Закир Һаҙый
Закир Һаҙый | |
Һаҙиев Закир Һаҙи улы | |
![]() | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Ырымбур губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Ҡорос улусы[1] Йәрәмкә ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Рязань өлкәһе, Бимсала ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Яҙыусы |
Закир Һаҙый, Һаҙыев Закир Һаҙый улы (15 март 1863 йыл — 1932 йыл) — ХХ быуат башы яҙыусыһы[2].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Закир Һаҙый улы Һаҙыев 1863 йылдың 15 мартында Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡорос улусының[1] Йәрәмкә ауылында донъяға килгән. Башланғыс белемде ауылда хәлфә булып эшләгән үҙ атаһынан ала. 1876 йылда атаһы уны Йәрәмкәнән 40 саҡрым алыҫлыҡтағы Тымытыҡ ауылы мәҙрәсәһендә уҡырға бирә. Иҫке типтағы был мәҙрәсәлә 10 йыл самаһы ғүмер уҙҙырғандан һуң, Закир Ҡасим ҡалаһының йәҙитсе ысулы менән уҡытылған бер мәҙрәсәһендә белем ала. Унда, дини дәрестәрҙән тыш, география, хисап, тарих буйынса ла күпмелер белем бирәләр. Уҡыуын тамамлағандан һуң, З. Һаҙи ғүмере буйына төрлө ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа балалар уҡытыу менән шөғөлләнә. Ҡалалағы ҡайһы бер уҡытыусылар ярҙамында рус телен дә үҙләштерә. Әҙип 1932 йылда хәҙерге Рязань өлкәһенә ҡараған Бимсала ауылында вафат була.
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Закир Һаҙиҙың әүҙем ижад осоро XX быуаттың тәүге ун йыллығына тура килә. 1904—1905 йылдарҙа Ырымбурҙа уның «Бәхетле ҡыҙ», «Официант», «Хәйер-доға» һәм «Бәхетһеҙ ҡыҙ», 1906—1908 йылдарҙа Ҡазанда «Мәғсүм», «Яңы әсхәбе кәһәф» («Мәмерйәнең яңы хужалары») һәм «Йыһанша хәҙрәт» исемле әҫәрҙәре айырым китаптар булып нәшер ителә.
Яҙыу стиле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҙыусы үҙенең ижадында заманына хас булған мөһим проблемаларҙы мәғрифәтселек позицияһынан сығып күтәрә. Йәш быуынға заманса тәрбиә, белем биреү, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, йәмғиәттә юғары әхлаҡ сифаттарын өлгө итеп ҡуйыу — уның әҫәрҙәренең үҙәгендә торған төп мәсьәләләр.
Ауыл халҡының көнкүреш йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, холоҡ-ҡылыҡтарын, мәҙрәсәләрҙәге уҡытыу тәртиптәрен яҡшы белгән әҙип үҙенең һәр ижад емешендә ауыл тормошон яҡтыртыуға ҙур урын бирә. Был, бер яҡтан, уның әҫәрҙәренең реалистик нигеҙен нығытһа, икенсе яҡтан, ауылдарҙағы алама ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ҡәҙимсе муллаларҙы, хәлфәләрҙе, иҫке мәҙрәсәләрҙәге ҡырағай тәртиптәрҙе тәнҡитләргә киң мөмкинлектәр асҡан.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нәҙерғолов М. Х. Закир Һаҙый // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
- Нәҙерғолов М. Х. Тәүгеләрҙең береһе (Прозаик Закир Һаҙиҙың тыуыуына – 150 йыл) // Ағиҙел : журнал.
- Ахмадиев В. И. История башкирской литературы начала XX в. Закир Хади (1863–1932) // Ватандаш : журнал. (рус.)
- Әхмәтов Р. Закир Һади (тат.) // Әдипләр.