Мөслим (ҡасаба, Силәбе өлкәһе)
Мөслим | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ үҙәге | Муслюмовское сельское поселение[d][2] |
Административ-территориаль берәмек | Муслюмовское сельское поселение[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
1722 кеше (2002)[3], 2654 кеше (2010)[4] |
Почта индексы | 456720 |
Мөслим Викимилектә |
Мөслим — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы ҡасаба. Мөслим ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба «Маяк» предприятиеһының радиоактив ҡалдыҡтары менән бысранған Тинес йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Эргәһендә Тыуғанъяҡ (рус. Шугуня́к) күле урынлашҡан. Район үҙәге Ҡоншаҡҡа тиклем 12 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба Силәбе — Каменск-Урал (1963 йылға тиклем Синарск) тимер юлы линияһында урынлашҡан, 1940 йылда төҙөлгән, шул уҡ исемдәге тимер юл станцияһы тирәләй барлыҡҡа килә. Станцияға ла, ҡасабаға ла исем эргәләге Тинес йылғаһының ике яҡ яры буйлап урынлашҡан шул уҡ исемдәге Мөслим ауылы буйынса бирелгән. 2009 йылда, йылғаның радиоактив бысраныуы менән бәйле, был ауыл халҡы ҡасабаға күсерелә. Бының өсөн ҡасабаның көньяҡ-көнсығыш ситендә (ауылдан көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан) «Яңы Мөслим» тип аталған ҡасаба төҙөлә[5]. XXI быуат башында ҡасаба тирәһендә Течамагнетит(FeO·Fe2O3) мәғдән ятҡылығын эшкәртеү башлана. Сосновка руднигы Мөслим тимер юл станцияһы аша хеҙмәтләндерелә[6].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты уртаса континенталь. Бында һауа торошо бик үҙгәреүсән, бының төп сәбәбе булып Урал тауҙары тора. Бында улар бейек булмаһа ла, Рәсәйҙең Европа өлөшөнән килгән һауа массаларын индермәй, шуға ла бында һалҡын Арктика һауаһы ла, ҡыҙыу Урта Азия һауа массалары ла еңел үтә. Быларҙың һөҙөмтәһе булып, бында һауа торошоноң кинәт үҙгәреше йыш күҙәтелә.
Сәғәт поясы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөслим (ҡасаба) Екатеринбург ваҡыты (Yekaterinʙurg Time Zone, YEKT) сәғәт поясында урынлашҡан. UTC менән айырмаһы +5:00 сәғәт тәшкил итә. Мәскәү ваҡыты менән айырмаһы +2 сәғәтте тәшкил итә һәм Рәсәйҙә MSK+2 итеп күрһәтелә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[7] | 2010[8] |
1722 | ↗2654 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда ҡасаба халҡы һаны 2654 кеше тәшкил итә (1236 ир-ат һәм 1418 ҡатын-ҡыҙ). Халыҡ һанының ыңғай динамикаһы ауыл халҡының ҡасабаға күсеп килеүе һәм эшкәртелеүсе ятҡылыҡҡа эшселәр килеүе менән бәйле.
Күсергәнгә тиклем эвакуацияланмаған Мөслим ауылында йәшәгән халыҡ нурланышының һөҙөмтәле дозаһы уртаса 280 миллизиверт тәшкил итә.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаның урамдар селтәре 39 урамдан һәм 1 тыҡрыҡтан тора.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала шул уҡ исемле тимер юл станцияһы бар.
Ҡасаба төбәк автомобиль юлдары ярҙамында Ҡоншаҡ (75К-147), Ноғман (75К-462) ауылдары менән, Солтан (75К-461) ауылы менән, Һаҡҡол ҡасабаһы аша М5 «Урал» (Екатеринбургҡа сығыу юлы) (75К-206), 75К-132 Мейәс — Шадринск (75К-020) автомобиль юлдары менән бәйләнеш тота[9].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыштым аварияһы
- Көнсығыш-Урал радиация дәүләт ҡурсаулығы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Бег на месте. Жизнь переселенцев из радиоактивного Муслюмово . Дата обращения: 22 июль 2020. / Статья от 12.12.2017 г. на сайте «Idel.Реалии». Р. Хисамова.
- ↑ Муслюмово: разработка карьеров . Дата обращения: 19 июнь 2018. / Статья от 20.12.2011 г. в сетевом издании «ЧЕЛЯБИНСКСЕГОДНЯ».
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Перечень автомобильных дорог общего пользования регионального или межмуниципального значения, являющихся собственностью Челябинской области . 2019 йыл 27 май архивланған. / Документ на официальном сайте Миндортранса Челябинской области.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Речная болезнь» .. Документальный фильм режиссёра Р. Карапетяна, 2015 г[1].
- ↑ Государственные услуги / Реестр прокатных удостоверений фильмов / Речная болезнь . 2018 йыл 18 октябрь архивланған., Данные на официальном сайте Министерства культуры Российской Федерации.