Клара
Клара |
Клара — ҡатын-ҡыҙҙар исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клара исеме неологизм, немец теленән килеп ингән, Германия революционеркаһы Клара Цеткин исеменән яһалған яңы исем[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы (5 декабрь 1968 йыл) — географ, энциклопедист, журналист, шағир. 2009 йылдан «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәт комплексының директор урынбаҫары. Журналистар союзы ағзаһы (2014). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).
Алишкина Клара Таһир ҡыҙы (12 май 1933 йыл) — мәғариф ветераны, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Нуриман районының почётлы гражданы (2012).
Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы (7 март 1931 йыл — 9 ноябрь 2016 йыл) — партия, дәүләт һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1955 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, 1960—1963 йылдарҙа — беренсе секретары; 1965 йылдан Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 1969 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 198—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), ике «Почёт Билдәһе» (1960, 1967) ордендары кавалеры.
Клара Поллачек (ингл. Clara Pollaczek, тулы исеме — Clara Katharina Pollaczek, ҡыҙ фамилияһы — Loeb (Löb); 1875 йыл — 1951 йыл) — Австрия яҙыусыһы. Ҡайһы бер әҫәрҙәре Bob һәм Bob Béol псевдонимдары аҫтында сыҡҡан.
Клара Цеткин (нем. Clara Zetkin, ҡыҙ фамилияһы Айснер (нем. Eißner); 5 июль 1857 йыл — 20 июнь 1933 йыл) — немец йәмғиәт эшмәкәре, немец һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт етәкселәренең береһе, Германия коммунистар партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн көрәштең әүҙем ҡатнашыусыһы. Клара Цеткин Икенсе интернационалды булдырыуҙа ҙур роль уйнай, ул Булдырыу (Учредительный) когресы өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың революцион көрәштәге роле тураһында сығыш әҙерләй. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарҙың берҙәм көрәш көнөн — 8 мартты тәҡдим итеүсе тип иҫәпләнә.
Кашапова Клара Наил ҡыҙы (29 ғинуар 1970 йыл) — Рәсәй еңел атлеты, оҙон дистанцияға йүгереү буйынса белгес. 1990 йылдарҙа еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай, күп тапҡырҙар ил чемпионаттары призеры һәм еңеүсеһе, Санкт-Петербургта үткән Ихтыяр уйындарының көмөш миҙалы эйәһе, Атланталағы Йәйге Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы. Санкт-Петербург исеменән сығыш яһай. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Заменһоф Клара Александровна (ҡыҙ фамилияһы Зильберник, 5 октябрь 1863 йыл — 6 декабрь 192 йыл) — эсперантсы, Людвик Заменһофтың ҡатыны.
Ашрафян Клара Зармайровна (15 сентябрь 1924 йыл — 7 август 1999 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-индологы, тарих фәндәре докторы (1966). Украин һәм әрмән партия һәм дәүләт эшмәкәре.
Клара Бартон — американ Ҡыҙыл тәре һалыусы.
Бәхтейәрова Клара Зәки ҡыҙы[d] (1960 йыл)- ғалим-невролог. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — Республика тарҡау склероз үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007)
Ямалетдинова Клара Шәйех ҡыҙы (1953 йыл) — физик. Техник фәндәре докторы (2006).
Клара Ишемғолова — Булат Ишемғолдоң ҡыҙы, Францияла йәшәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клара Новикова эшләпәһе һәйкәле (Ялта) — Ҡырым ярымутрауының Ялта ҡалаһындағы Юмтин тыҡрығындағы юмористик һәйкәл, Юбилей концерт залы янында Арапня урамында ҡуйылған.
Клара замогы (ингл. Каро Castle; ирл. Caisleán Chláraigh) — Ирландия замоктарының береһе, Килкенни графлығында урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |