Нурислам (исем)
Уҡыу көйләүҙәре
Викидатала элемент юҡ |
Нурислам — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла киң таралған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нурислам башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән исем — нур + ислам; ислам нуры тигәнде аңлата[1]
Ощо исемдәге билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы (16.02.1929—27.09.1996), уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре, журналист һәм яҙыусы. 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967).
- Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы (9.09.1956), ғалим-тарихсы. Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты, доцент.
Атаһының исемендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тайсин Вафир Нурислам улы (6 август 1927 йыл — 10 ғинуар 1995 йыл) — Әлмөхәмәт МТС-ының «Ҡыҙыл һабан» колхозы тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Тотманов Рәдис Нурислам улы (5 август 1953 йыл) — бейеүсе, педагог-хореограф һәм балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Ғизәтуллин Хәмит Нурислам улы (10 февраль 1932 йыл, Суйынсы-Супан ауылы, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы, металлургия процестарын иҡтисади-математик моделләү теорияһы һәм практикаһы өлкәһе белгесе, 1991 йылдың 7 декабренән Рәсәй Фәндәр академияһының йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр секцияһы буйынса (төбәк иҡтисады) мөхбир ағзаһы. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге президиумы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһы кәңәшсеһе.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Евгений Фанилевич Нурисламов (11.08.1982), Рәсәй хоккейсыһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нурислам (шишмә) — Башҡортостандағы шишмә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |