Кёсегты ҡамау

47°23′17″ с. ш. 16°32′30″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кёсегты ҡамау
Төп конфликт: Австрия-төрөк һуғышы (1529—1533)
Эдуард Шон. Гюнсты ҡамау
Эдуард Шон. Гюнсты ҡамау
Дата

530 август 1532 йыл[1]

Урыны

Кёсег, Венгрия

Нәтижә

Һаҡлаусылар ғосман армияһының Венаға һөжүмен кисектергән

Ҡаршы тороусылар

Ғосман империяһы

Командирҙар
Никола Джуришич
Ҡаршы тороусы көстәр

700-800[1]

120,000–200,000[2]

Юғалтыуҙар

ауыр[3]

һиҙелерлек[4]

 Кёсегты ҡамау Викимилектә

Кёсегты ҡамау йәғни Гю́нсты ҡамау (төр. Güns Kuşatması, нем. Belagerung von Güns) — ғосман армияһының 1532 йылда Кёсег (немецсә Гюнс) тигән бәләкәй сик буйы ҡәлғәһен (фортын) уңышһыҙ ҡамауы менән бәйле австрия-ғосман һуғыштарының эпизоды.

Хорват капитаны Никола Джуришич етәкселегендә Габсбург монархияһының обороналаусы ғәскәрҙәре артиллерияһыҙ барлығы 700—800 хорват һалдаттары көсө менән Кёсег фортын һаҡлаған[1] һәм солтан Күркәм Сөләймән менән бөйөк вәзир Ибраһим паша Паргалы етәкселегендәге 120-200 меңлек ғосман армияһының Венаға һөжүмен туҡтатҡан[1][5].

Ҡамауҙың нисек тамамланыуы аныҡ билдәле түгел, сөнки төрлө сығанаҡтар буйынса ике версия бар. Беренсе версия буйынса Никола Джуришич почётлы шарттарҙа бирелеү тәҡдименән баш тартҡан, ә икенсе версия буйынса ҡәлғәғә символик капитуляцияһы шарттарын тәҡдим иткәндәр. Солтан Күркәм Сөләймән армияның алға барыуын дүрт аҙнаға тотҡарларға һәм август ямғырҙары башланыу менән ҡамауҙы сисергә мәжбүр булған[5], шулай итеп алдан ниәтләгәнсә Венаға һөжүм итеүҙән баш тартҡан һәм Истанбулға ҡайтырға ҡарар иткән[3].

Солтан Күркәм Сөләймән башҡа бер нисә форттарҙы алып үҙенең Венгрияла хакимлығын гарантиялаған[6], әммә ғосман армияһы киткәндән һуң Фердинанд Габсбург юғалтҡан территорияларҙың бер өлөшөн кире ҡайтарған. Бынан һуң 1533 йылда Күркәм Сөләймән менән Фердинанд араһында килешеү төҙөлә, ул Янош Запольяины Венгрия короле статусында раҫлаған һәм башҡа мадьяр ерҙәре Фердинанд хакимлығы аҫтында ҡалыуын таныған[7].

Тәүтарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кёсегты ҡамау хөрмәтенә монумент.

1526 йылдың 29 авгусында Мохач янындағы алышта Венгрия короле Людовик II етәкселегендәге христиандарҙың армияһы солтан Күркәм Сөләймән етәкселегендәге ғосман ғәскәрҙәренән тар-мар ителгән[8]. Алышта Людовик II һәләк булған, был Венгрияның үҙенең бойондороҡһоҙлоғон юғалтыуына килтергән, сөнки король үҙенән һуң вариҫтарын ҡалдырмаған. Шәхси уния менән берләшкән Венгрия һәм Хорватия бәхәсле территориялар булып киткән, уларға Габсбургтар һәм Ғосман империяһы дәғүә иткән. Изге Рим империяһы императоры Карл V-нең ҡустыһы Фердинанд Венгрия короле Людовик II-нең һеңлеһен (Ягеллондар династияһы вәкилен) кәләш итеп алған[9]. Людовик II һәләк булғандан һуң Фединанд Венгрия һәм Хорватияның короле титулына дәғүә иткән[10].

Венгрия тәхете Фердинанд менән Трансильвания магнаты Янош Запольяи араһында бәхәс предметы булып торған. Солтан Күркәм Сөләймән Яношты барлыҡ Венгрияның хакимы итергә вәғәҙә биргән[11]. 1527—1528 йылдарҙағы мадьяр кампанияһы барышында Фердинанд Яноштан Буда ҡалаһын тартып алған, әммә 1529 йылда ул йәнә ғосмандар ҡулына эләккән[9]. 1529 йылда Венаны ҡамау — солтан Күркәм Сөләймәндең Австрия империяһының баш ҡалаһын тәүге тапҡыр алырға маташыуы була. Был ҡамау Үҙәк Европала ғосман яулап алыуҙарының иң юғары нөктәһе була[9].

Венгрияла Бәләкәй һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1529 йылда Венаны ғосмандар тарафынан уңышһыҙ ҡамауынан һуң, 1530 йылда Фердинанд инициативаны үҙ ҡулына алырға һәм солтан Сөләймәндең 120-меңлек армияһы тарафынан яһалған ҡыйралыштар өсөн үс алыр өсөн һөжүмдәр башлай. Был кампания традицион рәүештә Венгрияла Бәләкәй һуғыш башланыуы булараҡ ҡарала. Янош Запольяи йәнә Будаға ингән, әммә Фердинанд Дунай йылғаһы буйындағы бер нисә форттарҙы яулап алған, шулай уҡ Гран (Эстергом) ҡалаһын биләгән[5].

1532 йылғы кампания[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венгрияла Бәләкәй һуғыш башында солтан Күркәм Сөләймән 1532 йылда Фердинандтың һөжүмләренә яуап итеп йәнә Венаны ҡамау маҡсатында 120 меңлек армияны алып килгән. Ғосман армияһының тиҙ хәрәкәт итеүгә бәйле Фердинанд христиан ғәскәрҙәре ваҡытында йыйылмауынан ҡурҡҡан[12]. 12 июлдә Осиекта солтан Сөләймән Фердинандҡа хат яҙған[12], унда ул ғосман экспедицияһы уға ҡаршы түгел, ә император Карл V-гә йүнәлтелеүе хаҡында хәбәр иткән[13]. Әммә бынан һуң Күркәм Сөләймән ғәскәре менән Драва йылғаһы аша үткән һәм Венаға ғәҙәти маршрут буйынса барыр урынына көнбайышҡа Фердинанд ҡулына күскән ерҙәргә йүнәлгән[5]. Тарихсы Эндрю Уиткрофт фекере буйынса, Венаға йүнәлгәндә ғосман армияһы 17 нығытылған ҡаланы һәм ҡәлғәне алған[1]. Фердинанд үҙенең армияһын алып киткән, тик Кёсегты һаҡларға артиллерияһыҙ 700—800 һалдатын ҡалдырып киткән[5].

Ҡамау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кёсегта Джуришич замогына өҫтән күренеш

Шопрондан көньяҡтараҡ ятҡан Кёсег ҡәлғәһе Австрия менән сиктән бер нисә миль алыҫлыҡта урынлашҡан[1]. Фердинанд тарафынан ҡалдырылған гарнизон менән хорват офицеры һәм дипломаты Никола Джуришич командалыҡ иткән[14]. Кёсег нығытылған нөктә тип иҫәпләнмәгән һәм етди усаҡ ҡаршылығы булып күренмәгән[1][14]. Әммә Ғосман империяһының бөйөк вәзире Ибраһим паша Паргалы Кёсегтең насар һаҡланыуы тураһында белмәгән[5] .

Ғосмандар Кёсегтә үтә тәүәккәл ҡаршылыҡ осратҡан[14]. Сөләймән ҡәлғәғә ярҙамға Фердинандтың армияһы киләсәк тип иҫәпләгән, шунлыҡтан штрум менән ҡабаланмаған[15]. Әммә ысынында ғосмандар Кёсегты ҡамаға алғанда, Изге Рим империяһының армияһы Регенсбургта тупланған[16]. Ғосмандар бер-бер артлы һөжүм яһаған. Артиллерия уты ҡәлғә диуарының бер өлөшөн емергән, әммә был һаҡлаусыларҙың капитуляциялауына килтермәгән[14]. Тарихсы Паоло Джовио фекеренсә, солтандың ғәскәрҙәре штурмлауҙа ҙур артиллерия ҡоралын ҡулланмағанға күрә артиллерия һөжүме уңышһыҙ булған, сөнки ғосмандар был ҡоралды яҡынлашыусы империя армияһына ҡаршы алышта (улар көткәненсә) ҡулланырға иҫәп тотҡан[17]. Ғосман минёрҙарының зарядтары уңышлы кире ҡағылған[14]. Бынан башҡа Кёсег диуарҙарының архитектураһы хатта диуарҙарҙы бер нисә уңышлы шартлатыуҙан һуң да ҡәлғәне тотоп ҡалырға мөмкинлек биргән[5]. 25 көн дауамында артиллерияһыҙ капитан Никола Джуришич һәм уның 700—800 хорваттан торған ғосмандарҙың 19 штурмын кире ҡаҡҡан[1].

Ҡамауҙың тамамланыуы аныҡ асыҡланмаған. Тәүге версия буйынса Никола Джуришич почётлы шарттарҙа бирелеү тәҡдименән баш тартҡан һәм ғосмандар сигенгән[1][4][18]. Икенсе версия буйынса ҡәлғәғә символик капитуляцияһы шарттарын тәҡдим иткәндәр. Замокҡа ғосмандарҙың символик отрядына инергә рөхсәт ителгән, улар ҡәлғә өҫтөндә ғосман флагын урынлаштырырға тейеш булған[5]. Нисек кенә булмаһын август ямғырҙары килеү менән Күркәм Сөләймән ҡамауҙы сискән[5] һәм алдан ниәтләнгән Венаға йүнәлеү урынына Истанбулға ҡайтҡан[3]. Ул Кёсег янында Фердинандтың армияһын көтөп дүрт аҙна тиерлек юғалтҡан, ә был ваҡыт эсендә ҡеүәтле империя армияһы Венала йыйылып өлгөргән[3]. Урындағы риүәйәт буйынса төрөктәр ҡамауҙы иртәнге сәғәт 11-ҙә сискән, шуға бәйле Кёсег ҡала собороныдағы сәғәт телдәре мәңгелеккә 11-ҙә туҡтатылған һәм көн һайын ошо сәғәттә ҡалала ҡыңғырау сыңы яңғырай.

Тарихсы Паоло Джовио фекеренсә, император Карл V Веналағы империя армияһы менән тик 23 сентябрҙә килеп еткән, был ғосмандар менән алышҡа инергә һуң булған, сөнки Күркәм Сөләймән Кёсегтан ҡамауҙы бер ай элек үк сискән булған[19]. Шулай итеп Никола Джуришич һәм башҡа ҡәлғәнең яҡлаусылары Венаны ҡамауҙан ҡотҡарған[3].

Эҙемтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сень (Хорватия) (һулда) һәм Кёсег (Венгрия) (уңда) ҡалаларында Никола Джуришич һәйкәлдәре

Кёсегтың ҡаршылығы ғосмандарҙың Венаға хәрәкәтен туҡтатһа ла, солтан Сөләймән бер нисә форттарҙы алып Венгрияла үҙенең хакимлығын киңәйтә алған, сөнки Фердинанд менән Карл V алыштарҙан ситләшкәндәр[6]. Ғосман ғәскәрҙәре китеү менән шунда уҡ Фердинанд улар яулаған территорияны йәнә биләгән[20]. Һөҙөмтәлә 1533 йылда Истанбулда солтан Сөләймән менән Фердинанд тыныслыҡ килешеүен төҙөгән[7]. Килешеү Янош Запольяиҙың Венгрия тажына хоҡуғын раҫлаған, әммә башҡа мадьяр ерҙәре Фердинандтың власы аҫтында ҡалған[7].

Был килешеү Янош Запольяины ла, Фердинандты ла ҡәнәғәтләндермәгән, уларҙың ғәскәрҙәре сик буйлап бер-береһенә ҡаршы бәрелештәр башлаған[21]. 1540 йылда Янош Запольяи вафат буғандан һуң, солтан Сөләймән Венгрияны үҙенең империяһы составына ҡушҡан[21]. 1529 йылдан 1566 йылға тиклем Ғосман империяһының сиктәре артабан көнбайышҡа күсерелһәлә, 1529 йылдан һуң булған кампанияларҙың береһе лә яңы территориаль ҡушылыуҙарҙы тәьмин итеүсе хәл иткесле еңеүҙе алып килмәгән[22].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Wheatcroft (2009), p. 59.
  2. A Historical Encyclopedia (2011), p. 151
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Vambery, p. 298
  4. 4,0 4,1 Thompson (1996), p. 442
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 Turnbull (2003), p. 51.
  6. 6,0 6,1 Akgunduz and Ozturk (2011), p. 184.
  7. 7,0 7,1 7,2 Turnbull (2003), pp. 51-52.
  8. Turnbull (2003), p. 49
  9. 9,0 9,1 9,2 Turnbull (2003), pp. 49-51.
  10. Corvisier and Childs (1994), p. 289
  11. Turnbull (2003), pp. 55-56.
  12. 12,0 12,1 Setton (1984), p. 364.
  13. Setton (1984), pp. 364—365.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 Setton (1984), p. 365.
  15. Setton (1984), p. 366.
  16. Gregg (2009), p. 169.
  17. Gregg (2009), pp. 168—169.
  18. Ágoston and Alan Masters (2009), p. 583.
  19. Zimmerman (1995), p. 124
  20. Black (1996), p. 26.
  21. 21,0 21,1 Scott (2011), pp. 58-59.
  22. Uyar and Erickson (2009), p. 74.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ágoston and Alan Masters Gábor and Bruce. Encyclopedia of the Ottoman Empire. — Infobase Publishing, 2009. — ISBN 0-8160-6259-5, 9780816062591.
  • Ottoman History: Misperceptions and Truths. — IUR Press, 2011. — ISBN 978-90-902610-8-9.
  • Black Jeremy. Cambridge illustrated atlas, warfare: Renaissance to revolution, 1492-1792. — Cambridge University Press, 1996. — ISBN 978-0-521-47033-9.
  • A dictionary of military history and the art of war. — Wiley-Blackwell, 1994. — ISBN 0-631-16848-6, 9780631168485.
  • Conflict and Conquest in the Islamic World: A Historical Encyclopedia: A Historical Encyclopedia. — ABC-CLIO, 2011. — ISBN 1598843362, 9781598843361.
  • Gregg Ryan E. Panorama, Power, and History: Vasari and Stradano's City Views in the Palazzo Vecchio. — ProQuest, 2009. — ISBN 0549937374, 9780549937371.
  • Scott Richard Bodley. Clash of Empires. — Osprey Publishing, 2011. — ISBN 1849082294, 9781849082297.
  • Setton Kenneth Meyer. The Papacy and the Levant, 1204–1571: The Sixteenth Century, Vol. III. — Philadelphia: The American Philosophical Society, 1984. — ISBN 0-87169-161-2.
  • Thompson Bard. Humanists and Reformers: A History of the Renaissance and Reformation. — Wm. B. Eerdmans Publishing, 1996. — ISBN 0-8028-6348-5, 9780802863485.
  • Turnbull Stephen R. The Ottoman Empire, 1326-1699. — New York (USA): Osprey Publishing Ltd, 2003. — ISBN 0-415-96913-1.
  • A military history of the Ottomans: from Osman to Atatürk. — ABC-CLIO, 2009. — ISBN 978-0-275-98876-0.
  • Vambery Armin. Hungary in Ancient Mediaeval and Modern Times. — Forgotten Books. — ISBN 1-4400-9034-3, 9781440090349.
  • Wheatcroft Andrew. The Enemy at the Gate: Habsburgs, Ottomans, and the Battle for Europe. — Basic Books, 2009. — ISBN 0-465-01374-0, 9780465013746.
  • Zimmerman T. C. Price. Paolo Giovio: The Historian and the Crisis of Sixteenth-Century Italy. — Princeton University Press, 1995. — ISBN 0691043787, 9780691043784.
  • Zürcher Erik Jan. Arming the state: military conscription in the Middle East and Central Asia, 1775-1925. — I.B.Tauris, 1999. — ISBN 978-1-86064-404-7.