Эстәлеккә күсергә

Рудзутак Ян Эрнестович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рудзутак Ян Эрнестович
латыш. Jānis Rudzutaks
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 3 (15) август 1887[1]
Тыуған урыны Курсишская волость[d], Латвия
Вафат булған көнө 29 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][2] (50 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Ерләнгән урыны Коммунарка атыу полигоны
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы член Политбюро ЦК КПСС[d], кандидат в члены Политбюро ЦК КПСС[d] һәм кандидат в члены Политбюро ЦК КПСС[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы РСДРП-ның V съезы[d], РКП(б)-ның VIII съезы[d], РКП(б)-ның IX съезы[d], РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d], РКП(б)-ның XIII съезы[d], ВКП(б)-ның XIV съезы[d], ВКП(б)-ның XV съезы[d], ВКП(б)-ның XVI съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Ойошма ағзаһы СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d]
 Рудзутак Ян Эрнестович Викимилектә

Ян Эрнестович Рудзутак (латыш. Jānis Rudzutaks; 15 август 1887 йыл — 29 июль 1938 йыл) — революционер, совет дәүләт, партия һәм профсоюз эшмәкәре.

СССР-ҙың 1-7 саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы, ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы (1920—1937), ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы(1926—1932), ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы (1923—1926, 1934—1937), ВКП(б) Үҙәк Комитеты Ойоштороу комитеты ағзаһылығына кандидат (1921—1922, 1923—1924), ВКП(б) Үҙәк Комитеты Ойоштороу комитеты ағзалығына кандидат (1921, 1922—1923), ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары (1923—1924).

Тышҡы медиафайлдар

1887 йылдың 3 (15) авгусында крәҫтиән батрактар Эрнест Рудзутак һәм Эльке ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса латыш. Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта «Jahnis Rudsutaks» тип яҙылған[3]. 14 йәшенә тиклем көтөүсе булып эшләй, 15 йәшенән ер хужаһында — батрак, баҡсасы ярҙамсыһы, йөк ташыусы һәм заводта ҡыҙҙырыусы булып эшләй[4]. Приход мәктәбенең 2 класын тамамлай. 1905 йылдан — РСДРП ағзаһы, большевиктар яҡлы була, 1906 йылдан — РСДРП-ның Рига комитеты ағзаһы. 1907 йылдан Виндава партия ойошмаһын етәкләй, ҡулға алына. 1909 йылда хәрби суды тарафынан 15 йыл каторгаға хөкөм ителә (бәлиғ булмау сәбәпле срогы 10 йылға тиклем ҡыҫҡартыла), Рига централында һәм Мәскәү төрмәһендә ултыра. Иреккә сығарылғандан һуң, Февраль революцияһы осоронда — Бөтә Рәсәй туҡымасылар профсоюзының үҙәк советы секретары, Мәскәү профсоюздар Советы Президиумы ағзаһы.

Бөйөк Октябрь социалистик революцияһынан һуң Рудзутак В. И. Лениндың ярҙамсыларының береһе була. 1921 йылда Рудзутак Ленин тәҡдиме буйынса профсоюздар тураһында тезистар әҙерләй, әлеге тезистар троцкистарға ҡаршы көрәш буйынса Ленин платформаһы нигеҙенә инәләр. Бөтә оппозицияларға һәм партияға ҡаршы төркөмдәр менән көрәшеп, Рудзутак һәр ваҡыт партияның генераль курсын әүҙем яҡлай. Ул күп тапҡыр партияның Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана, 17-се съездан һуң Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат итеп һайлана һәм ҡулға алыу алдынан СССР Совнаркомы Рәйесе урынбаҫары булып эшләй.

Октябрь революцияһынан 19171920 йылдарҙа Мәскәү совнархозы рәйесе, ВСНХ Президиумы ағзаһы, Центротекстиль рәйесе, Транспорт эшселәре профсоюзының Үҙәк Комитеты рәйесе ВЦИК-тың Төркөстан комиссияһының һәм РКП(б)-ның төркөстан бюроһы рәйесе , Президиум ағзаһы һәм ВЦСПС-тың генераль секретары. 1921 йылда «Профсоюздар тураһында дискуссиялар»ҙа ҡатнаша, унда ул Л. Д. Троцкийға һәм Н. И. Бухаринға ҡаршы В. И. Лениндың платформаһын яҡлай.

19221924 — ВКП(б) Үҙәк Комитетының Урта Азия бюроһы секретары.

19241930 — СССР юлдары наркомы.

19261937 — Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм СССР-ҙың Хеҙмәт һәм оборона Советы рәйесенең урынбаҫары.

1931 йылдан — ВКП(б) Үҙәк Контроль Комитеты рәйесе һәм СССР Эшсе-Крәҫтиән инспекцияһы наркомы.

1930 йылдың 1 ғинуарынан И. В. Сталин Я. Э. Рудзутакка СССР НКПС наркомы вазифаһын бушатырға һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм СССР-ҙың Хеҙмәт һәм оборона Советы рәйесенең урынбаҫары булып ҡалырға тәҡдим итә[5]

1937 йылдың 25 майында Рудзутак СССР НКВД-һы тарафынан советтарға ҡаршы милләтсел латыш ойошмаһын етәкләүҙә, ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнеүҙә һәм сит ил разведкалары шпионы булыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына. Хәрби Коллегия ултырышында үҙен ғәйепле тип танымай. сул ултырышы протоколында секретарь Рудзутактың белдереүен яҙып ҡалдырған:

… уның судҡа берҙән-бер үтенесе — ВКП(б) Үҙәк Комитетына НКВД органдарында бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаған кешеләрҙе үҙҙәрен ғәйепле итеп танырға мәжбүр итеп, яһалма рәүештә эштәрҙе булдырған әлегә тиклем ҡуптарып сығарылмаған эрен үҙәге барлығын еткереү. Ғәйепләүҙең булыу-булмауын тикшереү үткәрелмәй һәм теге йәки был кешеләрҙең күрһәтмәләренә ҡатнашлығы булмау тураһында бер ниндәй мөмкинлек бирелмәүе тураһында. Тикшереү ысулдары шундай: бер нәмәлә лә ғәйепле булмаған кешеләр, тикшерелеүсенең үҙе тураһында һүҙ ҙә юҡ, үҙ-үҙҙәре өҫтөнән ялған мәғлүмәттәр бирергә мәжбүр ителә. Судтан ошоларҙың барыһы тураһында ВКП(б)-ға яҙырға мөмкинлек биреүҙе үтенә. Шәхсән уның бер ҡасан да беҙҙең партияға ҡаршы бер ниндәй насар уйы булмаған, сөнки ул һәр саҡ бөтә хужалыҡ һәм мәҙәни өлкәләрендә партия үткәргән сәйәсәтте тулыһынса уртаҡлашҡан, тип ышандыра. Тағы ла бер тапҡыр судтан иң ентекле рәүештә уға билдәле булған тикшереү ысулдары хаҡында партия Үҙәк Комитетына еткереү өсөн мөмкинлек биреүҙе һорай.

— Рудзутак эше, т.1, л. д.

1938 йылдың 29 июлендә атып үлтерелә.

1955 йылда, ентекле тикшереүҙән һуң, Рудзутактың эше фальсификацияланған һәм ялған мәғлүмәттәр буйынса хөкөм ителгән икәне раҫлана. Рудзутак үлгәндән һуң реабилитациялана һәм партияла тергеҙелә.

Серго Микоян, атаһының һүҙҙәренә һылтанып, Ленин Сталин урынына Рудзутактың кандидатураһын Генераль секретары вазифаһына тәғәйенләү буйынса фекер йөрөтөүе тураһында яҙа[6]. Ошо уҡ фекерҙе Ольга Шатуновская яҡлай[7][8].

В. М. Молотов, күп йылдар үткәндән һуң, Рудзутак тураһында ошолай тип яҙа: «Ял итергә яратты. Айырыуса әүҙемлек һәм эшкә һәләтлеге менән айырылманы»..[9]

Мәскәүҙә Дон зыяратында (17-се колумбарий, 21-се секция) Варвара Сергеевна Андреева ҡәбере бар (1907—1959), унда ул —Я. Э. Рудзутактың ҡатыны тип яҙылған[10].

ШУКС выпускнигының түш билдәһе. 1931 йыл. Репрессияланғандан һуң Рудзутактың фамилияһы юйылған.

• Рудзутактың исемен йөрөттөләр:

  • Омск паровоздар ремонтлау заводы;
  • НКПС-тың юлдар һағының Командирҙар составын камиллаштырыу мәктәбе (ШУКС) (1926—1937);
  • Ленинград Тимер юлы транспорты инженерҙары[1];
  • Даугавпилс локомотивтар ремонтлау заводы;
  • Пассажир пароходы.

• «Лива» (латыш. Līvi) латыш рок-төркөмө йыры «Янис Рудзутак иҫтәлегенә» (латыш.  Dzelzsgriezējs, 1987).

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118960245 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Рудзутак Ян Эрнестович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. LVVA. Ф. 235, Оп. 6, Д. 598, Л. 12.
  4. Картина художника И. И. Бродского «Коллективный вождь ВКП(б)» (за единство партии): биография членов Политбюро ЦК ВКП(б): Н. И. Бухарина, К. Е. Ворошилова, М. И. Калинина, В. М. Молотова, А. И. Рыкова, Я. И. Рудзутака, И. В. Сталина, М. П. Томского. — Ленинград : Издание авт. картины худож. И. И. Бродского, 1927 (Гос. тип. им. Ивана Федорова). — 67, 2 с.; 18 см.
  5. РГАСПИ. Ф. 558. Оп. 11. Д. 152. Л. 8-14 Документ 3. Записки Сталина И. В. Рудзутаку Я. Э.- 01.01.1930
  6. [1] 2013 йыл 4 июнь архивланған..
  7. Об ушедшем веке. Рассказывает Ольга Шатуновская
  8. Следствие ведёт каторжанка (история жизни и дела Ольги Григорьевны Шатуновской)
  9. Феликс Чуев. 140 бесед с Молотовым. Второй после Сталина. — Москва : Родина, 2019. — С. 422. — 656 с. — ISBN 978-5-907149-23-6.
  10. Захоронение В. С. Андреевой
  • Рудзутак, Ян Эрнестович / Аксютин Ю. В. // Пустырник — Румчерод. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 746. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 28). — ISBN 978-5-85270-365-1.
  • Кассиль Л. Сын латышского батрака // Партия шагает в революцию. — 2-е изд. — М., 1969.
  • Трукан Г. А. Я. Рудзутак. — М.: Госполитиздат, 1963.;
  • Герои Октября. — М., 1967.
  • Рудзутак Ян Эрнестович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Ҡалып:СССР Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы наркомдары