Эстәлеккә күсергә

Рудаков Аполлинарий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рудаков Аполлинарий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 Алыҫ Көнсығыш Республикаһы[d]
Тыуған көнө 9 июнь 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Ләнкәран, Ленкоранский уезд[d], Баҡы губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 май 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Владивосток, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Восточный факультет СПбГУ[d]

Рудаков Аполлинарий Васильевич (9 июнь 1871 йыл11 май 1949 йыл) — ғалим-шәрҡиәтсе, юғары мәктәп эшмәкәре.

Аполлинарий Васильевич Рудаков 1871 йылдың 9 июнендә Ләнкәран губернаһы Баҡы ҡалаһында транспорт контораһының бай хеҙмәткәре Василий Трофимович Рудаков һәм уның ҡатыны, рухани ҡыҙы, Капитолина Ивановна ғаиләһендә тыуа. 1883 йылда, Василий Трофимович ҡапыл вафат булғандан һуң, ғаилә Санкт-Петербургҡа күсеп килә. Аполлинарий Петербургтың етенсе гимназияһына уҡырға инә, ғаилән туйҙырыу өсөн уҡыу менән бер рәттән, шәхси дәрестәр бирә. Гимназияла уҡығанда айырыуса лингвистикаға һәләтен күрһәтә. Анатолий Арсеньев — В. К. Арсеньевтың оло ағаһы — менән дуҫ була, уларҙың дуҫлығы Владивостокҡа икеһе лә күсеп килгәс тә дауам итә.

1891 йылда гимназияны тамамлағандан һуң, Петербург университетының көнсығыш факультетына уҡырға инә, унда билдәле шәрҡиәтселәр — ҡытай теле белгесе В. П. Васильев, монгол һәм ҡалмыҡ телдәре докторы А. М. Позднеев, Маньчжурия һәм Тибет белгесе А. О. Ивановскийҙар — етәкселеге аҫтында уҡый. Университетты тамамлаған саҡта латин, грек, немец, француз, инглиз, ҡытай, маньчжур, монгол һәм ҡалмыҡ телдәрен яҡшы белә. Юғары уҡыу йорттын ул беренсе дәрәжә диплом менән 1896 йылда тамамлай.

А. В. Рудаковюғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң өс йылға Ҡытайҙа ҡытай теле, илдең тарихы, мәҙәниәте буйынса үҙ белемен камиллаштырыу өсөн командировкаға ебәрелә. 1900 йылдың йәйендә уның командировка һөҙөмтәһе булып «Общество И-Хэтуань и его значение в событиях на Дальнем Востоке» тигән беренсе китабы баҫылып сыға.

1899 йылда Рудаков Владивостокка килә, унда 28 йәшендә, уҡытыусыһы А. М. Позднеев асҡан Көнсығыш институтында профессор вазифаһын башҡара. Институтта Көнсығыш тарихы, география һәм этнография, ҡытай филологияһы, хәҙерге Ҡытай, Корея, Япония тарихы, Маньчжурияның социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тарихы буйынса лекциялар уҡый. Бер нисә тапҡыр Ҡытайҙа ғилми командировкала була, юлын Монголия һәм Гоби сүллеге аша арбала үтә, пароходта Шанхай һәм Нанкинға Янцзы буйлап бара. Ҡытайҙың Мукден, Хуньчун и Цицикара ҡалаларындағы Маньчжурия императорҙары резиденцияларының архивын һәм китап һаҡлағыстарын өйрәнә. Был китап һаҡлағыстарҙың өлөшө рус-япон һуғышы хәрби хәрәкәттәренән зыян күргән, Рәсәйгә сығарылған һәм Көнсығыш институты китапханаһын тулыландырған була.

1904 йылда Рудаков профессор вазифаһын рәсми рәүештә раҫлай. 1905 йылда институт уҡытыусылары менән революцияла әүҙем ҡатнашыусы студенттар араһындағы конфликтты көйләй. Шул сәбәпле 1906 йылда ул А. М. Позднеевтың ҡустыһы Б. М. Позднеев урынына институттың яңы директоры итеп һайләнә, ә элекке директор отставкаға сыға . 11 йыл буйына 1917 йылдағы инҡилапҡа тиклем директор вазифаһын биләй. Был вазифаны башҡарғанда университеттың үҫешенә ҙур өлөш индерә: студенттар ятағы төҙөкләндерелә һәм киңәйтелә, студенттар өсөн арзан ашханатөҙөлә, уникаль көнсығыш шрифы менән йыһазландырылған типография булдырыла. Институт китапханаларҙы тулыландырыла, атап әйткәндә, ҡытай, тибет һәм маньчжур ксилографы йыйыла. Рудаков директор сағында институт донъяла иң яҡшы шәрек институтына әйләнә, ул көнсығыш ҡулъяҙмалары фондының байлығы менән хатта Британия музейын уҙып китә. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек әүҙем үҫешә — институт ғилми мәғлүмәттәр менән Неаполитан Көнсығыш институты, Япония император китапханаһы, Токио, Киото һәм Берлин университеттары менән алыша.

А. В. Рудаковтың ректор посында сағындағы тағы ла бер ҡаҙанышы — япон һәм корея телдәрен өйрәнеүҙе булдырыу тора. Көнсығыш институты илдәге юғары уҡыу йорттары араһында иң тәүге булып япон һәм корей телен уҡытҡан уҡыу йорто була. Рудаков ваҡытында институтта профессор Г. Ц. Цыбиков монгол телен уҡыта башлай.

1918 йылда Көнсығыш институты базаһында Алыҫ Көнсығыш дәүләт университеты булдырыла. В. а. Рудаков, директор вазифаһын юғалтып, ҡытай теле факультетының профессоры итеп тәғәйенләнә. 1939 йылдың июленә тиклем ул шунда эшләй. Университет таратылғандан һуң ул Шәрҡиәт институтында ҡытай телен уҡыта, артабан Тымыҡ океан флотының хәрби курстарында ҡытай теле тәржемәселәре курсында уҡыта.

Владивостокта Совет власы урынлаштырылғандан һуң, уның ике ҡатлы өйө тартып алына. Һуңынан, 1935 йылда, уға Суханов урамындағы Белгестәр йортоноң беренсе ҡатында фатир бирәләр. Ғалим үлеменә тиклем унда йәшәй. 1990 йылдаАлыҫ Көнсығыш дәүләт университеты тергеҙелә..

А. В Рудаков Рәсәйҙә беренсе булып «Сон в красном тереме» классик ҡытай романын тикшереүсе була. Ғүмер буйы рус теленә был романдың тәржемәһен әҙерләй, әммә 1930—1940 йылдарҙа уның тәржемәһе юғала.

1949 йылдың 11 майында Владивостокта вафат була.

В. А. Рудаков — яҡынса 20 уҡыу әсбаптарының, һүҙлектәренең, бик күп мәҡәләләрҙең авторы. 1903 йылда Санкт-Петербург университетында уға «Материалы по истории китайской культуры в Гиринской провинции» хеҙмәте өсөн ҡытай теле магистры ғилми дәрәжәһе бирелә. Уның уҡыусылары араһында — синологтар Б И. Панкратов, И. Г. Баранов, А П. Хионин, А Спицын, А В. Маракуев, Н. К. Новиков, М. И. Сладковский, Г. Ф. Астафьев, Р. В. Вяткин.

Ҡыҙы — Т. А Каракаш. Ейәнсәре — Каракаш Екатерина Дмитриева, 2009 йылда Алыҫ Көнсығыш дәүләт университеты Көнсығыш институтының япон теле факультетын отличие менән тамамлай, хәҙер Мәскәү юғары уҡыу йорттарының береһендә япон телен уҡыта.

2000 йылда Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетының Көнсығыш институтында А. В. Рудаков иҫтәлегенә кабинеты асыла.

  • Рудаков А. В. Гуань-хуа чжи-нань. Руководство къ изученiю китайской мандаринской речи / А. В. Рудаков. Вып. 1. — Владивосток : Паровая Типо-литографiя газ. «Дальний Восток», 1904. — 28 с.
  • Рудаков А. В. Китайские разговоры официального и коммерческого характера : Руководство к переводам с рус. на кит. яз. : Сост. по «Гуань-хуа чжи-нань», с некоторыми изм. для студентов 2 курса Вост. ин-та, проф. А. В. Рудаковым. — Владивосток : Типо-лит. Вост. ин-та, 1910—1911. — [2], 112 с
  • Рудаков А. В. Манчжурские разговоры с китайским переводом : Пособие к лекциям по манчжур. яз. проф. А. Рудакова. Вып. 1-. — Владивосток : Типо-лит. Вост. ин-та, 1910.
  • Рудаков А. В. Материалы по истории китайской культуры в Гириньской провинции : (1644—1902 гг.) : Пер. [гл. из энциклопедии] «Цзи-линь тун-чжи», с доп. по новейшим кит. офиц. данным. Т. 1- / А. Рудаков. — Владивосток, 1903.
  • Рудаков А. В. Образцы официального манчжурского языка (по извлечениям из архивов ямуней Северной Манчжурии), с приложением частных писем бытового содержания, а также и касательно последних событий в Хэй-лун-цзянской провинции : Пособие к лекциям по изуч. соврем. полит. строя и нар. быта Манчжурии, и. д. проф. А. Рудакова : 1902-3 акад. г. — Владивосток : Б.и., 1908.
  • Рудаков А. В. Очерк торгово-промышленной деятельности Китая : Пособие к лекциям проф. А. Рудакова, чит. в 1910-11 акад. г. Вып. 1-. — Владивосток : тип. Вост. ин-та, лит. А. В. Панова, 1911.
  • Сергей Юрьевич Врадий. Профессор китаеведения А. В. Рудаков // Известия Восточного института. — 1999. — С. 68—74.
  • Дударёнок Светлана Михайловна, Ермакова Элеонора Васильевна, Поправко Елена Александровна, Капран И. К. и др. Профессора Дальневосточного государственного университета. История и современность. 1899–2008. — 2009. — С. 436.
  • Лю Лицю. Китаист А.В. Рудаков (1871-1949): по страницам автобиографии // Архитектура безопасности и сотрудничества в Восточной Азии: доклады, представленные на IV международной конференции молодых востоковедов в Институте Дальнего Востока РАН. — 2017. — С. 310—316.
  • Хаматова Анна Александровна. Преподаватели и выпускники-китаеведы университета в 20−30-е годы прошлого века // Пути развития востоковедения на Дальнем Востоке России. — 2014. — С. 47—67.