Исламов Динис Фәтхи улы
Динис Исламов | |||||||
Исеме: |
Исламов Динис Фәтхи улы | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | |||||||
Тыуған урыны: |
Яңы Муса ауылы, Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы[1] | ||||||
Вафат булған көнө: | |||||||
Вафат булған урыны: | |||||||
Гражданлығы: | |||||||
Эшмәкәрлеге: | |||||||
Ижад йылдары: |
1947—1973 | ||||||
Жанр: |
проза | ||||||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |||||||
Наградалары: |
| ||||||
Исламов Динис Фәтхи улы (15 декабрь 1921 йыл — 14 апрель 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм прозаик. Ике Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Динис Фәтхи улы Исламов 1921 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы) Яңы Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан күрше Иҫке Муса ауылы мәктәбендә уҡый. 1936 йылда Өфөләге «Востоксталь» металлургия рабфагына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, ете йыллыҡ мәктәптәр өсөн тарих уҡытыусылары әҙерләй торған бер йыллыҡ курста уҡый.
1940 йылда Динис Исламов Көйөргәҙе районының Таймаҫ урта мәктәбендә уҡыта башлай. Оҙаҡ та тормай, хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Архангельскиҙәге хәрби инженерҙар училищеһына уҡырға ебәрелә.
Илдең төньяғында хеҙмәт иткән сағында Бөйөк Ватан һуғышы башлана, һәм 1942 йылда Д. Исламов фронтҡа алына. Ул Донбасс өсөн һуғыштарҙа, Днепрҙы кисеүҙә ҡатнаша, тәүҙә рота командиры, унан һуң уҡсылар полкы инженеры булараҡ, Одессаны азат итеүҙә, Днестр плацдармын алыуҙа, Белоруссия, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша.
1947 йылда демобилизациялана. Өфөгә ҡайтып «Кызыл таң» гәзитенә эшкә урынлаша. 1952 йылда Динис Исламовты икенсе тапҡыр хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Совет Армияһы сафынан ҡайтҡас «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй. 1951—1955 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Совет Башҡортостаны» гәзитенең махсус хәбәрсеһе була. 1973 йылдың 14 апрелендә Өфөлә вафат була.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Динис Исламов әҙәбиәткә шиғырҙар яҙып аяҡ баҫа. 1947 йылда «Октябрь» журналында уның «Бригадир», «Ағиҙелдә боҙ китә» һ.б. шиғырҙары баҫылып сыға. Ҡырҡынсы йылдар аҙағында очерк һәм шиғырҙары матбуғатта донъя күреп тора. Ә инде 1950 йылдарҙа Динис Исламов бөтөнләй проза жанрына күсә. «Ураҡ өҫтө» хикәйәһе сыҡҡандан һуң, ул үҙен прозаик итеп таныта. Был хикәйәһе «Гость из Кубани» тигән исем менән «Огонек» журналында баҫылып сыға. «Беренсе көн» тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1953 йылда донъя күрә. Динис Исламов артабан ауыл кешеләре тормошон, бигерәк тә, йәштәрҙең фиҙакәр хеҙмәтен, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт тойғоларын еңелсә юмор менән һүрәтләгән хикәйәләр һәм повестар ижад итә. «Юлда», «Яҙ», «Беренсе көн», «Йәй башында»һ.б. хикәйәләре, «Ҡыҙҙар», «Өс осрашыу» повестары шундай йүнәлештә ижад ителгән. Айырыуса «Ҡыҙҙар» повесы Динис Исламовты киң ҡатлам уҡыусыға алып сыға. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтенә йылы юморлы, лирик рухлы, киң ҡарашлы художник килеүен раҫлай. Д. Исламов артабан да повесть жанрында уңышлы ижад итә: «Ғүмер юлдары», «Ысын күңелдән һөйләшеү», «Зелов тауҙары», «Минең ауылдашым — Ибраһим ағай» кеүек заманы өсөн актуаль, социаль йәһәттән үткер зиһенле әҫәрҙәре донъя күрә.
1959 йылда баҫылып сыҡҡан «Йомарт ер» романында 1950-се йылдарҙың уртаһындағы ауыл тормошондағы үҙгәрештәр, шуға бәйле төрлө характерлы кешеләрҙең образдары тыуҙырыла. Был әҫәр буйынса Башҡорт академия драма театрында «Ҡуштирәк, йәғни Йомарт ер» спектакле ҡуйыла.
Яҙыусы Бөйөк Ватан һуғышының иң дәһшәтле тәүге осорон һүрәтләгән «Мәскәү юлы» (1968) романы менән башҡорт романистикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында әҙип «Көньяҡ ҡояшы» тигән романы өҫтөндә эшләй, тик уны тамамларға өлгөрмәй.
Динис Исламовтың барлыҡ ижады өсөн кеше яҙмыштарына иғтибар, психологизм хас.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беренсе көн. Өфө, 1953 й.;
- Ҡыҙҙар. Өфө, 1955 й.;
- Девушки. Уфа, 1957 й.;
- Йомарт ер. Өфө, 1959 й.;
- Йылдар һәм юлдар. Өфө, 1960 й.;
- Өс осрашыу. Өфө, 1964 й.;
- Девушки. Өфө, 1965 й.;
- Ысын күңелдән һөйләшеү. Өфө, 1967 й.;
- Мәскәү юлы. Өфө, 1968 й.;
- Три встречи. Москва. 1969 й.;
- Зелов тауҙары. Өфө, 1970 й.;
- Аға һыуҙар. Өфө, 1971 й.;
- Три встречи. Кишинев, 1972 й.;
- Йылдар тауышы. Өфө, 1981 й.;
- Әҫәрҙәр. I том. Өфө, 1986 й.;
- Әҫәрҙәр. II том. Өфө, 1986 й..
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.12.1943[2]; 07.06.1945[3])
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (13.04.1945)[4]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (27.08.1944)[5]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (22.02.1943)[6]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (20.10.1942)[7]
Исемен мәңгеләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шишмә районы Яңы Муса ауылы урамдарының береһенә Динис Исламов исеме бирелгән;
- Өфөлә Динис Исламов йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Романов В. Он познал всю тяжесть фронтовых дорог (К 95-летию со дня рождения писателя Диниса Исламова). «Башинформ» мәғлүмәт аагентлығы, 2016, 15 декабрь[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы, Шишмә районы.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Он познал всю тяжесть фронтовых дорог (К 95-летию со дня рождения писателя Диниса Исламова). , 2016, 15 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2016)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәхитов Ә. Х. Йылдар тауышы. // Ижади портреттар, Өфө, 1976й., 3—110-сы биттәр;
- Байымов Р. Н. Һалдат рухлы тормошсан ижад. // Д. Исламов. Әҫәрҙәр. I том. Өфө, 1986 й., 5—10-сы биттәр;
- Вәлиев Ә (Әкрәм Вәли). Уңышлы көн. — «Әҙәби Башҡортостан» журналы, 1955, № 3;
- Ғәбсәләмов З. Д. Исламовтың повесы һәм хикәйәләре. — «Әҙәби Башҡортостан» журналы, 1955, № 11;
- Коптяева А. Повесть о девушках. — «Литератуная жизнь» гәзите, 1958, 9 апрель;
- Латипов Р. «Ҡыҙҙар» повесы тураһында. — «Әҙәби Башҡортостан журналы», 1955 й., № 2;
- Хәкимов Ә. Х. Еңеү юлының башы. — «Ағиҙел» журналы, 1968 й., № 2;
- Баимов Р. Н. Послесловие к книге Д. Исламова. Уфа, 1974;
- Атнабаев Ә. Ҡ. Инеш һүҙ. // Д. Исламов. Йылдар тауышы. Өфө, 1981 й..
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 42 с. ISBN 5-295-02294-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исламов Динис Фәтхи улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2021)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шишмә районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 15 декабрҙә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- 14 апрелдә вафат булғандар
- 1973 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Башҡорт яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- XX быуат яҙыусылары
- «Ҡыҙыл таң» гәзите журналистары
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- СССР офицерҙары