Полякова Мария Иосифовна
Полякова Мария Иосифовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 27 март 1908 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 7 май 1995 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Полякова Мария Иосифовна Викимилектә |
Полякова Мария Иосифовна (Осиповна) (27 март 1908 йыл — 7 май 1995 йыл) — совет разведчигы, ГРУ подполковнигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мира Иосифовна (Мария Осиповна) Полякова 1908 йылдың 27 мартында Санкт-Петербургта, эшсе йәһүд ғаиләһендә тыуа[1][2]. Атаһы, Поляков Иосиф Аронович (1887—1937), сығышы менән Ромны ҡалаһынан, меньшевик була, совет осоронда тышҡы сауҙа комиссариатында хеҙмәт итә, һуңынан — Горькийҙа һыра заводы төҙөлөшө начальнигы урынбаҫары; 1937 йылдың 20 сентябрендә атып үлтерелә[3]. Әсәһе, Полякова Бася Соломоновна, белошвейка була, 1917 йылда Бунд социал-демократик эшселәр партияһынан Киев ҡалаһы думаһына һәм ҡаланың йәһүд общинаһы советына кандидат була; совет осоронда — тышҡы сауҙа халыҡ комиссары секретарҙары[4]. Ағаһы, әҙәбиәтсе һәм альпинист Арий Иосифович Поляков, шулай уҡ 1937 йылда репрессиялана.
1921—1925 йылдарҙа сит илдә — ата-әсәһе СССР-ҙың сауҙа вәкиллектәрендә эшләгән Германияла һәм Бөйөк Британияла уҡый; немец, инглиз һәм француз телдәрен белә.
1925 йылдан Мәскәүҙә йәшәй. 1925—1932 йылдарҙа коммунистик йәштәр интернационалы һәм Коминтерн эшендә ҡатнаша. 1935 йылда Ҡыҙыл Армияла разведкала хеҙмәт итә. 1935 йылдың ғинуарынан 1936 йылдың ғинуарына тиклем Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының разведка идаралығы мәктәбендә уҡый, уны тамамлағандан һуң, 1936 йылдың 19 июнендә, Поляковаға «өлкән лейтенант» дәрәжәһе бирелә.
1936—1937 йылдарҙа Мария Полякова Швейцариялағы разведка идаралығының йәшерен резиденты була. Разведчица Швейцарияла Вермахт ҡулланған «Эрликон» фирмаһының 37 миллиметрлы зенит пушкаһы снарядтарын һәм документтарын табып, уларҙы Швеция-Франция сиге аша СССР-ға оҙата. 1937—1941 йылдарҙа РККА Разведка идаралығының үҙәк аппаратында эшләй — идаралыҡ ҡарамағында тора, яңы хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтә, хәрби-техник һәм хәрби разведка подразделениеларында эшләй. 1939 йылдың июленән 1940 йылдың сентябренә тиклем — РККА штабы Разведка идаралығының 3-сө бүлеге (хәрби техника) 1-се бүлексәһе начальнигының өлкән ярҙамсыһы. 1940 йылдың сентябренән 1941 йылдың июненә тиклем — РККА штабы Разведка идаралығының 4-се бүлеге 2-се бүлексәһе начальнигының өлкән ярҙамсыһы. 1941 йылдың июненән РККА Генштабы Разведка идаралығының 3-сө бүлексәһе 2-се бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Полякова баш ҡаланы немецтар баҫып алған осраҡта Мәскәүҙә легаль булмаған резидент булырға әҙерләнә. Һуғыш йылдары дауамында Европа йүнәлешендә эшләй, РККА Генштабы Разведка идаралығының 1-се идаралығы 7-се отбүлеге начальнигы урынбаҫары була. 1943 йылда ВКП(б)/КПСС сафына инә.
Һуғыш тамамланғандан һуң педагогик эш менән шөғөлләнә, 1946—1956 йылдарҙа махсус разведка уҡыу йорттарында уҡыта. 1956 йылда отставкаға сыға.
1995 йылдың 7 майында Мәскәүҙә вафат була. Профессиональ революционер чех Иосиф Дицкала тормошта була[5]. Уларҙың ҡыҙҙары Злата (Светлана) тыуа. Иосиф Дицка 1941 йылдың авгусында немецтар тылында махсус хадание үтәү өсөн Польшаның Чекольтин ҡлааһы районындағы десант ваҡытында шһәләк була[6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Почёт Билдәһе ордены
- Миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2015 йылда М. И. Полякова тураһында «Резидент Мария» фильмы төшөрөлә. Режиссеры — Алексей Китайцев, сценарий авторы — Александр Островский. Рәсәй телевидениеһында күрһәтелә[7].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеев М. А., Колпакиди А. И., Кочик В. Я. Энциклопедия военной разведки. 1918—1945 гг. М., 2012 год.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В. М. Лурье «ГРУ: дела и люди»
- ↑ Полякова Мария Иосифовна
- ↑ Мартиролог: Поляков Иосиф Аронович
- ↑ Владимир Шляхтерман «Мария Полякова: крупный агентурный работник»
- ↑ Дицка Йозеф
- ↑ Резидент Мария (Мира) Иосифовна (Осиповна) Полякова . Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано 20 ноябрь 2015 года. 2015 йыл 20 ноябрь архивланған.
- ↑ Резидент Мария (12+)(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Резидент Мария 2018 йыл 11 март архивланған.
- www.sunhome.ru/books/b.100-velikih-razvedchikov/125 100 великих разведчиков
- 27 мартта тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 7 майҙа вафат булғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- КПСС ағзалары
- СССР подполковниктары
- Алфавит буйынса шәхестәр