Эстәлеккә күсергә

Ергән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ергән (Мәләүез районы) битенән йүнәлтелде)
Ергән
Нигеҙләү датаһы 1771
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Ергән ауыл советы[2]
Административ-территориаль берәмек Ергән ауыл советы
Халыҡ һаны 4125 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453880
Карта
 Ергән Викимилектә

Ергән (рус. Зирган) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 4125 кеше[4]. Почта индексы — 453880, ОКАТО коды — 80241830001.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 4125 1977 2148 47,9 52,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 31 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ергән): 0 км

Ергән ауылы 1771 йылдың 21 сентябрендәге Юрматы улусы Аҙнай түбәһе башҡорттары менән яһаҡлы татарҙар килешеүе нигеҙендә барлыҡҡа килә. Улар 30 йылға урынлашыу хоҡуғына эйә була. 1810 йылдың 28 ноябрендәге һәм 1811 йылдың 21 июнендәге килешеүҙәргә һәм яҙмаларға ярашлы, хеҙмәтле татарҙар төпләнә, 1812 йылда сыуаштар, 1815 йылдың 30 декабрендәге яҙмалар буйынса мордвалар төпләнә. Сыуаштар һәм мордвалар 60 йылға урынлашырға килешеү төҙөйҙәр. 1799 йылда Ергән ауылында яһаҡлы татарҙар — 77 ир-ат, хеҙмәтле татарҙар — 91 ир-ат, сыуаштар — 70 ир-ат, мордвалар — 202 ир-ат иҫәпкә алынған. 1834 йылдың VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса Ергән ауылында сауҙагәрҙәр — 20 ир-ат, татарҙар — 198 ир-ат, сыуаштар — 103 ир-ат, мордвалар — 328 ир-ат; барыһы 1258 кеше иҫәпләнгән. 1920 йылға халыҡ иҫәбен алыу 724 йортта йәшәгән 5345 кешене иҫәпкә алған. Ауылдың татар халҡы Түбәнге Новгород губернаһы Яндович ауылы (хеҙмәтле татарҙар), Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Кәкрейылға ауылы (яһаҡлы татарҙар) һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ҡораласыҡ күскенселәренән, яһаҡлы татарҙарға күсерелгән Сәйет посады (Ҡарғалы) сауҙагәрҙәренән (80 кеше) ойошторолған[5].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]