Зөбәйеров Әмин Фәхретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зөбәйеров, Абдулла-Әмин Фәхретдин улы
200px
Тыуған ваҡыты:

18 март 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ишле ауылы
(хәҙерге Башкортостан, Ауырғазы районы)

Вафат ваҡыты:

23 май 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны:

СССР, РСФСР, Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республика

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы → Флагификация

Әүҙем йылдары:

1911-1963

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Наградалары:
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1949 год

Зөбәйеров, Абдулла-Әмин Фәхретдин улы (18 март 1891 — 23 май 1963, Өфө ҡалаһы) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы. БАССР-ҙың (1935), РСФСР-ҙың (1949) халыҡ артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөбәйеров Әмин Фәхретдин улы 1891 йылдың 18 мартында Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Ишле ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районында тыуған. Өфө ҡалаһындағы «Ғосмания», «Ғәлиә» мәҙрәсәләрендә уҡыған. Әмин Үҙәнский псевдонимы аҫтында һәүәҫкәр спектаклдәрҙә уйнай. Профессиональ артист булараҡ, Сайяр (1911—1913) һәм «Нур» (1914) татар театр коллективтарында сығыш яһай. Граждандар һуғышы йылдарында Өфөнөң хәрби частәрендә һәм клубтарҙа һәүәҫкәр театр түңәрәктәрен етәкләй. 1922 йылдан алып [Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры]]нда эшләй. Режиссёр Я. А. Протазановтың «Салауат Юлаев» фильмендә Айтуған образын тыуҙыра.

Башҡарған ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хужа Насретдин (Н.Исәнбәт, Г.Ғүмәр, Эльтон әҫәрҙәре),
  • Хәйрүш («Башмағым», Х.Ибраһимов),
  • Шмага («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», А. Н. Островский),
  • Щукарь («Күтәрелгән сиҙәм», М.Шолохов),
  • Дож («Отелло», У.Шекспир),
  • Патриарх («Борис Годунов», А. С. Пушкин),
  • Пастор («Юлбаҫарҙар», Ф.Шиллер),
  • Бәҙри («Ғәлиәбаныу», М.Файзи),
  • Ғимаҙи («Ҡара йөҙҙәр», М.Ғафури),
  • Ҡормой («Ҡарлуғас»),
  • Сураман («Салауат Юлаев», Б.Бикбай)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин ордены (1949 йыл)
  • 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1955)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1949)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1935)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәтҡуллин Ф. Сәхнәбеҙҙең хуҗа Насретдины: [артист Әмин Зөбәйеровтың тыуыуына — 110 йыл] // Ҡыҙыл таң. — 2001. — 21 апрель ; Зөбәйеров Әмин Фәхретдин улы // Башҡортостандың драма сәнғәте /төҙөүсе А. К. Ҡарабулатова, З. В. Сайфуллина. — Өфө, 2005. — С.82-83. Ҙур совет энциклопедияһы. — М.: Совет энциклопедияһы. 1969—1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://ufa-gid.com/encyclopedia/zubairov.html http://www.bashnl.ru/node/646 http://enc-dic.com/word/z/Zubairov-abdullamin-fahrievich-21684.html