Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә

Салауат Юлаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(С. Юлаев битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Салауат Юлаев
башҡ. Салауат Юлай улы
Эшмәкәрлек төрө:

шағир, яҙыусы

Тыуған көнө:

16 июнь 1754({{padleft:1754|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы
Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы Тәкәй ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы)

Подданныйлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

26 сентябрь 1800({{padleft:1800|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (46 йәш)

Вафат булған урыны:

Рәсәй империяһы Эстляндия губернаһы Балтик Порты (хәҙерге Эстония)

Атаһы:

Юлай Аҙналин

Commons-logo.svg Салауат Юлаев Викимилектә

Салауат Юлаев (1754[1]1800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҫеш йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1754[1][2] йылдың 16 июнендә[3] Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй[4] ауылында тыуған.

Атаһы Юлай Аҙналин 1765 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булып китә һәм үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында ихтирам яулай. Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм урыҫ телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, ә фольклор сығанаҡтарында әсәһенең белемле ҡатын булыуы әйтелә һәм ҡайһы бер материалдар буйынса уның исеме Аҙнабикә була[5].

Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары бәйән итә. Ул йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған Көҙәй ырыуы ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында, туҙҙыра һәм яндыра. Салауат Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте лә яҡшы белгән, сәсән Байыҡ Айҙар менән осрашҡан[6]. Батыр шулай уҡ йырсы-импровизатор һәм ҡурайсы ла булған[7].

17711773 йылдарҙа Юлай Аҙналин Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн кесе хәрби байраҡ менән бүләкләнә. Атаһы хәрби походтарҙа булған саҡта старшина вазифаһын Салауат үҙе башҡара[8].

Һуғышта ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1773 йылдың 17 сентябрендә императрица Екатерина II ҡаршы Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана. Ихтилалды, «Пётр III» исемен ҡулланып, казак атаманы Емельян Пугачёв етәкләй. 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалсыларға Салауат Юлаев етәкселегендә бер төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла. С. Юлаев ноябрь — декабрь айҙарында Ырымбур ҡалаһы янында һәм Ырымбур сик һыҙығында алыштарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн Салауатҡа «Пётр III» исеменән полковник дәрәжәһе бирелә[8].

1774 йылдың ғинуар — мартында Пермь провинцияһының көньяғында һәм Өфө провинцияһының төньяғында Салауат Юлаев ихтилал етәкселәренең береһе була. Уның ғәскәрендә 4 меңдән ашыу төрлө милләттәге кеше була, Салауаттың поход канцелярияһы ихтилалсылар биләгән төбәктәрҙә мөһим хәрби һәм граждандар идараһы органы булып торған. Канцелярия мөрәжәғәтнамәләр һәм фармандар төҙөгән, суд эштәрен дә башҡарған. 1774 йылдың 12 ғинуарында Салауаттың отряды Пермь провинцияһының Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 18—25 ғинуарҙа Көңгөр ҡалаһын ҡамай. 19 февралдә Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә секунд-майор Д. О. Гагрин, 3 һәм 10 мартта — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы эргәһендә подполковник А. Ф. Обернибесов, 14 һәм 17 мартта Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы Боғалыш[9] ауылы янында секунд-майор А. В. Папава етәкселегендәге император ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[10].

Салауат Юлаев фармандарының береһе.

Апрель — майҙа Салауат Юлаев Өфө провинцияһы халҡын ихтилалсыларҙың Магнит ҡәлғәһенә[11] етеп килеүсе Төп ғәскәренә мобилизациялай, уны аҡса, аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. 6 һәм 8 майҙа Салауаттың 4 меңлек отряды Үрге Эҫем заводы янында, 31 майҙа Себер даруғаһы Әйле улусының Әйле пристане[12] янында И. И. Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре менән һуғыша[10].

2 июндә Салауат Юлаевтың отряды Е. И. Пугачёвтың Төп ғәскәрҙәренә ҡушыла[13]. Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы 3 июндә Үрге Ҡыйғы һәм 5 июндә — Уразмәт ауылдары эргәһендә, 11 июндә — Әшит ҡәлғәһе[14] янында Пугачёвтың Төп ғәскәре составында А. В. Папава етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, 18—20 июндә Уҫыны алыуҙа ҡатнаша. Уҫыға юлланған саҡта Салауат Юлаевтың отряды Бөрө ҡалаһын ала[15]. 5 июндә «Пётр III» Пугачёв Салауат Юлаевҡа бригадир (генерал) дәрәжәһен бирә[16]. Уҫы ҡәлғәһен алған ваҡытта батыр өсөнсө тапҡыр яралана[8].

Июль — ноябрь айҙарында Салауат Юлаев Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәте менән етәкселек итә. Кама буйҙарынан алып Ҡытау йылғаһы заводтарына тиклем барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына: төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көньяҡтан — Ҡасҡын Һамаров, көньяҡ-көнбайыштан — Ҡәнзәфәр Усаев, төньяҡ-көнсығыштан — Туҡтамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора. Батырҙың отряды Ҡытау-Ивановка заводын ҡамауға ала. Сентябрь башында Ағиҙел һәм Буй йылғалары араһында Салауат Юлаев премьер-майор И. Г. Штерич етәкселегендәге хәрби көстәр менән һуғыша: 4 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Иваново[17] ауылы янындағы алышта ҡатнаша[10].

Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Емельян Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да Салауат Юлаев көрәште дауам итә, һәм уның отрядтары 18 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Тимошкино ауылы, 22 сентябрҙә Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Нөркә[18] ауылы янында подполковник И. К. Рылеев ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы П. И. Панин башҡорттарҙан ҡорал һалырға, Салауатты һәм уның атаһы Юлайҙы тотоп биреүҙе талап итә. Ә йәшерен комиссия башлығы генерал П. С. Потемкин Салауат Юлаевтың үҙенә мөрәжәғәт итә: «Покайся, познай вину свою и приди с повиновением»[19].

Даими хәрби әҙерлек үткән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша. 20 ноябрҙә Ҡытау-Ивановка заводы янында батырҙың отряды һуңғы тапҡыр хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алыша.

Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә генерал-майор Ф. Ю. Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең зинданында ябып тотола. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һәм Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорптың тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайына һәм яңаҡтарына «З» («злодей» — «енәйәтсе»), «Б» («бунтовщик» — «боласы»), «И» («изменник» — «хыянатсы») тамғалары баҫыла[10].

Тотҡонда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, Балтик Портына[21] (1762 йылға тиклем Рогервик ҡәлғәһе) мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә — Ҡазан — Түбәнге Новгород — Мәскәү — Тверь — Бөйөк Новгород — Ревель аша үтеп, Балтик Портында тамамлана.

Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат Юлаев иртә өйләнгән. Мосолман ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы, уның өс ҡатыны һәм 1775 йылға ҡарата ике улы һәм ике (йәки өс) ҡыҙы булған[8]. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ул һәләк булған ағаларының ҡатындарына өйләнгән тип билдәләнә. 1774 йылдың көҙөндә карателдәр батырҙың ҡатындарын һәм балаларын аманат рәүешендә Өфөгә килтергәндәр, генерал-майор Ф. Ю. Фрейманда Салауаттың улы, ә полковник С. С. Мясоедовта уның ҡатыны һәм икенсе улы булыуы билдәле[22]. Уларҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Салауат Юлаев

Салауат Юлаевтың яҙма рәүештә һәм телдән һаҡланған 500 юл самаһы шиғри мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән[10].

Салауат Юлаевтың 5 шиғырын тәүге тапҡыр урыҫ телендә Ф. Д. Нефёдов «Салауат, башҡорт батыры» («Салават, башкирский батыр»; 1880) тигән очергында баҫтырып сығара. Шағирҙың тағы ла 7 шиғыры Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор»; 1893) исемле хеҙмәтендә донъя күрә. Рәсәй империяһы осоронда Салауат Юлаевтың шиғырҙары барлығы дүрт тапҡыр баҫылып сыға[23].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Р.У. Ишбулатов, Һынмаған рух, 1966 йыл

Салауат Юлаевҡа башҡорт халыҡ йыры «Салауат» һәм башҡа сәнғәт, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәре арналған. Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле тарихи урындарҙы һаҡлай. Батырҙың исеме башҡорт, урыҫ, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссамдары, скульпторҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Салауат Юлаевты А. С. Пушкин «Пугачёв тарихы» тигән романында телгә ала[23]. Батыр хаҡында тарихсылар, яҙыусылар В. Витевский, Н. Гурвич, Н. Фирсов, В. Черемшанский, П. Юдин[24], Д. Мамин-Сибиряк, М. Лоссиевский, В. Зефиров, И. Казанцев, А. Алекторов, В. Филоненко, Н. Дрягин, С. Руденко һәм башҡалар яҙалар. П. Кудряшёв тарафынан урыҫ теленә тәржемә ителгән халыҡ йырына А. Алябьев уның көйөн яҙып ала. С. Рыбаков һәм М. Солтанов батыр тураһындағы халыҡ йырҙарын баҫтырып сығаралар[23]. 1941 йылда Мәскәүҙә С. П. Злобиндың «Салауат Юлаев» тарихи романы нәшер ителә.

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы барышында Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге «Салауат» исемле гәзит сығара[25]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Салауат Юлаев исемендәге 1292-се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы ойошторола[26], «Салауат Юлаев» бронепоезы һәм истребителе төҙөлә.

Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында административ район, ҡала, урамдар һәм проспекттар, хоккей клубы, теплоходтар, мәмерйәләр (Салауат Юлаев мәмерйәһе, Салауат мәмерйәһе) һәм башҡаларға Салауат Юлаев исеме бирелгән.

1991 йылдан Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы эшләй. Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев музейы асылған һәм унда һәйкәл ҡуйылған.

Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа тәүге һәйкәл 1952 йылда Т. П. Нечаева проекты буйынса эшләнә, хәҙерге ваҡытта ул Маляҙҙағы Салауат Юлаев музейы янында урынлашҡан. Т. П. Нечаеваның шундай уҡ һәйкәлдәре 1952 йылда Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге баҡсала (хәҙерге ваҡытта ул реставрациянан һуң «Янғантау» шифаханаһы биләмәһендә тора, 1967 йылда Салауат ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге скверҙа ҡуйыла. 1967 йылда Өфөлә Ағиҙел йылғаһының ярында (Зәки Вәлиди һәм Мәжит Ғафури урамдарының киҫешендә) Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған. Был проекттың скульпторы — С. Д. Тавасиев, архитекторы — И. Г. Ғәйнетдинов. Һәйкәлдең һүрәте Башҡортостандың дәүләт гербында күрһәтелгән[27].

Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр, бюстар һәм таҡтаташтар тағы ла Башҡортостандың Баймаҡ, Салауат һәм Сибай ҡалаларында, Асҡар ауылында, Эстонияның Палдиски[28], Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаларында, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Уйылды[29][30] ауылдарында һәм башҡа урындарҙа ҡуйылған.

«Салауат Юлаев» фильмы, 1941 йыл.

1941 йылда «Салауат Юлаев» фильмы (реж. Я. А. Протазанов) сыға. «Салауат Юлаев» операһы Заһир Исмәғилов һәм Баязит Бикбай тарафынан батыр тормошо хаҡында 1955 йылда яҙыла һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла. 1959 йылда «Тау бөркөтө» балетының премьераһы була (Х. Ф. Әхмәтов һәм Н. Г. Сабитов либреттоһы һәм музыкаһы, К. Д. Карпинская хореографияһы). Ә. Инандың «Салауат батыр» исемле биш шаршаулы тарихи драмаһы башҡорт әҙәбиәтендә Салауат Юлаев образына арналған тәүге күләмле әҫәр булып иҫәпләнә[31]. Б. Бикбай, М. Кәрим һәм башҡаларҙың пьесалары буйынса ла спектаклдәр донъя күрә. 2004 йылда «Мин үлмәнем, башҡорттарым!» («Башҡортостан» ТРК-һы, сценарисы Г. Т. Батталова, реж. Р. Т. Фәтхиев) һәм 2005 йылда «Һынмаҫ рух» («Башҡортостан» киностудияһы, сценарисы һәм реж. Ә. Ғ. Абдразаҡов) исемле документаль фильмдары төшөрөлә.

1967 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәләү өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия булдырҙы, был премия 1992 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тип атала. 1998 йылда Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге — Салауат Юлаев ордены булдырылған.

1989 йылдан алып йыл һайын Салауат Юлаев көндәре, 2004 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика фольклор байрамы — Салауат йыйыны үткәрелә.

2004 йылда Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре «Салауат Юлаев энциклопедияһы»н нәшер итте.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөлә һәйкәл
Советтар Союзында сыҡҡан почта маркаһы
Башҡортостан гербында Салауат Юлаевтың һыны
Салауат ҡалаһы гербында Салауат Юлаевтың һыны
Салауат районы гербында Салауат Юлаевтың һыны
Өфө ҡалаһы проспекты
«Салауат Юлаев» теплоходы
Салауат Юлаев ордены

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Салауат Юлаев шиғырҙары, уның тураһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм художестволы әҫәрҙәр. Өфө, 1953. (баш.)
  • Стихи. Переводы Б. Турганова // Библиотека всемирной литературы. Серия первая. Поэзия народов СССР IV—XVIII веков. М., 1972. 543—547-се биттәр. (рус.)
  • Жорыҡ жырлары [Поход йырҙары. Ҡаҙаҡсаға Берхаир Аманшин тәржемәһе]. Алматы: Жазушы, 1983. (ҡаҙ.)
  • Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар./ Төҙ: М. X. Иҙелбаев. Өфө, 1994. (баш.)
  • Стихотворения. Уфа: Китап, 2000. (баш.) (рус.)
  • Стихотворения. Уфа, 2004. (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1752 йылда.
  2. 1775 йылда 25 февралендә Сенат экспедицияһы яуап алғанда Салауат Юлаев үҙенең йәшен былай тип әйткән:
    «…отроду ему двадцать первой год»

  3. Тыуған көнө март һәм октябрь айҙары арауығына тура килгән, 16 июнь көнө биографтар килешеүе менән шартлы рәүештә ҡабул ителгән.
  4. 1775 йылда Тәкәй ауылы батша ғәскәрҙәре тарафынан яндырылған.
  5. Шәкүр Р. З., 2005, с. 42
  6. Шәкүр Р. З., 2005, с. 45
  7. Ахметзаки Валиди Тоган История башкир: (перевод с турецк. А. М. Юлдашбаева; авт. вступ. статей А. М. Юлдашбаев, И. Тоган) — Уфа: Китап, 2010. — Б. 169. — 352 б. — ISBN 978-5-295-05000-8.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Салават Юлаев (исторический портрет), 2011, с. 360
  9. Хәҙерге Свердловск өлкәһендәге ауыл.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Гвоздикова И. М., Иҙелбаев М. Х. Салауат Юлаев // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Хәҙерге Магнитогорск ҡалаһы.
  12. Хәҙерге Силәбе өлкәһе Иҫке Пристань ауылы.
  13. История Башкортостана: С древнейших времен до конца XIX в. Учебник для 8 кл. / Отв. ред. И. Г. Акманов — Уфа: Китап, 2005. — Б. 156. — 248 б. — ISBN 5-295-03503-4.
  14. Хәҙерге Свердловск өлкәһе Әшит ҡасабаһы.
  15. Шәкүр Р. З., 2005, с. 50
  16. Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследования документальных источников. Уфа, 2004. — 170—172.
  17. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иванай ауылы.
  18. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл.
  19. Салават Юлаев (исторический портрет), 2011, с. 361
  20. Кулбахтин Н. М. Сардар Салават // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.
  21. Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә — Эстонияның Палдиски ҡалаһы.
  22. Салават Юлаев (исторический портрет), 2011, с. 364
  23. 23,0 23,1 23,2 Салават Юлаев.// История литературы Урала. Конец XIV—XVIII вв./ Гл. ред. В. В. Блажес, Е. К. Созина — М.: Языки славянской культуры, 2012. — Б. 106. — 608 б. — ISBN 978-5-9551-0602-1.
  24. 1898 йылда Мәскәү университеты профессоры П. Л. Юдин Салауат Юлаевтың һуғыштағы ролен бик юғары баһалаған:
    «Не будь такого талантливого и преданного сподвижника, как Салават, Пугачев перестал бы быть вождем Крестьянской войны, а сама Крестьянская война была бы подавлена еще весной 1774 г. после сокрушительного поражения повстанческой армии под Троицкой крепостью и под селом Лягушино. Только Салават, подоспевший со своей конницей, спас Пугачёва и пугачевский бунт»

    Юдин П. Л. Суд и казнь Салаватки (эпизод из пугачевского бунта) // Исторический вестник. 1898, август, № 8.

  25. Зарипов А. Я. Салават Юлаев.// Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 513. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.
  26. Бикмәев М. Ә. Мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  27. Сорокина В. М. Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  28. Эстонияла Салауат Юлаевҡа бюст ҡуйылды. Bashinform logo-e1423154856921.jpg[[Башинформ|Bashinform logo-e1423154856921.jpg]], 2017, 25 июль (Тикшерелгән 26 июль 2017)
  29. Челябинская ГТРК / На Южном Урале появился памятник Салавату Юлаеву
  30. Салават Юлаев поселился на Увильдах — Социальная ответственность — Chelyabinsk.ru — агентство новостей. Новости Челябинска. Лента новостей Челябинска. Новость дня
  31. Шәкүр Р. З., 2005, с. 135

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]