Эстәлеккә күсергә

Купфер Адольф Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Купфер Адольф Яковлевич
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 27 декабрь 1798 (7 ғинуар 1799)[2] или 6 (17) ғинуар 1799
Тыуған урыны Елгава[d], Курляндия губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 23 май (4 июнь) 1865[2] (66 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе пневмония
Ерләнгән урыны Смоленское лютеранское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Jacob Leonhard Kupffer[d]
Әсәһе Констанция Брандт[d]
Бер туғандары Карл Генрих Купфер[d][3]
Һөнәр төрө физик, метеоролог
Эшмәкәрлек төрө физика, химия һәм Минералогия
Эш урыны Ҡаҙан Император университеты
Уҡыу йорто Император Дерпт университеты
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d][4] һәм Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Гражданский чин действительный статский советник[d]
 Купфер Адольф Яковлевич Викимилектә

Купфер Адольф Яковлевич (Adolph-Theodor Kupffer; 6 [17] января 1799, Митава, Курлянд губернаһы, Рәсәй империяһы — 23 мая [4 июня1865, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы) — академик, билдәле физик-химик, метролог, тәүге метрологик һәм тикшереүсе учреждение — өлгө үлсәмдәре һәм үлсәүҙәр Депоһына һәм Рәсәйҙәге төп физик обсерваторияға нигеҙ һалыусы.

1799 йылдың 6 (17) ғинуарында сауҙагәрҙәр ғаиләһендә тыуа, А. Я. Купферҙың бер туған 4 һеңлеһе һәм 11 ҡустыһы була. 1815 йылда Митава гимназияһын тамамлай (1815)[5] һәм Дерпт университетының медицина факультетына уҡырға инә. Гимназияла уҡыған сағында уҡ унда тәбиғи фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уяна, һәм 1816 йылдың яҙында ул Германияға китә һәм Берлин университетында (С. Х. Вейстан һабаҡ ала) минерология фәнен өйрәнә башлай. Һуңынан ул Гёттингендә ғәмәли химия менән шөғөлләнә, унда шулай уҡ Гаусстың астрономия буйынса лекцияларын тыңлай һәм 1820 йылда «De crystallonomico calculo» диссертацияһы өсөн философия докторы дәрәжәһенә өлгәшә.

Йыл ярым Парижда йәшәй (Гаи лекцияларын тыңлай) һәм 1822 йылдың йәйендә Санкт-Петербургҡа ҡайта. Лейб-медик Либошицаның минералдар коллекцияһы уға кристалдарҙа мөйөштәрҙе үлсәү тураһында тәүге ғилми эшен яҙыу мөмкинлеген бирә, был эше өсөн ул 1823 йылда Берлин Фәндәр академияһы премияһына лайыҡ була.

1823 йылда уға Ҡаҙан Император университетының физика һәм химия кафедраһы тәҡдим ителә, ләкин эшен башлағанға тиклем Халыҡ мәғарифы министрлығы уны профессор М. И. Симонов менән бергә Парижға университетҡа физика һәм астрономия ҡорамалдарын һатып алыу өсөн ебәрә. 1824 йылдың февраль айында Ҡаҙанға килә һәм үҙ кафедраһында эш башлай; физика кабинетана һәм химия лобораторияһына (ә ҡайһы бер ваҡытта һәм «минераль» һәм «тәбиғи» кабинеттарға ла) мөдир булыу менән бергә химия, физика, ботаника, хатта минералогия буйынса лекциядар уҡый. Бер үк ваҡытта ер магнетизмы буйынса эштәр алып бара, 1828 йылда беренсе магнит обсерваторияһын булдыра: университет ихатаһында тимер бөтөнләй булмаған махсус бина төҙөлә, унда магнитометрҙар ҡуйыла.

1828 йылда Купфер Көньяҡ һәм Урта Урал буйлап сәйәхәт итә. Башҡа тораҡ пункттары менән бер рәттән Златоуст, Мейәс, Силәбелә була. Златоуст янындағы Урал тауҙарын ҡарап сығып, Архангель районы, тау теҙмәһен айырып күрһәтә — Үренге, Тағанай һәм Оло Йүрмә һырттары. Экспедициянан ҡайтҡас,Фәндәр академияһы тарафынан уны"минералогия буйынса" ординар академик итеп һайлап ҡуйылыуы тураһында белә һәм шул сәбәпле Петербургҡа күсенә. 1840 — физика буйынса.

1829 йылда Фәндәр академияһы Эльбрус тауҙары районын тикшереү өсөн махсус экспедиция ойоштора. Экспедицияға дөйөм етәкселек итеү А. Я. Купферға йөкмәтелә, алдарына ҡуйылған бурыстарҙың береһе — тауҙың тирә яғында һәм тау түбәһендә магнит яланын үлсәү. Эльбруста үткәрелгән магнит күҙәтеүҙәре барышында тәүге тапҡыр тауға юғарыраҡ күтәрелгән һайын магнит яланының көсө кәмей барыуы асыҡлана. Шул уҡ йылда Петербургта Петропавловск ҡәлғәһенең төньяҡ стеналары артында магнит обсерваторияһы өсөн бина төҙөлә, уны «магнитлы бина» тип йөрөтәләр[6].

1833 йылда А. Я. Купфер Урал тауҙарына сәйәхәте барышында яҙып барған көндәлектәре нигеҙендә «Уралға 1828 йылда ойошторолған сәйәхәт» тип аталған китабын француз телендә нәшер итә. 1834 йылда китаптың бер экземпляры император Николай Беренсегә бүләк ителә. Әлеге ваҡытта был китап Екатеринбург тарихи-крайҙы өйрәнеү музейының һирәк осраған документтар фондында һаҡлана.

Купфер Рәсәйҙең бөтә территорияһында берҙәм үлсәү системаһын индерергә тәҡдим итә. Төп үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр буйынса комиссия 1832—1842 йылдарҙа эштәрҙе башҡарыусы була. Купфер Рәсәйҙә үлсәмдәрҙең фәнни нигеҙләнгән системаһын һәм масса һәм оҙонлоҡ берәмектәренең — тәүге эталондарын — платина фунттың һәм сажиндың, шулай уҡ күләмдең (биҙрә һәм четверик (түтәрәм)) өлгө үлсәмдәрен булдырыуға етәкселек итә. Уның 1835 йылдағы эш һөҙөмтәләре Юғары Указ менән законлаштырыула; улар «pour de la les mesures Travaux Comission fixer les poids et etc.» (СПб., 1841) хеҙмәтендә баҫыла. Купферҙың аныҡ эшләүенә Фәндәр академияһы механигы Гиргенсон булышлыҡ итә, ул комиссия өсөн бер нисә үлсәү приборын эшләй.

1841 йылдың 11 ғинуарынан — «физика өлөшө» буйынса ординар академик (вафат булған Г. Ф. Паррот урынына).

1849 йылда Төп физика обсерваторияһының беренсе директоры итеп тәғәйенләнә..

1845 йылдың 19 сентябренән (1 октябрь) Урыҫ география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы[7]. Купфер 1846 йылда Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы итеп һайлана. 1851 йылда тулы хоҡуҡлы статский советник була.

Шулай уҡ А. Я. Купфер Төп педагогия институтында һәм Тау корпусында физика буйынса лекциялар уҡый (1829 йылдың 30 июленән 1851 йылдың 1 июленә тиклем физика кафедраһын етәкләй һәм атҡаҙанған профессор дәрәжәһендә эштән сыға).

1859 йылда Брадфордта Халыҡ-ара үлсәм, үлсәүҙәр һәм тәңкәләр буйынса берҙәм система индереү ассоциацияһы съезында Рәсәй вәкиле була.

1857 йылда Рәсәй һәм Франция метеорология мәғлүмәттәре менән алмаша башлай. Купфер һөйләшеп килешеү өсөн сит илгә китә һәм 1865 йылда ҡышында бөтә Европа илдәре араһындателеграф аша мәғлүмәттәр менән алмашыу тураһында килешеү төҙөүгә өлгәшә. Купфер ғәмәлдә һауа торошо хеҙмәттәрен берләштерә, әммә үҙенең хеҙмәт емештәрен файҙаланып өлгөрмәй. Март һыуыҡтары мәлендә обсерватория ҡыйығына Париждан алып ҡайтҡан анемографты ҡуйғанда һалҡын тейҙереп, ике аә ғына ауырып ятҡандан һуң үпкә шешеүенән 23 май (4 июнь1865 йыл, вафат була. Ерләнгән Санкт-Петербургта Смоленск лютеран зыяратында ерләнә.

Смоленск лютеран зыяратында А. Я. Купфер ҡәбере

Кристаллография, минералогия, металды өйрәнеү, метрология, ерҙең магнитизмы, метеорология өлкәһендә 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

«Poggendorff’s Annalen», «Bulletins de l’Académie imp. des sciences» журналдарында һәм башҡа баҫмаларҙағы мәҡәләренән тыш ул тағы ла түбәндәге хеҙмәттәрҙең дә авторы:

  • «Dissertatio de calculo crystallonomico» (Геттинген, 1821);
  • «Preisschrift über genaue Messung der Winkel an Krystallen» (Берлин, 1826);
  • «Voyage dans les environs du mont Elbrouz dans le Caucase» (СПб., 1830);
  • «Reise in die Umgegend des Berges Elborus in Kaukasus» (СПб., 1830);
  • «Handbuch der rechnenden Krystallonomie» (СПб., 1831),
  • «Voyage dans l’Oural entrepris en 1828» (СПб., 1833; с атласом);
  • «Магнетик һәм метеорологик күҙәтеүҙәрҙе алып барыу буйынса етәкселек» (СПб., 1835; нем. перев. В. Дерингера, в «Corresp. Blatt des naturforschenden Vereins zu Riga», 1859);
  • «Instructions pour faire des observations metéorologiques et magnétiques» (СПб., 1836);
  • «Tables psychrometriques et barométriques à l’usage des observatoires météorologiques de l’empire de Russie» (СПб., 1841);
  • «Выводы из метеорологических наблюдений, деланных в российском государстве» (СПб., 1846);
  • «Опытные исследования упругости металлов» (СПб., 1860).

Быларҙан тыш Купфер 1850—1863 йылдарҙа түбәндәге хеҙмәттәрен дә баҫтырып сығара: «Annales de l’observatoire physique central de Russie 1847—1856» (СПб., 1856—1858; 10 вып.) и «Compte rendu annuel».

1-се дәрәжә Изге Анна (1864), 1-се дәрәжә Изге Станислав (1860), 3-сө дәрәжә Изге Владимир (1856) ордендары менән бүләкләнгән[8].

Рәсәйҙең почта конверты
  • 1999 йылда почта конверты сығарыла.
  • 2009 йыл почта маркалары сығарыла.
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Купфер, Адольф Яковлевич (урыҫ) // Русский биографический словарьСПб.: 1903. — Т. 9. — С. 557—558.
  3. Купфер, Карл-Генрих (урыҫ) // Русский биографический словарьСПб.: 1903. — Т. 9. — С. 558.
  4. https://catalogues.royalsociety.org/CalmView/Record.aspx?src=CalmView.Persons&id=NA5601&pos=1
  5. Сначала учился в частной школе Фрюбурса, а с 14 лет в Митавской гимназии.
  6. В 1841 году магнитная обсерватория была перенесена на 23 линию Васильевского острова, объединена с метеорологической и получила название магнитно-метеорологической обсерватории.
  7. Временный устав Русского географического общества. — СПб., 1845. — [4], 20 с.
  8. Родной край. Краеведение Южного Урала
Алдан килеүсе:
'
Директор ГФО
1849—1865
Һуңынан килеүсе:
Кемц, Людвиг Мартынович