Эстәлеккә күсергә

Рафиҡов Булат Заһри улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рафиҡов Булат Заһрый улы битенән йүнәлтелде)
Булат Рафиҡов
Тыуған көнө:

4 август 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылы

Вафат булған көнө:

26 апрель 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (63 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:
Дуҫлыҡ ордены — 1994
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Рафиҡов Булат Заһри улы (4 август 1934 йыл26 апрель 1998 йыл) — башҡорт совет һәм Рәсәй яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990), Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1994), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984).

Булат Заһри улы Рафиҡов Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында 1934 йылдың 4 авгусында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Юлдаш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1950—1954 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡый.

1954—1959 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университеты студенты. Вузды тамамлап сыҡҡас, үҙе уҡыған Үрге Юлдаш урта мәктәбенә уҡытыу бүлеге мөдире булып эшкә ҡайта. Бер йылдан Өфөгә «Ленинсы» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. Бында ул әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып 1970 йылға саҡлы эшләй. Журналистика эше уның аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Пионер», «Ағиҙел» журналы редакцияларында дауам итә. Булат Рафиҡов 1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары итеп һайлана. 1988—1998 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Башҡорт ырыуҙарының Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе була.

Булат Рафиҡовтың әҙәбиәт һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге журналист булып эшләү йылдарынан башлана. 1965—1970 йылдарҙа «Ленинсы» гәзитендә баҫылған уның шиғырҙары, очерктары һәм фельетондары публицистик пафосы менән айырылып тора.

Булат Рафиҡовтың эпик һәләтлелеге проза жанрҙарында асығыраҡ күренә. Ул «Белорет — Шишмә» тимер юлы төҙөүселәре тормошона арналған «Тауҙарҙа ҡар иртә ята» повесы менән китап уҡыусыларҙың иғтибарын тартырға өлгөрә. «Лоулла», «Йыһан азаматтары» тигән фантастик повестары менән беҙҙең әҙәбиәттә һирәк осраған жанр тармағында ла уңышлы эшләй алыуын иҫбатлай. «Сал ҡылған» романында етмешенсе йылдар башындағы ауыл тормошо яҡтыртыла.

1980-90-сы йылдарҙа Б. Рафиҡов тарихи проза өлкәһендә бик актив эшләй. «Ҡараһаҡал» романы 1990 йылда Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. «Сал ҡылған» романы Булат Рафиҡовтың ҙур эпик жанр өлкәһендәге мөмкинлектәрен асып бирә. «Эйәрләнгән ат» тарихи-фаразында (1993) Б. Рафиҡов С. Юлаевтың, атаһы Юлай Аҙналиндың һәм башҡа пугачевсыларҙың Рогервик ҡәлғәһендә тотҡонлоҡ тормоштарын хикәйәләй, уларҙың рух ныҡлығын тасуирлай.

Башҡа әҫәрҙәре: «Үр елдәре», «Бәләкәй баҡса сәскәһе», «Көнгәк», «Үлсәү йондоҙлоғо», «Тәңреләр һәм төркиҙәр», «Ғәрәп», «Һуҡайлының һуңғы байрамы», «Һуңғы ахмаҡлыҡ», «Замана беҙҙең ҡулда», «Париж башҡорто», «Өйһөҙ ҡалған тауыштар».

1998 йылдың 26 апрелендә яҙыусының йөрәге тибеүҙән туҡтай.

1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була.

  1. Ғәжәбстан. Шиғырҙар. Өфө. 1965.
  2. Кисеүҙәр. Шиғырҙар. Өфө. 1977.
  3. Тауҙарҙа ҡар иртә ята. Повесть. Өфө. 1978.
  4. Лоулла. Фантастик повесть. Өфө. 1981.
  5. Йыһан сәғәтсеһе. Шиғырҙар. Өфө. 1982.
  6. Сал ҡылған. Роман. Өфө. 1983.
  7. Үр елдәре. Повестәр. Өфө. 1984.
  8. Седой ковыль. Роман. Уфа. 1986.
  9. Йыһан азаматтары. Фантастик повестар. Өфө. 1988.
  10. Ҡараһаҡал. Роман. Өфө. 1989.
  11. Ахырызаман көткәндә. Роман. Өфө. 1993.
  12. Һүҙҙәр аҙаш — ҡурҡмай аҙаш. Балалар өсөн шиғырҙар. Өфө. 1995.
  13. Көнгәк. Роман. Өфө. 1995.
  14. В ожидании конца света. Роман. Уфа. 1996.
  15. Карасакал. Роман. Уфа. 2001.
  16. Юғалтмағыҙ мине... Шиғырҙар. Өфө. 2002.
  17. Әҫәрҙәр. 1 том. Өфө. 2003.
  18. Әҫәрҙәр. 2 том. Өфө. 2004.
  19. Әҫәрҙәр. 3 том. Өфө. 2005.
  20. Һуңғы ахмаҡлыҡ. Фантастик повестар. Өфө. 2009.
  21. Үлчәү йолдызлыгы. Роман. Казан. 2006.

Тормошо һәм ижады тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ваҡыт миңә йүгәнһеҙ тай булды... Булат Рафиҡов тураһында иҫтәлектәр. Өфө. 2008.
  • Камалов Р.Ә. (Ринат Камал). Беҙҙең заман Бәпәнәйе. — «Ағиҙел» журналы, 1999 й., №4, 134-138-се биттәр.
  • Йосопов Х.Ғ. Әҙиптең тел ҡомары.— «Ағиҙел» журналы, 1999 й., №4, 150-155-се биттәр.
  • Байымов Р.Н. Юғалтманыҡ, тик юҡһынабыҙ бик... — «Башҡортостан» гәзите, 2004 й., 7-8 август.
  • Гәрәева Г.Н. Тарих төпкөлдәрен байҡай-байҡай... — «Башҡортостан» гәзите, 1991 й., 2 июль.
  • Аҡбулатова Ф. Ф. Дәүерҙәр шаңдауы. — «Башҡортостан» гәзите, 2007 й., 24, 26, 29 май.
  • Аҡбулатова Ф.Ф. Ус төбөндәге Йыһан. — «Ағиҙел», 2009 й., №7, 122-131-се биттәр.
  • Ҡолһарина Г.М. Күңелдәге эйәрләнгән ат. — «Йәшлек» гәзите, 1995 й., 28 февраль.
  • Әлибаев З.А. Тарих төпкөлөнә бер ҡараш. — «Ағиҙел» журналы, 1998 й., №7, 150-151-се биттәр.
  • Ғүмәр-Үтәбай Ә. Ысын халыҡ депутаты булды // Ағиҙел, 2014, 8-се һан.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июль 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июль 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 30 июль 2018)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар

Рафиҡов Булат Заһри улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.