Эстәлеккә күсергә

Гашева Руфина Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гашева Руфина Сергеевна
рус. Руфи́на Серге́евна Га́шева
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Верхнечусовские Городки[d], Пермь өйәҙе, Пермь губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 1 май 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Хәләл ефете Михаил Степанович Пляц[d][1]
Балалары Vladimir Pliats[d] һәм Marina Pliats[d]
Һөнәр төрө лётчик, профессор, мөхәррир
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт һәм иностранный язык[d]
Эш урыны Военная академия бронетанковых войск[d]
Военное издательство[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Битва за Кавказ[d], Керченско-Эльтигенская десантная операция[d], Крымская операция[d], Могилёвская операция[d], Белостокская операция[d], Osovets Offensive[d], Восточно-Померанская операция[d] һәм Берлинская наступательная операция[d]
Ғәскәр төрө военно-воздушные силы[d]
Ойошма ағзаһы 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы һәм Северная группа войск[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы медаль «В память 850-летия Москвы»

Гашева Руфина Сергеевна (19212012) — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья штурманы(325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы 2-се Белорус фронты) , гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Руфина Гашева 1921 йылдың 14 октябрендә Пермь губернаһының Пермь өйәҙенда Верхнечусовские Городки ауылында (хәҙер Пермь крайының Чусовский районында ҡала тибындағы ҡасаба) уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1922 йылда ғаилә әсәһенең Горький өлкәһе Чкалов районындағы тыуған Катунки ауылына күсеп килә. 1923 йылда, атаһы вафат булғандан һуң, Руфина әсәһе менән Уралға китә.

1930 йылда Гашева Руфина Мәскәүгә килә, унда биш йыллыҡты тамамлай. Шунда Гашева снайперҙар мәктәбенә уҡырға инә һәм комсомол сафына алына.

1941 йылда Руфина Гашева Мәскәү дәүләт университетында механика-математика факультетының ике курсын тамамлай. Өсөнсө курста, 1941 йылдың октябрь айында Гашева 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкына тәғәйенләнеүгә өлгәшә. 1942 йылда Гашева Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбе янында штурмандар курсын тамамлай.

1944 йылдың декабренә Гашева дошмандың тере көсөнә һәм хәрби техникаһына ҙур зыян килтереп, 823 хәрби осош яһай. Ике тапҡыр дошман зенитчигы тарафынан бәреп төшөрөлә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге указы менән гвардия өлкән лейтенанты Руфина Сергеевна Гашеваға «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлыҡтары өсөн» Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4853) тапшырылып Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].

1952 йылда Сит ил телдәре хәрби институтын тамамлай. Бронетанк ғәскәрҙәренең хәрби академияһында 1957 йылға тиклем инглиз теле буйынса өлкән уҡытыусы булып эшләй. 1956 йылданмайор дәрәжәһендә запаста.

Руфина Гашева запасҡа сыҡҡандан һуң һуң СССР оборона министрлығы нәшриәтендә өлкән өлкән контроль мөхәррире булып эшләй. Мәскәүҙә йәшәй һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә ҡатнаша.

2012 йылдың 1 майында вафат була. Мәскәүҙә Востряков зыяратында ерләнә.


2018 йылда Мәскәүҙә Флот урамының 28-се йортона осоусы Руфина Гашеваға мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

  1. https://zwezda.su/society/2020/vremya_vlasti_nochnykh_ved_m_letchitsy_polka_bombardirovshchikov_sovershali_po__boevykh_vyletov_v_sutki_948
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 23 февраля 1945 года. С. 1 Архивная копия от 27 сентябрь 2017 на Wayback Machine, С. 2, № 26 Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine.
  • Гашева Руфина Сергеевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 316. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Аронова Р. Е. — «Ночные ведьмы». Саратов, 1983. — 116 с.
  • Ракобольская И. В., Кравцова Н. Ф. — «Нас называли ночными ведьмами». М.: Изд-во МГУ, 2005. — 336 с.
  • Селищев И. Подруги // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.