Эстәлеккә күсергә

Зәкәриә (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Зәкәриә — боронғо йәһүдтәрҙән ғәрәптәргә ингән, ғәрәптәрҙән башҡа төрки телле халыҡтар араһында таралған ир-ат исеме.

Зәкәриә — «иҫтә ҡалған», «иҫтәлекле» мәғәнәһен аңлатҡан ир-ат исеме[1].

Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров (22 август 1924 йыл — 2 апрель 2000 йыл) — совет комсомол, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 6—9‑сы, РСФСР-ҙың 10-сы һәм 11‑се, Башҡорт АССР-ының 4—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Зәкәрийә Зәкәрийә ибн Азан (ғәр. زكريا‎) — Израиль халҡына ебәрелгән Ислам пәйғәмбәре. Библиялағы рухани Захария бер тип һанала. Ҡөрьәндә ете тапҡыр телгә алынған. Яхъя (Иоанн Креститель) пәйғәмбәрҙең атаһы.

Әлимбәтов Зәкәриә Далха улы (?) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡорт АССР-ының Атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғәриф алдынғыһы, Малаяҙ мәктәп-интернаты директоры (?), Мәләүездә район мәғарифы етәксеһе (?) һәм республикабыҙҙың Мәғариф министрлығында бүлек начальнигы (?).

«Кәриә-Зәкәриә» — йырлы бейеү, уйын:

« Кәриә-Зәкәриә коммая,

Кәриә-Зәкәриә коммая.
Кәри комма, Зәкәриә, Зәкәриә коммая.
Кәри комма, Зәкәриә, Зәкәриә коммая.

»


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ