Эстәлеккә күсергә

Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Миңлеғәфүр Зәйнетдинов битенән йүнәлтелде)
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов
Төп мәғлүмәт
Исеме

Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов

Тыуған

17 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (53 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Һөләймән ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

педагог, ҡумыҙсы

Инструменттар

ҡумыҙ

Наградалар
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019) | Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011) Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2004)
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы (17 апрель 1971 йыл) — донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, музыкант-педагог. 2000 йылдан Өфөләге мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, шул иҫәптән 2005—2012 йылдарҙа Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто уҡытыусыһы; 2013—2019 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-инструменталисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004). [1].

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов 1971 йылдың 17 апрелендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районы Һөләймән ауылында, күп балалы ғаиләлә 11-се бала булып тыуа. Үҫмер сағынан милли көрәш менән мауыға, мәктәп йылдарында төрлө ярыштарҙа, һабантуйҙарҙа призлы урындар яулай. Йыр-моңға маһир туғандары араһында сәнғәттән дә ситләшә алмай: ҡулынан баян, ҡурай төшмәй. 8-се синыфты тамамлағандан һуң, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Шунда ҡумыҙ ҙа уйнау менән мауыға башлай[2]. Урта махсус белем алғас, уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт бүлегендә дауам итә.

Ижади ҡарашлы һәләтле башҡарыусы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡорт халҡының традицияларын, милли мәҙәниәтен, халыҡ уйын ҡоралдарын, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү һәм пропагандалау, йәштәргә музыкаль-эстетик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып бара. Рәсәй Федерацияһының бик күп төбәктәрендә һәм райондарында ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ансамблдәре ойошторойҙа ул туранан-тура ҡатнаша.

Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Төмән өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында, Татарстан Республикаһында, Новосибирск, Томск, Һамар ҡалаларында, Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта[3] йәшәүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә.

2007, 2009, 2011, 2013, 2015 йылдарҙа уның уҡыусылары Мәсетле районында үткән Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәрҙең төбәк-ара конкурсында лауреат була.

  • Ҡумыҙсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев (1999) һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов (2001) исемендәге призына республика конкурстары еңеүсеһе.
  • «Полбек» Төрки телле халыҡтарҙың халыҡ-ара фольклор фестивале лауреаты (Хакасия).
  • 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына бағышланған «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты.
  • Халыҡ-ара варган музыкаһы фестиваленең Гран-приһы (Яҡутстан) һәм «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» исеме[4]
  • «Хомус» (варган) милли уйын ҡоралында уйнаусыларҙың Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы еңеүсеһе. Ҡыҙыл ҡалаһы, Тыва Республикаһы (2013).
  • Йәһүд арфаһы Халыҡ-ара йәмғиәтенең съезд-фестивале лауреаты. Тауха ҡалаһы, Германия (2014).
  • «Зов предков» Халыҡ-ара фольклор-этнография фестивале лауреаты, Кокшетау ҡалаһы, Ҡаҙағстан (2014).
  • «Тарих һәм мәҙәниәт» Халыҡ-ара этник мәҙәниәттәрҙең фестиваль-конкурсының Гран-приһы. Астана ҡалаһы, Ҡаҙағстан (2015).
  • Ғәиләһе менән «Өлгө ал» республика конкурсында еңеү яуланы, Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды[5].
  • 2019 йылдың октябрь аҙағында Төркиәнең Анталья ҡалаһында үткән Халыҡ-ара ҡумыҙсылар конкурс-фестивалендә Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбле еңеү яуланы. Күп жанрлы конкурста башҡортса башҡарыу сәнғәтен күрһәтеп, ансамбль алты диплом алды, шуларҙан «фольклор», «халыҡ бейеүе», «музыка ҡоралында уйнау» номинацияларында дүрт беренсе урын яуланы[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]