Маҡсат (ислам)
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Маҡасид (ғәр. مقاصد; рус. Макасид; башҡ. Маҡсат) — ғәрәп һүҙе, маҡсат йәки ниәт тигәнде аңлата. Ислам хоҡуғында был термин «бурыстар, ниәттәр, төп маҡсаттар, Ислам күрһәтмәләренең айырым мәғәнәләре» шәкелендә ҡулланыла.[1]
Төп маҡсаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәриғәткә килгәндә, хәҙерге мосолман ғалимдары биш төп маҡсатты (маҡасид әш-шәриғә) билдәләй:
- Динде яҡлау (дин)
- Тормошто һаҡлау (нәфес)
- Тоҡомдо һаҡлау (наҫел)
- Аҡылды һаҡлау (аҡыл)
- Мөлкәтте һаҡлау (мал-мөлкәт)
Хәҙерге заманда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың 10 июлендә Малайзия премьер-министры Нәжиб Разаҡ шиғыйҙар һәм сөнниҙәр араһындағы конфликтҡа нөктә ҡуйырға саҡырып, телмәр менән сығыш яһай. Ул былай ти: «Малайзия
башҡа мосолман илдәренә шәриғәттең биш маҡсатына нигеҙләнгән прогрессив һәм үҫешкән милләт булыуҙың нимә аңлатҡанына миҫал булып, иманды, тормошто, интеллектты, тоҡомдо һәм милекте һаҡлау үрнәге булып тора ала»[2].
«Хөкүмәтебеҙҙең сәйәсәте һәр ваҡыт шәриғәт маҡсаттарының биш принцибына нигеҙләнгән (макасид әш-шәриғә)… әйҙәгеҙ, шәриғәт маҡсаттары нигеҙендә үҫешкән һәм алға киткән мосолман иленең өлгөһө булайыҡ»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Muhammad al-Tahir ibn Ashur. Treatise on Maqasid al-Shariah / Muhammad el-Tahir el-Mesawi. — London/Washington: International Institute of Islamic Thought, 2006.
- ↑ JOSEPH SIPALAN. Najib calls for Muslim unity, months after Shia witch hunt, MalayMail Online (10 июль 2014). 23 октябрь 2017 тикшерелгән.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |