Ҡомкүл (ҡасаба)
Ҡомкүл | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе[d][1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 166 метр |
Почта индексы | 456700 |
Ҡомкүл — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы составына ингән ауыл. Бәғерәктамаҡ ауыл биләмәһенең составына керә.
Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атама башҡорт теленән алынған: «Ҡомло күл» тигәнде аңлата[2]. Тәүге өлөшө «Ҡом», икенсеһе - һыу ятҡылығы төрөн билдәләй — «күл»[3].
Силәбе өлкәһенең географы, топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Ҡоншаҡ районында Ҡомкүл тигән атамалы күл һәм ҡасаба; Арғаяш һәм Октябрьский районында ике күл булыуын яҙа [4].[5].
Ҡомкүлгә бағышланған «Ҡомкүл» башҡорт халыҡ йырын Салауат Юлаевтың Садиҡ исемле көрәштәше төрмәлә ултырғанда сығарған тиҙәр[6].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Силәбе ҡалаһынан йөҙ саҡрым тирәһе алыҫлыҡта, райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Ҡомкүл күле буйында урынлашҡан. Район үҙәге булған Ҡоншаҡ ауылына тиклем ара — 70 км.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡасаба элек Ленин исемендәге колхоз фермаһында 1959 йылда булдырылған.
Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[7] | 2010[8] |
225 | ↘171 |
Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 1970 йылда ауылда 243 кеше, 1983 йылда — 397 кеше, 1995 йылда — 356 кеше йәшәгән.
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса, ауыл халҡының күп өлөшөн башҡорттар (93%) тәшкил итә.
Урам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зеленая улица
Новая улица
Озерная улица
Центральная улица
Школьная улица
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с.
- ↑ Кумкуль, озеро (html) (недоступная ссылка — история). Краеведческий портал Челябинской области. Архивировано 15 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 22 октябрь архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И.Кум-Куль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Кум-Куль
- ↑ Йырҙар һәм бейеү көйҙәре, 148 б. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.