Эстәлеккә күсергә

Миңлебаев Ринат Йәғәфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Миннебаев Ринат Ягфарович битенән йүнәлтелде)
Миңлебаев Ринат Йәғәфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 ғинуар 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Миңлебаев Ринат Йәғәфәр улы Викимилектә

Миңлебаев Ринат Йәғәфәр улы (24 ғинуар 1964 йыл) — график. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы, 2004 йылдан — Халыҡ-ара графика академияһы ағзаһы (Санкт-Петербург). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).

Ринат Йәғәфәр улы Миңлебаев 1964 йылдың 24 ғинуарында Өфөлә тыуған.

1986 йылда Башҡорт дәүләт педагогия интститутының художество-графика факультетын тамамлай.

Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта. Өфө фотооҫталыҡ академияһында «Нигеҙҙәр мәктәбе» курсын алып бара. digital-print, фотографика, гравюра полимерлы гравюра, металл стилдәрендә эшләй.

Монголия, Хакасия, Бүрәт Республикаһы, Тыва, Көньяҡ Урал, Ҡырғыҙстанда археология һәм этнография экспедицияларында ҡатнаша.

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Ирбит МИИ-һында (Свердловск өлкәһе), Новосибирскийҙың Дәүләт художество музейында, «Ҡазан» милли мәҙәниәт үҙәгендә (Ҡазан, Татарстан), Ая галереяһында (Курск), «Стерх» картиналар галереяһында (Сорғот, Төмән өлкәһе), Башҡортостан Республикаһының Милли музейында (Өфө), Графика музейы (Брунека, Италия), Пекиндың Кесе форма графикаһы галереяһы (Ҡытай), Американың Огайо штатының «Төньяҡ» университеты галереяһында.

Геоглифтарға (ер йөҙөндәге һүрәттәргә) арналған эштәр серияһы. Бер метр размерлы ҡулдан ҡойолған ҡағыҙҙарҙа Ринат Миңлебаев ҡош осҡан бейеклектән донъя ҡалаларының ландшафт схемаларын күрһәткән: Санкт-Петербург, Бразилиа, Лас-Вегас, Дубай, Арҡайым, Мәскәү һәм Пекинды.

Баҫма графика — «Мегалиттар», «Терра» сериялары.

Донъяның яралыуы тураһында үҙ-ара берҙәм ижади идея менән бәйләнгән 6 эштән торған «Миф тыуыуы» серияһы рәссамдың ижадында айырым урын биләй (2002—2005 йылдар). Әлеге серия автор рецептураһы буйынса ҡулдан ҡойолған ҡағыҙҙа төшөрөлгән. Эштәр серияһы халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡуйыла һәм призлы урындар ала. 2007 йылда серияны шәхси коллекционер һатып ала.

Миңлебаев Ринат Йәғәфәр улы 1988 йылдан алып республика, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Өфөлә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Сорғотта, Нижневартовскиҙа, Абаканда, Екатеринбургта, Американың Огайо штаты университетында шәхси күргәҙмәләре үткәрелде.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010)
  • Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1997) — «Урман аллалары», «Гиперборейҙар» график эштәр серияһы өсөн.
  • Бөтә Донъя бәләкәй баҫма формалар графикаһы һәм экслибрис күргәҙмәһенең I премияһы һәм дипломы (1998, Пекин, Ҡытай);
  • Урал Триеннале станокта башҡарылған баҫма графикаһының көмөш миҙалы һәм II премия (1998, Башҡортостан Республикаһы? Өфө);
  • Халыҡ-ара Биеннале экслибрис дипломы (1998, Альбенг,Италия);
  • I Новосибирск Халыҡ-ара Биеннале графикаһы III премияһы һәм бронза миҙалы(1999),
  • Халыҡ-ара Урал Триеннале баҫма графикаһы бронза миҙалы һәм III премияһы (2001, Башҡортостан Республикаһы, Өфө);
  • Халыҡ-ара «Һомай тәңре» артфестивале дипломы (2002, Алматы, Ҡаҙағстан);
  • IV Халыҡ-ара Урал Триеннале баҫма графика һында I премияһы һәм алтын миҙалы (2004, Башҡортостан Республикаһы, Өфө);
  • «Аҡ интертөндәр» Икенсе Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ Биеннале графикаһы I премияһы (2004, Санкт-Петербург);
  • Художество Советы" журналының 10 йыллығына арналған Халыҡ-ара графика конкурстары лауреаты («Artcouncil»; 2006, Мәскәү).