Эстәлеккә күсергә

Һабыр (Йылайыр районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сабырово битенән йүнәлтелде)
Һабыр
Һабыр
Рәсми атамаһы Һабыр
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Һабыр ауыл Советы (Йылайыр районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Һабыр ауыл Советы (Йылайыр районы)
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 527 кеше (2010)[2],
596 кеше (2002)[3],
603 кеше (2009)[3]
Почта индексы 453691
Карта

Һабыр (рус. Сабырово) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 527 кеше[4]. Почта индексы — 453691, ОКАТО коды — 80227832001.


Халыҡ иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[6]
596603527
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 544 285 259 52,4 47,6
1959 йыл 15 ғинуар 535 276 259 51,6 48,4
1970 йыл 15 ғинуар 601 288 313 47,9 52,1
1979 йыл 17 ғинуар 559 285 274 51,0 49,0
1989 йыл 12 ғинуар 607 306 301 50,4 49,6
2002 йыл 9 октябрь 596 299 297 50,2 49,8
2010 йыл 14 октябрь 527 286 241 54,3 45,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 35 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 125 км
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
  • Еңеүҙең 50 йыллығы урамы (рус. 50 лет Победы (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Ш. Бабич урамы (рус. Ш.Бабича (улица))
  • Һаҡмар урамы (рус. Сакмарская (улица))[8]

Ауылға 18 быуаттың 1-се яртыһында Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Ауыл Үҫәргән ырыуының арҙаҡлы шәхесе, 1771-1772 йылдарҙа Пугачев ғәскәрендә башҡорт полктары командиры булған, Үҫәргән улусы старшинаһы Һабыр Ҡотломбәков исеме менән аталған. 1774 йылдың майында ул Бөрйән улусы старшинаһы Төркмән Йәнсәйетов, Бөрйән улусы батыры Мораҙым Абралов һәм Тәнгәүер улусы батыры Юлдыбай менән Уртаҙым, Таналыҡ ҡәлғәләрен, шулай уҡ Преображен заводын (хәҙер Йылайыр ауылы) алыуҙа ҡатнаша[9]. .

Тораҡ пункты шулай уҡ Сәғит, Бәкер, Көйөргәҙе, Ахун исемдәре менән теркәлгән. 1795 йылда 46 йортта 272 кеше йәшәгән. 1816 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында 74 ихатала 673 башҡорттоң (407 ир-егет һәм 266 ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе теркәлә. Улар араһында йорт старшинаһы, ике ҡатын менән йәшәгән 40 йәшлек Көсөкбай Түләбаев була. Уның улдары: Динмөхәмәт, Хәмзә, ҡыҙы Сәлимә. Был рәүиздә ауыл кешеләре араһында IX Башҡорт кантоны начальнигының ярҙамсыһы, Рәсәй дворяндары нәҫеленән булған аҫаба башҡорт Иҫәнғол Мәмбәт улы Ҡәйепов (1773 й. т.) билдәләп үтелә. Уның улдары: Йәрмөхәмәт, Мөхәмәткәрим, Ғәделлатиф, Йәғәфәр, Әхмәтәзарый. Үләбай Һабыров (1791—1814) 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк була[9]

1834 йылғы VIII рәүиз материалдарында ауылда 926 кешенең йәшәүе теркәлә, әммә 1859 йылғы Х рәүиз ауыл ихаталары һанының кәмеүен билдәләй, шуға бәйле йәшәүселәр ҙә аҙая (164 ир-егет һәм 174 ҡатын-ҡыҙ). Был күренеш ауыл кешеләренең ҡайһы берҙәре яңы ауылдарға нигеҙ һалыуы менән бәйле була. Тимербай, Ишмөхәмәт, Әлмөхәмәт, Шәмсетдин, Юлбарыҫ тигән ауылдар ҡалҡып сыға[9].

1866 йылда 52 йортта — 283 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәктәп теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан[10]. 1920 йылдағы беренсе совет рәүизендә ауылдағы 116 ихатала 557 кешенең йәшәүе теркәлә һәм Һабыр ауылы Йылайыр кантонының шул исемдәге улусының үҙәге була. 1920 йылдағы рәүиз 42 ихатанан торған Үрге Ғәле һәм 46 ихатанан торған Түбәнге Ғәле ауылдарын айырым ике ауыл тип теркәй[9].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Һабыр ауылы халҡы «Таҙа Һаҡмар» акцияһына ҙур теләк менән ҡушылды[22]

Тарихи ҡомартҡылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йылайыр районы Һабыр ауылы зыяратындағы ҡәбер ташы[23]
  • Презентация-доклад Рәхмәт һиңә, еңеү һалдаты[24]
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  8. Улицы села Сабырово
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Коллектив авторов. История башкирских родов. Усерган. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2019. — Т. 35, часть 2. — С. 165. — 704 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
  10. Село Сабырово
  11. Башҡорт энциклопедияһы — Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы 2019 йыл 3 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2019)
  12. http://shepkinskoe.ru/person/iskuzhina-firuza-salikhyanovna-/(недоступная ссылка)
  13. Карточка «Дороги памяти» на Гумара Туляшева
  14. https://praded.nethouse.ru/page/1299549
  15. Учётная карточка Шаяхмета Атангулова(недоступная ссылка)
  16. Указ Президента РБ от 02.06.2005 N УП-227 «О присвоении почетного звания „Заслуженный учитель Республики Башкортостан“ учителям Республики Башкортостан» 2023 йыл 15 апрель архивланған.
  17. https://vk.com/wall-178733628_215?w=wall-178733628_215
  18. Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 20.06.1981 N 6-2/166 «О награждении Почетной грамотой Президиума Верховного Совета Башкирской АССР работников учреждений здравоохранения республики» 2023 йыл 15 апрель архивланған.
  19. http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/17016-bs-l-mov-salauat-sabirj-n-uly(недоступная ссылка)
  20. КУЖАБЕКОВ Салихьян Хамматович. Шаймуратовцы
  21. Валеев Юнер Салимович
  22. Һабыр ауылы халҡы «Таҙа Һаҡмар» акцияһына ҙур теләк менән ҡушылды(недоступная ссылка)
  23. Тансылу Музафарова 12 мая 2021 в 11:48 в Ҡыҙыҡлы топонимика
  24. Презентация, доклад Рәхмәт һиңә, еңеү һалдаты Һабыр ауыл китапханаһы