Эстәлеккә күсергә

Нәжми

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Нәжми — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Нәжми — «йондоҙ», «йондоҙ кеүек» мәғәнә аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Нәжми Назар (тулы исеме — Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов, 5 февраль 1918 йыл — 6 сентябрь 1999 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының VI һәм VII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1982), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. Октябрь Революцияһы (1978), I (1985) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1968), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.

Нәжмиев Тимерхан Сафуан улы (18 июнь 1923 йыл — 18 май 2004 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1951 һәм 1954—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Илеш районының «Искра» колхозы рәйесе. БАССР-ҙың 6-сы сығарылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1967).

Нәжми һырты — Силәбе өлкәһендә, Златоустан төньяҡта урынлашҡан тау һырты. Күп өлөшө (көньяҡ өлөшөнән башҡа) Тағанай милли паркы зонаһында урынлашҡан.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ