсөн һуғыш башлай. 1392 йылда һуғыш тамамлана. Галиция Поляк Короллеге составына инә, ә Волынь Бөйөк Литва кенәзлегенеке булып ҡала. Галиция-Волынь кенәзлеге шуның менән бөтөнләйгә юҡҡа сыға.

Урыҫ грошик — Львовта XIV быуаттың II яртыһының дауамында Урыҫ Короллеге өсөн сығарылған монеталар исеме


Евангелист Марк (Владимир, XIII быуат, Волын Евангелие)
  1. [ Даниил Романович Галицкий] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Лев Данилович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Шабульдо Ф.
  4. Пашуто В.
  5. В 1130—1140 годах галицкий князь Иван Ростиславич основал на Дунае Берладское княжество.
  6. Энциклопедический словарь. Изд. Ф. А. Брокгауз, А. И. Ефрон. СПб., 1890—1904
  7. Крип’якевич І. Галицько-волинське князівство. Київ, 1984. — С.18-20.
  8. Іпатський літопис, с. 479, 536. Цитата по Крипьякевичу И. Галицько-волинське князівство. Київ, 1984. — С.85.
  9. Крип’якевич І. Галицько-волинське князівство. Київ, 1984. — С.84-87.
  10. В 1243 году отдан монголами Ярославу Всеволодовичу владимирскому.
  11. Карамзин Н. М. История государства Российского
  12. Крип’якевич І. Галицько-волинське князівство. Київ, 1984. — С.93-105.
  13. Проект «Українці в світі». Юрій І Львович 2013 йыл 31 июль архивланған.
  14. Галицкая Русь прежде и нынѣ. Историческій очеркъ и взглядъ на современное состояніе Очевидца. // Общество ревнителей русскаго историческаго просвѣщения въ память Императора Александра III. С.-Петербургъ, 1907, 104 с. (pdf 2013 йыл 18 май архивланған.), с. 2
  15. Малая Русь «родилась» в Галиции 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.

Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


  • Bielowski A. Halickowlodzimierskie księstwo. — Biblioteka Ossolińskich., t. 4.
  • Bielowski A. Królewstwo Galicji (chloe starem księstwie Halickiem). — Biblioteka Ossolińskich, 1860, t. 1
  • Siarczyński F. Dzieje księstwa niegdyś Przemyślskiego. — Czasopism naukowy Biblioteki im. Ossolińskich, 1828, № 2/3;
  • Siarczyński F. Dzieje niegdyś księstwa Belzkiego i miasta Belza. — Czasopism naukowy Biblioteki im. Ossolińskich, 1829, N 2.
  • Stecki J. T. Wołyń pod względem statystycznym, historycznym i archeologicznym. — Lwów, 1864
  • Zubrzycki D Rys do historii narodu ruskiego w Galicji i hierarchii cerkiewnej w temże królewstwie. — Lwów, 1837.
  • Zubrzycki D Kronika miasta Lwowa. — Lwów, 1844.
  • Gebhard A. L. Geschichte des Konigreiches Galizien, Lodomerien und Rotreussen. — Pest, 1778;
  • Harasiewicz M. Berichtigung der Umrisse zu einer Geschichte der Ruthenen. — Wien, 1835.
  • Harasiewicz M. Annales ecclesiae Ruthenae. — Leopoli, 1862.
  • Engel J. Ch. Geschichte von Halitsch und Vlodimir. — Wien, 1792.
  • Hoppe L A. Geschichte des Konigreiches Galizien und Lodomerien. — Wien, 1792.
  • Lewicki A. Ruthenische Teilfürstentümer. — In: Österreichische Monarchie im Wort und Bild Galizien. Wien, 1894.