Эстәлеккә күсергә

Мазһар

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мазһар

Мазһар — башҡортт ир-ат исеме.

Мазһар исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, матур, күркәм тигән мәғәнәгә эйә[1].

Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы (29 декабрь 1912 йыл — 25 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған башҡорт совет яҙыусыһы.

Талипов Мазһар Талип улы (28 ғинуар 1912 йыл — 10 октябрь 1997 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, подрывник, Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Иҫәнбаев Мазһар Насип улы (15 сентябрь 1936 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы (1987), профессор (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2002 йылдан)

Рәжәпов Мазһар Кәрим улы — III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.

Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (16 май 1955 йыл) — шағир, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһы (1997) һәм Рәсәй Федерацияһы (2006) Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2002) һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2005) премиялары лауреаты.

Бохармәтов Радик Мазһар улы (12 апрель 1958 йыл) — 2009—2011 йылдарҙа Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы.

Мазһар — Ирандағы (Көнсығыш Әзербайжан) бәләкәй ауыл


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ