Зөбәйеров Әмин Фәхретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зөбәйеров Әмин Фәхретдин улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 18 (30) март 1891
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ишле
Вафат булыу көнө 23 май 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө актёр
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Ғосмания мәҙрәсәһе
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 194: Функция для отображения свойства не найдена.

Зөбәйеров Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы (18 март 1891 — 23 май 1963) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1944, 1955) кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөбәйеров Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы 1891 йылдың 18 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ишле ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Ауырғазы районы) тыуған.

Өфөлә «Ғосмания» (1906—1908), «Ғәлиә» (1908—1909) мәҙрәсәләрендә уҡый.

Ижадының башында Әмин Үҙәнский псевдонимы аҫтында үҙешмәкәр спектаклдәрҙә уйнай.

Профессиональ актер булараҡ Сәйяр (19091911) һәм «Нур» (19121914) татар театр коллективтарында хеҙмәт итә. 1917 йылдан алып Өфөлә Ҡыҙыл армия частары һәм клубтарында, Башҡортостандың башҡа торама пункттарында үҙешмәкәр тетар түңәрәктәр етәксеһе. 1919 йылдан — Үрнәк татар-башҡорт театры актеры.

1922 йылда Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

Режиссер Я. Протазановтың «Салауат Юлаев» фильмында («Союздетфильм», 1941) Айтуған образын тыуҙыра.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ тормошон тәрән аңлау һәм күҙәтеүсәнлек Зөбәйеровты үҙенсәлекле сәхнә образдарын ижад итергә мөмкинлек бирә: Хужа Насретдин (Ғ. Ғүмәр, Н. Иҫәнбәт, В. М. Эльтон), Хажи («Хажи әфәнде өйләнә», Ш. Камал), Хәйрүш («Башмағым», Х. Ибраһимов), Шмага («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», А. Н. Островский), Осип («Тикшереүсе», Н. В. Гоголь), Щукарь («Күтәрелгән сиҙәм», М. А. Шолохов). Актерҙың драматик ролдәре художестволы образдың тормошсанлығы, сәхнә һығылмаллығы һәм хәрәкәттәрҙең тәбиғилеге менән айырылып тора: Миллер («Мәкер һәм мөхәббәт» Ф. Шиллер), Патриарх («Борис Годунов», А. С. Пушкин), Пастор («Юлбаҫарҙар», Ф. Шиллер), Бәҙри («Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи), Гимаҙи («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури), Ҡормой («Карлугас», Б. Бикбай), Сураман («Салауат Юлаев», Б. Бикбай), Ҡәҙерғол («Тальян гармун», Ғ. Ғ. Әхмәтшин).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фаткуллин Ф. Сәхнәбезнең хуҗа Насретдины: [арт. Эмин Зөбөеровның тууынча — 110 ел] // Кызыл таң. — 2001. — 21 апр. ;
  • Зубаиров Амин Фахреевич // Драматическое искусство Башкортостана / сост. А. К. Карабулатова, З. В. Сайфуллина. — Уфа, 2005. — С.82-83.
  • Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
  • Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
  • Башҡорт энциклопедияһы, Өфө, «Башҡорт энциклопедияһы», 2014, 484—485 биттәр.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]