Самат (исем)
Уҡыу көйләүҙәре
Самат | |
Samat | |
Яҙыу | Латин алфавиты |
---|---|
Кёльнская фонетика | 862 |
Самат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла был исемде ишетергә мөмкин.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Самат исеме ғәрәп теленән мәңгелек, мәңге йәшәй тигәнде һәм башлыҡты аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы (30 октябрь 1939 йыл — 21 март 1997 йыл) — журналист, шағир. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты (1994).
- Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы (20 июнь 1949 йыл) — ғалим-педагог, философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1995), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
- Вәлиев Самат Фәттәх улы (3 декабрь 1904 йыл — 15 октябрь 1986 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1948—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IV—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Ленин (1959, 1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Вәисов Самат Мостафа улы — совет — партия, хужалыҡ хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Самат-Ега — Рәсәйҙәге йылға. Төмән өлкәһе, Омск өлкәһе[2] биләмәләрендә аға. Йылға Демьянка йылғаһының уң ярына тамағынан 449 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 26 км.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |