Неплюев Иван Иванович
Неплюев Иван Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 5 (15) ноябрь 1693 |
Тыуған урыны |
Наволок[d], Скребловское сельское поселение[d], Лужский уезд[d], Рәсәй империяһы Новгородский уезд[d], Новгородская земля[d], Урыҫ дәүләте |
Вафат булған көнө | 11 (22) ноябрь 1773 (80 йәш) |
Вафат булған урыны |
Поддубье (Ретюнское сельское поселение)[d], Ретюнское сельское поселение[d], Лужский район[d], СССР Новгородский уезд[d], Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Поддубье (Ретюнское сельское поселение)[d] |
Хәләл ефете | Федосья Федоровна Татищева[d] |
Балалары | Неплюев, Адриан Иванович[d], Николай Иванович Неплюев[d], Анна Ивановна Неплюева[d] һәм Мария Ивановна Неплюева[d] |
Нәҫеле | Неплюевы[d] |
Һөнәр төрө | дипломат, сәйәсмән |
Уҡыу йорто | Диңгеҙ гвардияһы академияһы |
Хәрби звание | шаутбенахт[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гражданский чин | действительный тайный советник[d] |
Неплюев Иван Иванович Викимилектә |
Неплюев Иван Иванович (5 ноябрь 1693 йыл — 11 ноябрь 1773 йыл) — Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, дипломат, адмирал, действительный йәшерен советник. Ырымбур губернаһының беренсе губернаторы (1744—1758). Неплюевтар нәҫеленән, мемуарҙар авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Иванович Неплюев Череменец күле ярындағы Наволок[1] алпауыт хужалығында 1693 йылдың 5 ноябрендә Новгород алпауыты Иван Никитич Неплюев (1672—1709) һәм кенәз ҡыҙы Марфа Петровна Мышецкая (1673—1715) ғаиләһендә тыуа. 1711 йылдың 6 сентябрендә И. Ю. Татищевтың ҡыҙ туғаны Феодосья Федоровна менән никахлаша.
1715 йылда, указ буйынса 1714 йылда, өйләнеүенә һәм ике балаһы булыуға ҡарамаҫтан, Новгород математика мәктәбенә уҡырға инә. 1715 йылдың июнендә Нарва навигация мәктәпбенә, ә өс ай үткәс, яңы асылған Петербург диңгеҙ академияһына күсерелә, уны 1716 йылда тамамлай. Ревель флотында гардемарин булып хеҙмәт итә, уҡыу өсөн Венецияға ебәрелә; 1717—1718 йылдарҙа Венецияның Төркиә менән һуғышында ҡатнаша. Белем алыуын Кадикста дауам итә; 1720 йылда Рәсәйгә ҡайта.
1720 йылда бөйөк Петр алдында имтиханды бик яҡшы тапшыра һәм батшанан: «был йәш кешенән рәт сығыр» тигән маҡтау ишетә, һәм диңгеҙ галера флоты поручигы чинында Петербургта төҙөлгән бөтә караптарға баш командир итеп тәғәйенләнә..
1721—1734 йылдарҙа Константинополдә рус резиденты була һәм «төрөк һарайы даирәһендә оҙаҡ ваҡыт булғаны һәм император Ғали йәнәптәренең хеҙмәтен һәйбәт башҡарғаны өсөн» 1724 йылда 3-сө ранг капитаны чины, 1726 йылда — 1-се ранг капитаны чины һәм 1728 йылда капитан-командор чины бирелә. 1730 йылда шаутбенахт чинын ала. 1737 йылда Немировский конгресында, 1739 йылда Белград солохын төҙөү тураһындағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.
1740 йылда Киев губернаторы булараҡ, Днепр һәм Буг йылғалары буйлап Рәсәй менән Төркиә араһындағы сикте билдәләүҙә ҡатнаша[2]. 1741 йылдың ноябрендә, Елизавета I-ҙең батшалыҡ итеүе башында, ошаҡ һөҙөмтәһендә, Малороссияның баш командиры вазифаһынан бушатылып, ҡулға алына, йәшерен советник чинынан, Изге Александр Невский орденынан һәм Малороссиялағы ерҙәренән мәхрүм ителә.
Тиҙҙән императрица Неплюевтың ғәйепле булмауына инана, чинын, орденын ҡайтарып бирә, ә бына тартып алынған ерҙәрен ҡаҙнала ҡалдыра, 1742 йылда уны Ырымбур крайына (хәҙерге Һамар һәм Ырымбур өлкәләре, Башҡортостан, Пермь крайының һәм Көнбайыш Ҡаҙағстандың бер өлөшө) наместник — Ырымбур комиссияһы башлығы итеп тәғәйенләй. Крайға 16 йыл буйы идара итеү осоронда Неплюев, башҡорттар, ҡалмыҡтар, ҡаҙаҡтар һәм башҡаларҙан һаҡланыу өсөн Ырымбурға нигеҙ һала, Һамар, Урал, Уй, Увелька, Миәс һәм Тубыл йылғалары буйлап 70 ҡәлғә төҙөй, Ырымбур казак ғәскәренә дөрөҫ хәрби йүнәлеш бирә, Яйыҡ ғәсҡәренең ҡоролошон яҡшырта, шулай уҡ, башҡорттарҙың, суҡындырылған ҡалмыҡтарҙың һәм Ырымбур крайына күсенеп килгән башҡаларҙың хәлен арыулата, мәктәптәр һәм сиркәүҙәр төҙөү, сауҙа һәм сәнәғәтте күтәреү тураһында бик ныҡ хәстәрләй; ул идара иткән осорҙә 28 баҡыр иретеү һәм 13 тимер эше заводтары асыла.
1743 йылда Ырымбурҙың Яйыҡ ярында, Һаҡмар тамағы эргәһендә урынлашасағын билдәләй. 1743 йылдың 22 сентябрендә Сенат Неплюевтың юллауын раҫлай, һәм Силәбе ҡәлғәһе Иҫәт провинцияһының төп административ үҙәге һәм йәрминкә баҙарҙарына әйләнә[3]. Ул әллә ни ҙур юғалтыуҙар кисермәй генә 1755-1757 йылдарҙа баш күтәргән башҡорттарҙы тынысландырыуға һәм мосолмандарҙы рустарға ҡаршы яуға күтәрергә йыйынған мулла Абдулла Ғәлиевты тотоуға өлгәшә. Ошо ваҡиға хөрмәтенә Урал йылғаһының бейек ярына Азияға табан асылған символик ҡапҡа — Елизавета ҡапҡаһы ҡуйыла.
1758 йылда отставкаға китә. 1760 йылда сенатор һәм конференц-министр итеп тәғәйенләнә (1760 йылдың 16 авгусынан 1762 йылдың 20 ғинуарына тиклем). Ул Екатерина II-нең ҙур ышанысы менән файҙалана, шуға ла батшабикә Петербургта үҙе булмаған саҡта баш ҡалалағы ғәсҡәрҙе Неплюев ҡарамағында ҡалдырыр була, уның менән хат алышып тора һәм тәхет вариҫы тураһындағы хәстәрлекте лә уға ышанып тапшыра.
1761 йылдың октябрендә ул кенәз ҡатыны Наталья Федосиевна Долгорукованан дача һатып ала — "Шлиссельбург өйәҙендә, Нева һәм Тосня йылғалары буйында, Санкт-Петербургтан 31 саҡрым алыҫлыҡта "; был биләмәне (хәҙер Отрадное) аҙаҡ Екатерина II ейәне Искәндәр өсөн һатып ала.
1764 году йылда күреү һәләтен юғалта, отставкаға сыға. Петербургта улында, аҙаҡ — Поддубьелағы имениеһында йәшәй, шунда үлә һәм ерләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В 1711 йәки 1712 йылда Федосье Фёдоровне Татищеваға (1695 — 4.12.1740, Киев), стольник Ф. Ю. Татищевтың ҡыҙына өйләнә. Балалары:
- Адриан (19.8.1712, Поддубье — 8.11.1750, Константинополь) — Голландияла белем ала; 1721 йылда атаһы менән Константинополгә бара;1740 йылдан — Сит ил эштәре коллегияһы секретары, артабан Төркиәләге илселектә секретарь; 1745 йылдан — Константинополдә резидент;
- Мария (14.7.1714, Поддубье — 31.7.1769, Санкт-Петербург), вице-адмирал Воин Яковлевич Римским-Корсаковта кейәүҙә (4.7.1702 — 30.7.1757)[4].
- Сергей (1716—1723);
- Марфа (1721—1721?);
- Анна (19.1.1730, Константинополь — 14.8.1781), действительный йәшерен советник, Аҫабалыҡ коллегияһы президенты Михаил Киприанович Лунинда (1712 — 22.9.1776) кейәүҙә;
- Николай (12.5.1731, Константинополь — 24.5.1784), Коммерц-коллегия вице-президенты, сенатор, йәшерен советник.
Тол ҡалғандан һуң Иван Неплюев 1741 йылдың 7 октябрендә икенсе тапҡыр фрейлин Анна Ивановна Панинаға (1717—1745, Орск), генерал-поручик Иван Васильевич Паниндың ҡыҙына (1673—1736) Аграфеныа Васильевна Эверлаковаға (1688—1763) өйләнә. Ошо никах арҡаһында абруйлы графтар Никита һәм Петр Паниндарҙың кейәүенә әйләнә.
Һайланма хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]И. И. Неплюевтың "Записки"лары тәүге тапҡыр 1823 йылда Свиньиндың "Отечественные Записки"ларында баҫыла, аҙаҡ 1871 йылда Л. Н. Майков уны "Русский Архив"та, авторҙың өҫтәмәләре менән ҡабатлап баҫтырып сығара.
- Неплюев И. И. Жизнь Ивана Ивановича Неплюева (им самим писанная). — М.: тип. Грачева и К°, 1870. — 120 стб. — (Отт. из № 4 «Рус. арх.» 1870 г.).
- Неплюев И. И. Записки : (1693-1773). — Новое полн. изд., с примеч. — СПб.: А. С. Суворин, 1893. — 197 с. — (Изд. также под загл.: «Жизнь Ивана Ивановича Неплюева (им самим писанная)»).
- Записки // Империя после Петра. 1725—1765. — М.: Фонд Сергея Дубова, 1998. — С. 385—448.
- Неплюев И. И. Проект Неплюева о преобразовании Яицкого войска / Предисл. В. Витевский 2013 йыл 27 декабрь архивланған. // Русский архив. — 1878. — Кн. 2, Вып. 5. — С. 5-33.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Александр Невский ордены (1740)
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (1762).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1825 йылдың 2 ғинуарында Ырымбурҙа Неплюев исемен йөрөткән хәрби училище асыла, аҙаҡ ул кадет корпусы тип үҙгәртелә.
- 1994 йылда Ырымбурҙа И. И. Неплюевҡа бюст асыла.
- Троицк ҡалаһында И. И. Неплюевҡа һәйкәл ҡуйылған.
- Ырымбур өлкәһе хөкүмәте һәм Лужский районы хакимиәте И. И. Неплюев ерләнгән урынды төҙөкләндеререүҙе һәм иҫтәлекле крест ҡуйыуҙы планлаштыра.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Адмирал, дипломат, губернатор . Лужский новостной блог (19 октябрь 2012). Дата обращения: 9 декабрь 2012. Архивировано 16 декабрь 2012 года. 2014 йыл 26 март архивланған.
- ↑ Щербина В. И. Кіевскіе воеводы, губернаторы и генералъ-губернаторы отъ 1654 по 1775 г. // Чтенія въ историческомъ общест†Нестора лЂтописца. — Киев, 1892. — Т. 6. — Отд. 2. — С. 123-148.
- ↑ Витевский В. Н. И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года. — Казань, 1897. — Т. 2. — С. 461.
- ↑ Сын её — Пётр Воинович Римский-Корсаков (ум. 1815) — приходится дедом композитору Н. А. Римскому-Корсакову (1844—1908).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]И. И. Неплюевтың Ырымбур өлкәһендәге эшмәкәрлеге хаҡында, әле ул тере саҡта уҡ, П. И. Рычков яҙып сыға (Ырымбур тарихы. — 1750) . И. И. Неплюевтың биографияһы В. Н. Витевский мәҡәләләрендә ентекле яҡтыртыла.
- Витевский В. Н. И. И. Неплюев, верный слуга своего отечества, основатель Оренбурга и устроитель Оренбургского края: Биогр.-ист. очерк… — Казань: тип. Имп. ун-та, 1891. — 230 c.
- Витевский В. Н. И. И. Неплюев и Оренбург : (Биогр.-ист. очерк) : Публ. лекции, чит. в зале Урал. войск. собр. в марте 1873 г. — [Уральск]: тип. Урал. каз. войска, 1875. — 537 с.
- Неплюев Иван Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- Неплюев, Иван Иванович // Русский биографический словарь А. А. Половцова.
- Государева М. Ю. Личность в истории: И. И. Неплюев. — Рязань: РВВДКУ, 2010. — 202 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-904398-06-4.
- Кадырбаев А. Ш. Ключи к вратам Азии // Восточная коллекция: Журнал для всех, кому интересен Восток. — 2010. — № 1 (40). — С. 10-23.
- Мустафазаде Т. Т. Стамбульское восстание 1730 года (по реляции русского резидента И. И. Неплюева) // Восток. Афро-азиатские общества: история и современность. — Институт Африки РАН, 2006. — № 3. — С. 121—128.
- Торопицын И. В. «Чтоб и астраханское купечество с киргиз-кайсаками в торгу участие иметь могло»: В. Н. Татищев и И. И. Неплюев: два подхода к развитию русско-казахской пограничной торговли. 1744 г. // Исторический архив. — 2009. — № 1. — С. 188—198.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Неплюев, Иван Иванович // Большая биографическая энциклопедия. — 2009.
- Иван Иванович Неплюев . Дипломаты Российской империи : сайт В. Соловова. Дата обращения: 9 декабрь 2012. Архивировано 16 декабрь 2012 года. 2013 йыл 9 апрель архивланған.
- Акманов И. Г. Неплюев Иван Иванович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 15 ноябрҙә тыуғандар
- 1693 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 22 ноябрҙә вафат булғандар
- 1773 йылда вафат булғандар
- Рәсәй империяһында вафат булғандар
- Изге Александр Невский ордены кавалерҙары
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнашыусылар