Эстәлеккә күсергә

Капошвар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Капошвар
мадьярса  Kaposvár
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Kaposvár
Рәсми тел Венгр теле
Дәүләт  Венгрия
Административ үҙәге Капошварский яраш[d][1] һәм Шомодь[d]
Административ-территориаль берәмек Капошварский яраш[d][2]
Сәғәт бүлкәте Үҙәк Европа ваҡыты[d], UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Individual Constituency Somogy County No. 1[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Hungary/Kaposvár.map
Хөкүмәт башлығы Károly Szita[d]
Халыҡ һаны 58 830 кеше (1 ғинуар 2024)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 153 метр
Туғандаш ҡала Мостар[d][4], Меркуря-Чук[d][5], Раума[d][6], Скио[d][7], Дархан[d][8], Үскүдар[9], Кантхо[d][10], Бат[d][5], Глинде[d][5], Копривница[d][5], Сен-Себастьян-сюр-Луар[d][11], Тверь[5] һәм Филлах[d][6]
Милке Stadion Kaposvár Rákóczi[d]
Сиктәш Тасар[d], Sántos[d], Kaposszerdahely[d] һәм Kaposújlak[d]
Майҙан 11 360 гектар[2]
Почта индексы 7400
Рәсми сайт kaposvar.hu[12]
Коллаж
Школьный округ Kaposvári Tankerületi Központ[d]
Урындағы телефон коды 82[2]
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Капошвара[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Kaposvár[d]
Карта
 Капошвар Викимилектә

Капошвар (венгр.Kaposvár, нем. Kopisch, Ruppertsberg, Ruppertsburg, төр. Kapoşvar) — Венгриялағы ҡала, Шомодь административ-территориаль берәмегенең (медье) үҙәге. Ҡала Капош йылғаһы буйында урынлашҡан. Халҡы 64 872 [13] кеше тәшкил итә (2014).

Транспорты һәм географияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Капошвар ҡалаһы Көньяҡ Дунай арты крайында Будапештан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай яҡынса 190 километр һәм Балатон күленән көньяҡҡа табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала аша БудапештЗагреб тимер юлы үтә. Будапештҡа тиклем поезд юлының ваҡыты — 3 сәғәт. Ҡаланан автомобиль юлдары Сигетварға, Печ һәм Надьканижаға алып бара.

Ҡала тәү башлап 1009 йылда Печ епископлығын билдәләү тураһындағы документтарҙа телгә алына. XV быуатта бында ҡәлғә төҙөлгән була. 1555 йылда Капошвар төрөктәр хакимлығы аҫтына күсә, улар ҡала менән 1686 йылға тиклем идара итә. 1702 йылда император Леопольд I бойороғо буйынса ҡәлғә диуарҙары емерелә. 1749 йылда Капошвар комитат үҙәге була.

XIX быуатта унан аша Будапешт — Загреб тимер юлы үтә, ул ҡаланың үҫеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ итә. XX быуат уртаһында ҡала составына тирә-яҡтағы бер нисә ауыл инә.

  • Капошвар ҡалаһында 1956 йылғы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан ике сәйәсмән Имре Надь һәм Бела Кирай тыуған
  • Шандор Латинка, венгр коммунисы һәм эшселәр хәрәкәте эшмәкәре.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡала ратуша бинаһы (XIX быуат).
  • Ҡала соборы VIII быуатта төҙөлгән, XIX быуатта неоготика рухында яңынан төҙөлә.
  • Кино музейы.
  • Рәссам Риппли-Ронаи музейы
  • Ҡала музейы
  • Васари галереяһы — хәҙерге венгр рәссамдары әҫәрҙәрен күрһәтә.

Ҡалала Капошвар Ракоци футбол клубы бар, ул көслө венгр дивизионында сығыш яһай. 2007 йылда клуб беренселектә 7-се урынды яулай. Шулай уҡ ҡалала Венгрияла иң көслө баскетбол клубы бар. Капошвар ат спорты үҙәге һанала, йыл һайын март айында бында ат сабыштары үткәрелә, ә октябрь айында — донъя Кубогы этабына ат ярыштар уҙғарыла.