Эстәлеккә күсергә

Салауат епархияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат епархияһы
Урыҫ православие сиркәүе
Салауат епархия биналары
Общие сведения
Ил

Рәсәй

Митрополия

Башҡортостан

Епархия үҙәге

Салауат

Нигеҙләнгән

27 декабрь, 2011

Управление
Идара итеүсе архиерей

Епископ Салауат һәм Күмертау Николай (Субботин) (с 2012 йылдың 16 марты)

Кафедра храмы

Изге Успенск кафедраль соборы

Сайт

www.eparhia-salavat.ru

Салауат епархияһы — Башҡортостан Республикаһының Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Салауат һәм Сибай ҡалалары, шулай уҡ Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрйән, Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Федоровка, Хәйбулла һәм Шишмә райондары административ сиктәрендә ойошторолған Урыҫ православие сиркәүенең епархияһы. Башҡортостан митрополияһы составына инә[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ православие сиркәүе Изге Синодының 2011 йылдың 27 декабрҙәге ҡарарына ярашлы Өфө епархияһынан ҡайһы бер өлөштәре айырып алыу юлы менән ойошторолған[2]. Рәсми рәүештә Башҡортостан митрополияһы составына индерелгән.

Хәҙерге ваҡытта епархияла иҫәптә 86 приход, 23 сиркәү-мәхәллә мәктәбе, "Димитрий Донской " православие хәрби-патриотик спорт клубы.

Епископтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Никон (Васюков) (27 декабрь 2011 — 16 март 2012)в/и, Өфө митрополиты
  • Николай (Субботин) (2012 йылдың 16 мартынан)

Благочинийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ауырғазы — иерей Алексий Колчин
  • Бишбүләк — иерей Димитрий Шилкин
  • Йылайыр — иерей Димитрий Краснухин
  • Ишембай — митрофор протоиерейы Сергий Семенов. Изге Троица храмы, Богородица-Ҡаҙан ғибәҙәтханаһы, Михаил-Архангел храмы, Космо-Дамиан ғибәҙәтханаһы, Богородица-Табын храмы, Изге Никола храмы
  • Күмертау — протоиерей Сергий Ветров
  • Кушнаренко — протоиерей Евгений Ачилов
  • Мәләүез — протоиерей Вдадимир Семавин
  • Монастырь — иеромонах Григорий (Чувилин)
  • Прибельск — протоиерей Андрей Кулемза
  • Раевка — протоиерей Петр Форманюк
  • Сибай — митрофор протоиерейы Владимир Мещанинов
  • Шишмә — протоиерей Владимир Жданов

Епархияһылағы ваҡиғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салауат һәм Кумертау Преоосвященный епископы фатиханы ярашлы 2012 йылдың май айында Салауатта православие дини музыка Пасха фестиваль — концерт үтте. Фестивалдә Ишембай ҡалаһынан Изге Троица храмы хоры һәм Салауат ҡалаһынан Дмитрий Донской сиркәүе хоры ҡатнаштылар. Улар менән бер сәхнәлә Ишембай, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан донъяуи хорҙары сығыш яһанылар[3].

Салауат епархияһы ғибәҙәтханалары фотогалереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монастырҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Марфа-Мария монастыры (ҡатын-ҡыҙҙар; Ира ауылы, Көйөргәҙе районы)
  • Покровка монастыры (ир-ат; Федоровка районы, Дедово ауылы)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]