Эстәлеккә күсергә

Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина битенән йүнәлтелде)
Лариса Абдуллина
Исеме:

Абдуллина
Лариса Хашим ҡыҙы

Тыуған көнө:

28 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (49 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы Мәкәш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир,тәржемәсе, журналист

Ижад йылдары:

1992 йылдан

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Дебют:

«Һине күргән яҙым» (1997)

Премиялары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)[1]; Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019), Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы (2008). Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019)

Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы (28 июль 1975 йыл) — башҡорт журналисы, шағир һәм тәржемәсе. 2020 йылдың июненән «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар (2007) һәм Журналистар (2002) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)[1], Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019)[2], Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2008), киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы (2018)[3] һәм Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019) лауреаты.Салауат Юлаев ордены кавалеры (2023).

Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина (ҡыҙ фамилияһы Ситдиҡова) 1975 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, «Йәшлек» гәзитендә, 2008 йылдан — «Башҡортостан» гәзитендә эшләй, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була.

2020 йылдың 18 июненән — «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире [4]

Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Лариса Абдуллина 2015 йылда Өфө ҡала хакимиәте башлығының йыллыҡ премияһына лайыҡ булды[5].

2016 йылдың сентябрендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[1].

2019 йылдың ноябрендә шағир Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһына лайыҡ булды[6].

2019 йылда «Башҡортостан» гәзитенең ижади коллективы был баҫмала донъя күргән публицистик мәҡәләләре өсөн Лариса Абдуллинаны Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим итте[7]. 11 октябрҙә уның ошо мәртәбәле бүләккә лайыҡ булуыуы тураһында иғлан ителде[2].

2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[8]

Лариса Абдуллина шиғриәте нескә лиризм һәм тәрән философия менән һуғарылған. Уның шиғырҙары эскерһеҙлек, саф күңеллелек һәм ихласлыҡ менән айырыла, уларға сағыу образлылыҡ һәм тел байлығы хас.

2020 йылда әҙиптең шиғри шәлкеме рус телендә нәшер ителгән «Литературная Кабардино-Балкария»» әҙәби-художестволы һәм ижтимағи-сәйәси журналының тәүге һанында донъя күрҙе, уға «Башкавдивизия», «Төштәр», «Соль-Илецк», «Яратам» һәм башҡа әҫәрҙәр ингән. Уларҙы руссаға шағир-тәржемәселәр Мамед Хәлилов, Светлана Чураева, Сергей Янаки тәржемә иткән[9].

Нальчик ҡалаһында балҡар телендә сыҡҡан «Минги-тау» («Эльбрус») журналында 2020 йылдың ноябрендә Лариса Адуллинаның тиҫтәгә яҡын шиғыры баҫылды. Уларҙы билдәле шағир-тәржемәселәр Исмаил Байтуғанов, Сәкинәт Мусаҡаева һәм Темирлан Жашуев үҙ туған теленә түңкәргән[10].

Төрлө сараларҙа ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2020 йылдың 6—10 сентябрендә Лариса Абдуллина Дағстандың баш ҡалаһы Махачкалала үткән ЮНЕСКО системаһындағы «Аҡ торналар көндәре» ХХХIV Халыҡ-ара Ғамзатов әҙәби фестивалендә ҡатнашты[11].

Уҡыусылар менән осрашыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2019 йылдың ғинуар аҙағында Мәскәүҙә «Аҫабалар рухы» тигән баш аҫтында Лариса Абдуллинаның шиғыр кисәһе үтте[12].
  • Һине күргән яҙым: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 1997.
  • Наҙлы мәлем ҡабатланыр һымаҡ: Шиғырҙар. Дәүләкән, 2003.
  • Еләк тәме: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 2006.
  • Уйлыларҙы уйландырып: Публицистика. Өфө, 2006.
  • Тридцать три: Стихи. Уфа, 2009. (рус.)
  • Пятый элемент: Стихи. Уфа, 2011. (рус.)
  • Йөрәк аҡылы: Публицистика. Өфө: Китап, 2011.
  • Балҡантау рухы: Повесть, хикәйәләр. Өфө: Китап, 2015[13].

Әҙип ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 ноябрь[14]
  • Илгиз Ишбулатов. Кешеләр китап уҡыһа, тормоштағы хаталар ҙа әҙерәк булмаҫ инеме икән (Әңгәмә). «Киске Өфө» гәзите, 2015, № 14[15].

Ҡәләмдәштәр фекере

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2021).
  • Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты (2018)[3]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)[1]
  • Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019)[17]
  • Өфө ҡала хакимиәте башлығының йыллыҡ пре­мияһы лауреаты (2015)[5]
  • Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2008)
  • Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019).
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 В Уфе лучшим работникам Башкортостана вручили государственные награды. ИА «Башинформ», 2016, 30 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2016)
  2. 2,0 2,1 В Правительстве Башкортостана отметили лауреатов премий имени Шагита Худайбердина за лучшие произведения в области журналистики за 2019 год. 11 октября 2019 года(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2020)
  3. 3,0 3,1 Башҡортостан журналисы һәм шағир ТӨРКСОЙ премияһына лайыҡ булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 19 февраль (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2018)
  4. Главным редактором башкирского детского журнала «Акбузат» стала Лариса Абдуллина. ИА Башинформ, 2020, 18 июня (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2020)
  5. 5,0 5,1 Тел һәм ил именлеге һағында — «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 октябрь 2016 йыл 9 март архивланған.
  6. Республикала яҙыусы Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллығы уңайынан уның исемендәге премия тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2019)
  7. Определены претенденты на получение премий имени Шагита Худайбердина. Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан. Официальный сайт. 2 сентября 2019 года 2020 йыл 12 ғинуар архивланған. (рус.).  (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2020)
  8. Азат Бадранов: Идея форума писателей - перевести формат работы в современные практики. ИА «Башинформ», 27 мая 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2021)
  9. Стихи Ларисы Абдуллиной опубликованы в журнале «Литературная Кабардино-Балкария». ИА «Башинформ», 6 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2020)
  10. Стихи башкирской поэтессы Ларисы Абдуллиной опубликованы в балкарском журнале. ИА «Башинформ», 2 декабря 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 декабрь 2020)
  11. Лариса Абдуллина принимает участие в Международном Гамзатовском литературном фестивале. ИА «Башинформ», 8 сентября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2020)
  12. ИА «Башинформ», 28 января 2019 года
  13. Баш ҡалала «Балҡантау рухы» исемле фантастик повесть донъя күрҙе."Башинформ" мәғлүмәт агентлығы, 2016, 8 февраль
  14. Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған. «Башҡортостан» гәзит (2015, 21 ноябрь). Дата обращения: 2019, 3 июль.
  15. «Киске Өфө» гәзите, 2015, № 14
  16. «Башҡортостан» гәзите. 2013, 1 июнь 2016 йыл 9 март архивланған.
  17. Фиҙакәр хеҙмәт лайыҡлы баһаланды. «Башҡортостан» гәзите сайты, 2019 йыл, 11 октябрь 2019 йыл 11 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы