Эстәлеккә күсергә

Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йәнғәли Вәхитов битенән йүнәлтелде)
Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 5 октябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 октябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө бейеүсе, хореограф, музыкант
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Вәхитов Йәнғәле Арыҫлан улы (5 октябрь 1932 йыл — 3 октябрь 2003 йыл) — бейеүсе, ҡурайсы, хореограф, халыҡ сәсәне. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1957), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995).

Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары йырсы Х. Ғәлимов һәм ҡурайсы Й. Вәхитов (уң яҡта)
Башҡорт халыҡ бейеүе «Гөлнәзирә». Уңдан икенсе — Йәнғәли Вәхитов.

Йәнғәле Арыҫлан улы Вәхитов 1932 йылдың 5 октябрендә Мәләүез районының Һыртлан ауылында тыуған. Оҙаҡламай ғаиләһе менән Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылына күсеп килә. Бер аҙ Мөсәттә йәшәп алалар. Аҙаҡ Байназарға килеп төпләнәләр.

Атаһы Арыҫланғәле, бабайы Батырғәле оҫта ҡурайсылар, иҫ китмәле бейеүселәр була. Иҫ белгәненән алып уларҙың ҡурайына бейеп үҫә. Ауыл ерендә була торған бөтә эштәрҙе эшләп үҫә. Үҫмер сағынан урман ҡырҡыуҙа, һал ағыҙыуҙа ҡатнашырға тура килә. Ауылдашы — Башҡортостандың халыҡ артисы Муллайән Сөйәрғолов иҫләүенсә, Йәнғәле ҡыуғын мәлендә айырым бүрәнәгә баҫып, үҙ ҡурайына үҙе бейеп бара алған.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1951 йылдаБөрйән районы үҙәгендә уҙғарылған "Йыр һәм бейеүҙәрҙе иң оҫта башҡарыусы"лар конкурсында 1-се урын ала. Лауреат исемен яулай.

Өфөлә (1951 йыл) уҙғарылған йыр-бейеү республика смотр-конкурсында ҡатнашып тағы ла беренсе урын ала. Был конкурста жюри ағзаһы булған Фәйзи Ғәскәров Йәнғәле Вәхитовты үҙенең бейеү ансамбленә саҡыра һәм хореографтар курсына уҡырға ебәрә.

Алты ай уҡығандан һуң, уны бейеү ансамбленә эшкә алалар һәм ошо ваҡыттан Йәнғәле Вәхитов өсөн ижади тормош башлана. Улар бөтә Башҡортостанды буйлап йөрөп сығалар, артабан Ленинград, Петрозаводск, Мурманск, Архангельск өлкәһендә сығыш яһайҙар.

1955 йылдаМәскәүҙә Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көнө үтә. Фәйзи Ғәскәров исемендәге легендар ансамбль ошо байрамда уңышлы сығыш яһай. Ошо саранан һуң Йәнғәле Вәхитов БАССР Юғары Советы Президиумының 1-се дәрәжәле дипломы менән бүләкләнә.

Шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле бик күп илдәрҙә гастролдәрҙә йөрөй. Вьетнамда, Кореяла, Монголияла, Непалда, Һиндостанда, Японияла булып бик уңышлы сығыш яһайҙар. Йәш сағынан уҡ легендаға әйләнгән бейеүсе бик күп башҡорт бейеүҙәрен бүләк итә был илдәргә.

1957 йылда Австрияның баш ҡалаһы Венала Бөтә донъя йәштәре фестивале үтә. Унда ансамбль Ф. Ғәскәров һәм Й. Вәхитов ҡуйған «Шаян ҡыҙҙар» бейеүен башҡарып, лауреат исеменә лайыҡ була.

1951—1960 һәм 1964—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы һәм музыканты була.

1960—1964 йылда Башҡортостан Филармонияһы эстрада артисы була.

Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада төркөмөнә эшкә күскәс, илһамланып төрлө бейеүҙәр һала башлай. Милли ерлектә «Перовский», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Һалдат бейеүе», «Кейәү» кеүек ике тиҫтәнән ашыу бейеү һалған.

1960 йылда У. Кинйәбулатов һүҙҙәренә «Бөрйәндең егеттәре» исемле йыр ижад итә һәм шул исемдәге бейеү һала. Был йырҙы Башҡортостандың күренекле артистары әле лә төрлө концерттарҙа башҡаралар. Ул ҡуйған бейеүҙәр бөгөнгө көндә лө сәхнәләрҙе биҙәй.

1972—2001 йылдарҙа республиканың төрлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарына халыҡ бейеүҙәрен сәхнәгә ҡуйыусы булып китә.

Уны бейеү һалдыртыу өсөн республиканың төрлө район, ҡала һәм ауылдарына саҡыралар. Ҡайҙа барһа ла, бер-береһен ҡабатламаҫ үҙенсәлекле һәм халыҡсан яңы-яңы бейеүҙәр ҡуя оҫта. Бөрйән районында ла төрлө характерҙағы бик күп бейеүҙәр ҡуя. Мәшһүр бейеүсе бейеүҙе кешенең характерына ҡарап та ижад иткән.

Мәҫәлән, «Киленсәк» бейеүен Рәзилә Сиражетдинова, "Йәш Ҡаһым түрә"не — Иҙел Дауытов, "һалдат"ты, «Шоңҡар»ҙы — Рәүеф Сиражетдинов, «Сәлимәкәй»ҙе -Айгөл Хәкимова, «Йәш йөрәктәр»ҙе — Гөлсәсәк һәм Айытбай Дауытовтар, «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» бейеүен Рәйсә һәм Ғәле Дауытовтар өсөн ҡуя.

Шулай уҡ, Рәзилә Сиражетдинова өсөн «Ҡарлуғас» бейеүен, Гөлсирә Иманғолова өсөн «Ҡанатлы йерәк» бейеүен ижад итә.

«Таң йондоҙо» (Гөлдәр Иҫәнғәлина), «Тол еңгә» (Рәйсә Дауытова), «Еҙ үксә» кеүек ул һалған бейеүҙәрҙе нисәмә тиҫтә йылдар буйы смотрҙарҙа һәм концерттарҙа башҡаралар… Ғүмеренең һуңғы йылдарында Йәнғәле Вәхитов ҡулына ҡурай алып төрлө-төрлө көйҙәр ижад итә, үҙенең бейеүҙәре өсөн сюжет уйлай.(Владислав Вәлиев)

Башҡорт бейеүҙәренең классик өлгөләрен тәшкил иткән «Бөрйән ҡыҙҙары», «Перовский», «һалдат бейеүе» кеүек данлыҡлы бейеүҙәр авторы, бейеүсе, ҡурайсы, имровизатор Йәнғәле Вәхитов 2003 йылда Иҫке Собханғолда 71 йәшендә вафат була.

Башҡорт бейеүе үҫешенә ҙур өлөш индереп, бик күп бейеүҙәрҙе сәхнәгә сығарған Йәнғәле Вәхитовтың хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем менән билдәләнгән.

1999 йылдан алып йыл һайын район кимәлендә Йәнғәле Вәхитов иҫтәлегенә бейеү конкурсы үткәрелә.

Күренекле журналист Флүрә Солтанованың «Бейеү шағиры» мәҡәләһенән өҙөк:

«Таланттар донъяға һирәк тыуа, тыуғандары ла бик һирәк тейешле баһаға лайыҡ була. Шундай оло таланттарҙың береһе — Йәнғәле Арыҫлан улы Вахитов. Уның исеме лә әле үҙе йәш сағында уҡ серле риүәйәткә өйләнгәйне. Был егет ҡурай буйлыҡ ҡына сағынан уйнап, үҙ көйөнә үҙе тыпырҙап бейеп, йырлап үҫә».

Йәнғәле Вахитовты халҡыбыҙҙың «тере ҡомартҡыһы» тип юҡҡа ғына атамайҙар. Ул башҡорт халыҡ бейеү сәнғәтенең милли мираҫын арымай-талмай байытыусы, сәхнә йондоҙҙарын балҡытыусы оло талант эйәһе. Уның юғары зауыҡ менән һалынған ижад емештәре халҡыбыҙҙың милли бейеү сәнғәтендә үҙе бер үҫеш дәүере булып иҫәпләнә.

Береһенән-береһе ғәжәйеп матур бейеүҙәр ижад итеүсе Йәнғәле ағай Вахитов ғүмерҙә лә бер генә бейеүҙе лә, хатта бер генә хәрәкәтте лә бер төрлө итеп ҡабатламай, ә милли ерлектә үҙенсәлекле, юғары зауыҡлы бейеүҙәр ижад итә, бейеүҙәренә бөтә күңелен һала, уларға йән өрә.

«Йәнғәле ағайҙың ике тиҫтәнән ашыу үҙенсәлекле бейеүҙәре бар. Айырыуса шуныһы шатлыҡлы: уның бейеүҙәре бөгөн дә сәхнә түренән төшмәй. Үҙе һалған бейеүҙәре тураһында һөйләүен генә тыңлау ҙа сәхнәлә табанынан осҡондар сәсрәтеп, сая бөркөттәй талпынып, өҙҙөрә баҫып бейегән егетте күҙ алдына баҫтыра». (Флүрә Солтанова)

«Мин яҙмышҡа ышанам», — ти Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина. Буласаҡ сәхнә йондоҙо уҡыған 1-се мәктәпкә талантлы бейеүсе Бөрйән егете Йәнғәле Вәхитов килеп, уҡыусыларға бейеү өйрәтеүе һәм, VIII класта уҡып йөрөгән Рәшиҙәне һайлап алып, уның өсөн махсус «Заһиҙә» бейеүен һалыуы яҙмыш булмай, нимә булһын?!

Аҙаҡтан был бейеү уға ғүмерлек яратҡан һөнәрен һайларға, аҙағыраҡ донъя сәхнәләрендә дан ҡаҙанырға ярҙам итә лә инде. Башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын, әҙәплелеген, нескәлеген, һығылмалылығын, һөйкөмлөлөгөн сағылдырған был бейеү менән йәш бейеүсе тәүҙә мәктәп, аҙаҡ район, унан һуң баш ҡала тамашасыларының күңелен яулай һәм Рәшиҙәнең үҙенең дә иң яҡын дуҫына әүерелә.

«Бүләк», «Заһиҙә», «Зариф», «Еҙ үксә», «Байыҡ», «Шаян ҡыҙҙар», «Ҡара тауыҡ», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Һыу буйында», «Ыласын», «Ҡоҙаса», «Кантон», «Таңсулпан», «Бейе, егет», «Шоңҡар», «Бөрйән егеттәре», «Форт Перовский», «Бейеш», «Кәкүк», «Шаян ҡыҙҙар бейеүе», «Сәлимәкәй», «Һалдат», «Ҡаһым түрә», «Бер йәшлектә , бер ҡартлыҡта», «Тол еңгә», «Таң йондоҙ», «Ҡанатлы йөрәк», «Киленсәк», «Йәш йөрәктәр», «Кейәү» һәм башҡалар (күп бейеүҙәрен әле табаһы бар).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашып, БАССР Юғары Советы президиумының I дәрәжә Дипломы менән бүләкләнә (1955 йыл).
  • Австрияның баш ҡалаһы Венала Бөтә донъя йәштәре фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ була (1957 йыл).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1957)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995).
  • 1999 йылдан алып йыл һайын район кимәлендә Йәнғәле Вәхитов иҫтәлегенә бейеү конкурсы үткәрелә.
  • Бөрйәндең күренекле кешеләре. «Ватандаш» 12-се һан, 2001 йыл
  • Владислав ВӘЛИЕВ «Бейер өсөн тыуған ул» «Таң» газетаһы, 2015 йыл 2 октябрь, 115—116 һандары
  • «Бейеү шағиры» Флүрә Солтанова