Кирәй
Кирәй һәм Кирәй (исем) мәҡәләләрен берләштерергә! |
Кирәй — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.
Этимолгияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирәй исеме монгол ырыуы атамаһына барып тоташа; шулай уҡ гәрәй фарсы телендә эйәреүсе тигәнде аңлата; «кирәй», «гәрәй» ир-ат исемдәре ялғауы булып йөрөй[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирәй Мәргән (тулы исеме — Кирәев (Кирәйев) Әхнәф Нурый (Нурмөхәмәт) улы; 28 июнь 1912 йыл — 24 ғинуар 1984 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, фольклорсы ғалим, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965). 1941 йылдан — КПСС һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирәева Миңзада Мирғәле ҡыҙы (28 октябрь 1948 йыл) — театр актёры. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1991) артисы.
Кирәев Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы 5 июнь 1922 йыл — 26 февраль 1993 йыл) — урман хужалығы хеҙмәткәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС-тың Силәбе өлкә комитеты ағзаһы (1971). Өпәле леспромхозының Почет китабына индерелгән (1966)
Кирәев Михаил Юрьевич (20 февраль 1970 йыл) — Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры ().
Кирәев Олег Хөсәйен улы (6 февраль 1963 йыл) — Рәсәй музыканты, саксофонсы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |