Эстәлеккә күсергә

Рәмзиә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәмзиә

Рәмзиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.

Рәмзиә исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, тоғро, саф мәғәнәһен аңлата[1].

Маннапова Рәмзиә Тимерғәле ҡыҙы (4 ғинуар 1955 йыл) — ғалим-ветеринар врач. 1978 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан — паразитология, микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире; 2008 йылдан Рәсәй аграр университеты — К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2014).

Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы (18 август 1947 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй театр актёры. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).

Ғәйфуллина Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы (12 декабрь 1938 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1954—1962 йылдарҙа Туймазы районының А. Матросов исемендәге колхозында сусҡа ҡараусы, 1962—1970 йылдарҙа — комплекслы бригада бригадиры, 1971—1974 йылдарҙа һөт-тауар фермаһы мөдире, 1977—1993 йылдарҙа — зоотехник. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ