Портал:Шәхестәр
|
Портал | Проект |
Шәхестәр
Төрлө илдәрҙә, төрлө дәүерҙәрҙә һәм төрлө халыҡтан булған шәхестәрҙең биографияһын яҙыу —Википедияның мөһим өлөшө. Был порталда үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән билдәле булған йәки тарих ағышына йоғонто яһаған шәхесәр тураһында мәғлүмәт тупланған.
Һайланған мәҡәлә
Ғәлимйән Ғирфан улы Тағанов (Ғәлимйән Ғирфан улы Таған) 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай олоҫының (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл исемле башҡорт ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килгән.
Туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, рус мәктәбен һәм мөғәллимдәр гимназияһын тамамлай. Рус урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.
Һалдатҡа алынғас, Тифлиста (хәҙерге Тбилиси) хәрби мәктәптә уҡып сыға. Беренсе донъя һуғышында батша армияһында кесе офицер — прапорщик званиеһында ҡатнаша башлай. Кавказ фронтында хеҙмәт итә.
1917 йылда Ғәлимәйән Таған Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушылып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡанға тиклем Башҡортостан автономияһы азатлығы өсөн көрәштең алғы сафында була. Бында ул башта Башҡорт ғәскәренең 5-се уҡсылар полкының, һуңыраҡ 3-сө уҡсылар полкының сардары сифатында бихисап батырлыҡтар күрһәтә. 1918 йылда Башҡорт хəрби шураһы составына инә, уның рәйесенең урынбаҫары була. Ваҡытлыса Ялан кантоны рәйесе эштәрен башҡара. Урал өлкә мосолмандар Шураһы ағзаһы була.
Һайланған рәсем
Беләһегеҙме…
Яңы мәҡәләләр
- Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы — актёр, режиссёр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Сарбаев Раил Сәлих улы — дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры.
- Мөҡсин Мәҙийәров — 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы.
- Мөхәмәт Сәфәров — 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы.
- Мөслим Хоҙайбирҙин — башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы.
- Морозкин Николай Данилович — физика-математика фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты ректоры.
- Сәғитов Рәсүл Хәсән улы — радиожурналист һәм яҙыусы.
- Вәлитов Зөфәр Зәки улы — шағир.
- Шевченко Максим Леонардович — Рәсәй журналисы.
- Грахов Николай Леонидович — яҙыусы, йырсы-шағир, журналист.
- Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы — журналист.
- Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы — шағир, журналист.
- Мөхәмәтшин Игорь Тимербулат улы — вице-адмирал, һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүсе.
- Субаев Флюр Йосоп улы — генерал-майор.
- Ниғәмәтйәнов Эмир Әнүәр улы — генерал-майор.
- Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы — совет хәрби начальнигы һәм ғалим-баллистик, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы — генерал-майор, совет хәрби начальнигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы — генерал—майор.
- Мансырев Фәйзулла Сәйет улы — дәүләт эшмәкәре.
- Ғарипов Талмас Мәғсүм улы — тел белгесе.