Эстәлеккә күсергә

Илһам

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илһам

Илһам — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Илһам исеме башҡорт халҡына ғәрәптәрҙән ислам дине йоғонтоһонда килгән, ғәр. — дәрт, теләк; илһам мәғәнәһенә эйә[1].

Вәлиев Илһам Фәһим улы (19 июль 1975 йыл) — опера йырсыһы (тенор), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2009).

Ғәлин Илһам Илүс улы (16 ноябрь 1969 йыл) — биналар төҙөүҙә ҡулланылған төҙөлөш материалдарын, аҙыҡ-түлек етештереү буйынса шәхси эшҡыуар, бер мандатлы 17-се һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Шакиров Илһам Ғилметдин улы (15 февраль 1935, CССР, РСФСР, Татар АССР-ы, Ворошилов районы, Яңы Бүләк — 2019 йыл 16 ғинуар, РФ, ТР, Ҡазан) — йырсы (баритон), Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының художество етәксеһе (1992-2012). ТАССР халыҡ артисы (1969), Ҡарағалпаҡстан АССР-ы (1981), РСФСР (1983) халык артисы, Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1970)

Алиев Илһам Гейдар оғлы (әзерб. İlham Heydər oğlu Əliyev; шулай уҡ урыҫ традицияһы буйынса Илһам Гейдарович Алиев; 24 декабрь 1961 йылда, Баҡы, Әзербайжан ССР-ы, СССР) — әзербайжан сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре һәм 2003 йылдың 31 октябренән ғәмәлдәге Әзербайжан президенты.

Илһамов Марат Әҡсән улы (8 апрель 1934 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1998), физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡортостандың (2003) һәм Татарстандың (2012) Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1976), Дуҫлыҡ (1995), Салауат Юлаев ордендары (2004) кавалеры.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ