Мирза (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Мирза — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мирза исеме башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән. Түрә балаһы, рәйес, Әмир, затлы, аҫыл зат тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мирза Шәфи Үәзех (әзерб. میرزا شفیع واضح, Mirzə Şəfi Vazeh; XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башы, Гәнжә — 16 (28) ноябрь 1852, Тифлис) — әзербайжан шағиры һәм аҡыл эйәһе, мәғрифәтсе һәм педагог.
Мирза Ҡәдим Ирәвәни, Ирәвәни Мирза Ҡәдим Мәмед-Ғөсәйн уғлы (1825 йыл — 1875 йыл) — XIX быуат Әзербайжан рәссамы. Орнаменталист һәм портретист, Әзербайжан станок живописенә нигеҙ һалыусы, ижады Яңы дәүер Әзербайжан һынлы сәнғәтендә мөһим һынылыш булған.
Муллағолов Мирза Ғизетдин улы (20 июнь 1938 йыл) — этнограф. Тарих фәндәре кандидаты (1989). Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мирзанов Бәхтийәр Ғүмәр улы (10 ноябрь 1892 йыл — 17 июль 1941 йыл) — башҡорт һәм татар совет шағиры.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мирза-Риза-хан йорто — XIX быуат аҙағы архитектураһы ҡомартҡыһы, Боржоми ҡалаһының символы. Боржоми үҙәк паркы янында урынлашҡан.
== Иҫкәрмәләр ==
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |