Эстәлеккә күсергә

Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исемендәге Һауа-йыһан оборонаһы хәрби академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исемендәге Һауа-йыһан оборонаһы хәрби академияһы
Нигеҙләү датаһы 1866 һәм 1956[1]
Логотип
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Георгий Константинович Жуков
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Тверь
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Красного Знамени Боевой орден «За заслуги перед народом и Отечеством» орден Заслуг перед Республикой Польша
Рәсми сайт vavko.mil.ru
vavkotver.ru[1]
Карта
 Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исемендәге Һауа-йыһан оборонаһы хәрби академияһы Викимилектә

Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исемендәге Һауа-йыһан оборонаһы хәрби академияһы (рус. Военная академия воздушно-космической обороны имени Маршала Советского Союза Г. К. Жукова) — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең юғары хәрби уҡыу йорто. Тверь ҡалаһында урынлашҡан.

Тверь юнкер училищеһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тверь кавалерия юнкер училищеһы 1866 йылда асыла. 1908 йылға тиклем Тверь юнкер кавалерия училищеһы өс йыллыҡ була, бында булды, бында 6-класс белеме булған малайҙар ҡабул ителә. 1908 йылда училище ҡарамағында кадет корпустарын һәм урта уҡыу йорттарын тамамлағандар өсөн ике йыллыҡ хәрби-училище курстары ойошторола. 1910 йылда Тверь кавалерия юнкер училищеһы Тверь кавалерия училищеһы итеп үҙгәртелә. Училище составында 150 юнкер булған эскадронға эйә була. Беренсе донъя һуғышы башланғас, училище һигеҙ айлыҡ тиҙләтелгән уҡыытуға күсә[2][3].

Калинин кавалерия мәктәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби училищеларҙы тарҡатҡандан һуң 1917 йылдың ноябрендә уҡыу йорто бинаһында 1-се совет Тверь кавалерия командирҙар курсы асыла. Иҫке училищеһы базаһында, хәрби эштәре буйынса халыҡ комиссарының 1918 йылдың 9 февралендәге бойороғо менән, РККА-ның Тверь совет кавалерия инструкторҙары курстары ойошторола. Атамаһын бер нисә тапҡыр алмаштырып, улар Мәскәү округ кавалерия мәктәбенә әйләнә, һуңынан Л. Д. Троцкий исемендәге кавалерия училищеһына үҙгәртелә. Барыбер уҡыу йортона совет осоронда бирелгән — Тверь кавалерия училищеһы атамаһы нығыраҡ йәбешә, һуңыраҡ ул 1932 йылға тиклем Калинин кавалерия мәктәбе булып та йөрөп ала[3].

Калинин хәрби-химик училищеһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1932 йылда Ҡыҙыл Армияның химик хеҙмәте һәм химик ҡәскәрҙәре өсөн командир һәм техник состав әҙерләү буйынса ойошторолған урта махсус хәрби уҡыу йорто. Унда химик һөжүмдән һаҡлау, химик ҡоралға ҡаршы химик һөжүмдән һаҡланыу сараларын ҡулланыу һәм ремонтлау, ут яуҙырыу һ.б. специальностар буйынса белгестәр әҙерләнә. Тверь кавалерия училищеһының элекке бинаһына (Тверь, Коммуналь урам, хәҙер — Жигарев) урынлаша һәм өс йыллыҡ уҡыу программаһын тормошҡа ашыра. Беренсе начальнигы — Н. И. Озерский. Һуғыштан алдағы йылдарҙа училище менән В. И. Индюшкин, И. Ф. Чухнов (һуңынан генерал-полковник, СССР Оборона министрлығының химик ғәскәрҙәр начальнигы), И. И. Батылев була. 1941 йылда училище Кострома ҡалаһына күсерелә[4].

Хәрби һәм тыл тәьминәт академияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР Оборона Халыҡ комиссарының 1943 йылдың 5 апрелендәге 0235 һанлы бойороғона ярашлы, 1943 йылдың 11 сентябренән 18 октябренә тиклем Калинин ҡалаһына Ташкенттан Тыл һәм тәьминәт хәрби академияһы күсерелә. Академияға кафедралар, идара итеү, тыл факультеты һәм офицерҙарҙың белемен камиллаштырыу курсы инә. Ул элекке Хәрби-химик училище (Коммуналь урамы, 50) һәм элекке Хәрби-педагогия институты (Степан Разин урамы) бинаһында урынлашырға тейеш була. Даими состав өсөн Коммуналь урамындағы һәм Кооператив тыҡырығындағы бер нисә йорт бирелә.

Хәрби ҡаласыҡ биналарының бер өлөшө Калининды немец-фашист баҫҡынсылары ваҡытлыса оккупациялағанда емерелә. Шуға күрә академияның идара итеү составы һәм кафедралары төрлө ерҙә урынлаша.

Тыңлаусылар, даими состав, эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәре академияның бүлексәләрен тиҙ арала урынлаштырыу һәм уҡыу процесын тиҙерәк башлау өсөн ҙур көс һала. Ҡала биләмәһен тәртипкә килтерергә, етмәгән класс йыһазын ябай эскәмйәләр һәм өҫтәлдәрҙән яһарға тура килә. Шулай уҡ кабинеттарҙы ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тулыландырыу ихтыяжы тыуа. Был эштәр уңышлы башҡарыла һәм 1943 йылда уҡыу ваҡытында башлана[5].

1956 йылда Тыл һәм тәьминәт хәрби академияһы Ленинградҡа күсерелә.

1956 йылда СССР Министрҙар Советының ҡарарына һәм СССР оборона министры Г. К. Жуковтың 1956 йылдың 4 ноябрендәге бойороғона ярашлы, Калининда Һауа һөжүменә ҡаршы хәрби командирҙар академияһы ойошторола. Уның төп бурысы Һауа һөжүме оборонаһы системаһы өсөн командирҙар әҙерләү була.

Тыңлаусылар өсөн дәрестәр 1957 йылдың 1 мартында башлана, беренсе төркөм башҡа академияларҙан күсерелә, уларҙың 60 процент тирәһе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары була. 1958 йылдың апрелендә тәүге тыңлаусылар сығарыла.

1958 йылдың 18 авгусында академияға Хәрби Байраҡ тапшырыла.

СССР Министрҙар Советының 1974 йылдың 24 сентябрендәге «Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуковтың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында» ҡарарына ярашлы, Һауа һөжүменә ҡаршы оборона хәрби командирҙар академияһына Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исеме бирелә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 17 декабрендәге Указы менән академия Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1992 йылдан Иван Кожедуб исемендәге Һауа көстәре Харьков университеты Украина территорияһында ҡалғанлыҡтан, академия инженер кадрҙарын әҙерләүҙе лә тормошҡа ашыра.

1995 йылда академияла курсанттар өсөн автоматлаштырылған идара итеү факультеты булдырыла.

1998 йылда академия Һауа көстәренә ҡаршы оборона хәрби университеты итеп үҙгәртелә (ПВО ВУ), әммә 2004 йылда Рәсәй Федерацияһының 9 июлдәге 937-р «Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының профессиональ белем биреү учреждениеларында хәрби белем биреү тураһында»[6] ҡарарына ярашлы, хәҙерге исеме бирелә һәм академия статусы ҡайтарыла[7].

2008 йылда киң мәғлүмәт сараларында академияны Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрен реформалау сиктәрендә тарҡатыу тураһында хәбәрҙәр күренә[8][9][10].

Рәсәй Федерацияһының оборона министры Э. А. Сердюков раҫлаған планға ярашлы, 2010 йылда уҡыу йорто тарҡатылырға тейеш була[11]>.

2008 йылдың 31 авгусында ошо йылда йыйылған курсанттар А. Ф. Можайский исемендәге Хәрби-йыһан академияһының Ярославль филиалына һәм А. Ф. Можайск исемендәге Хәрби-йыһан академияһына күсерелә.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 18 октябрендәге 1942-р (Рәсәй Федерацияһы ҡанундар тупланмаһы 2012, № 43, 5930 ст.)[12] ҡарары менән, академияһы А. Ф. Можайск исемендәге Хәрби-йыһан академияһы «ҡушылыу» юлы менән бөтөрөлә, әммә ҡарар тормошҡа ашырылмай,һуңынан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 03 июнендәге 895 һанлы ҡарарының 5-се пункты нигеҙендә ғәмәлдән сығарыла[13].

А. Э. Сердюков вазифаһынна ситләштерелгәндән һуң академияны тарҡатыу тураһындағы ҡарар ҡайтанан ҡараласаҡ тип белдерелә[14].

2013 йылдың 21 февралендә Рәсәй Федерацияһы Оборона министры, армия генералы С. К. Шойгу ВКО Хәрби академияһын һаҡлау тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя[15].

2013 йылдың 1 декабрендә академияға яңы өлгөләге Хәрби байраҡ тапшырыла[16][17].

Академия начальниктары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • артиллерия генерал-лейтенанты П. Г. Шафранов (19561959)
  • авиацияның баш маршалы П. Ф. Жигарев (19591964)
  • генерал-лейтенант (һуңынан генерал-полковник) Е. В. Коршунов (19641966)
  • авиация маршалы Г. В. Зимин (19661981)
  • артиллерия генерал-лейтенанты (һуңынан генерал-полковник) Ю. М. Бошняк (19811985)
  • генерал-лейтенант (һуңынан генерал-полковник) А. И. Хюпенин (19851991)
  • генерал-лейтенант (һуңынан генерал-полковник), М. Г. Решетников (19911999)
  • авиация генерал-лейтенанты Ю. Б. Торгованов (19992004)
  • генерал-лейтенант О. Р. Балаян о. р. (20042009)
  • генерал-лейтенант Х. Б. Укуров (20092011)[18]
  • генерал-майор В. Н. Рыжонков (20112013)
  • генерал-лейтенант В. Н. Ляпоров (2013 — әлегә тиклем)

Академия структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылға ҡарата уҡытыу 5 факультетта алып барыла — һауа һәм ракета-космос һөжүменә ҡаршы оборона, идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары, сит ил хәрбиҙәре әҙерләү, информатика һәм иҫәпләү техникаһы, шулай уҡ академик курстар, ситтән тороп уҡыу бүлеге, докторантура һәм адъюнктура[19]. (Академияһының уҡытыу һәм ғилми эш буйынса начальнигы урынбаҫары А. М. Гончаров (2014—2019 йыл)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле тамамлаусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исемендәге Һауа-йыһан оборонаһы хәрби академияһын тамамлаусыларҙың сығарылыш тантанаһы. 2018 тйыл.
  • Горьков Юрий Александрович, 1962 йыл
  • Бошняк Юрий Михайлович, 1962 йыл
  • Кутынцев Николай Михайлович,1965 йыл
  • Дубров Григорий Карпович, 1970 йыл
  • Михайлов Евгений Александрович, 1972 йыл
  • Соколов Анатолий Васильевич, 1975 йыл[20]
  • Сосналиев Солтан Асламбекович, 1978 йыл
  • Мокренко Виктор Михайлович, 1978 йыл
  • Корнуков Анатолий Михайлович, 1980 йыл
  • Ноговицын Анатолий Алексеевич, 1980 йыл
  • Бондаренко Иван Поликарпович, 1981 йыл
  • Шишкин Анатолий Семенович, 1982 йыл
  • Юрьев Евгений Леонидович, 1982 йыл
  • Алтынбаев Мөхтәр Капашевич, 1985 йыл
  • Горьков Александр Юрьевич, 1985 йыл[21]
  • Челецов Борис Федорович, 1985 йыл[22]
  • Ходаренок Михаил Михайлович, 1986 йыл
  • Волковицкий Вадим Юрьевич, 1987 йыл[23]
  • Лобов Сергей Александрович, 1988 йыл[24]
  • Иванов Валерий Михайлович, 1994 йыл[25]
  • Татаренко Александр Юрьевич, 1994 йыл
  • Макушев Игорь Юрьевич, 1995 йыл
  • Чижов Виталий Анатольевич, 1996 йыл
  • Скворцов Александр Александрович, 1997 йыл
  • Демин Андрей Геннадьевич, 1999 йыл

Академияның рәсми булмаған гимны бар[26][27]

  1. 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2018-05-01 — 2018. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.6216392
  2. Юнкерские училища. Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано из оригинала 25 апрель 2009 года. 2009 йыл 25 апрель архивланған.
  3. 3,0 3,1 Тверское кавалерийское училище 2021 йыл 11 май архивланған.
  4. Энциклопедический справочник «Тверская область». Статья
  5. Подготовка офицеров тыла в Академии тыла и снабжения в 1942—1945 гг. Перевод академии в г. Калинин | Oбозник.ru
  6. Правительство РФ. Распоряжение от 09.07.2004 N 937-р (9 июль 2004). Дата обращения: 17 ғинуар 2018. Архивировано из оригинала 8 март 2016 года. 2016 йыл 8 март архивланған.
  7. Историческая справка. Дата обращения: 28 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 9 февраль 2009 года. 2009 йыл 9 февраль архивланған.
  8. Аргументы.ру
  9. https://lenta.ru/news/2008/11/25/academy/ Lenta.ru
  10. https://vpk-news.ru/articles/7937#article 2018 йыл 19 ғинуар архивланған. ВПК Судьба одного военного вуза
  11. Академию воздушно-космической обороны в Твери закроют в 2010 году // KP.RU — Тверь
  12. Правительство РФ. Распоряжение № 1942-р от 18.10.2012. consultant.ru (18 октябрь 2012).
  13. Распоряжение Правительства Российской Федерации. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 03.06.2013 N 895-р. consultant.ru (3 июнь 2013).
  14. Минобороны, скорее всего, восстановит бывшую Академию ПВО в Твери
  15. Новость о том, что в Твери будет сохранена академия ПВО, стала настоящим подарком для региона на 23 февраля. Дата обращения: 24 февраль 2013.
  16. Вручение Боевого знамени ВА ВКО фильм — YouTube
  17. ВА ВКО. Вручение Боевого знамени ВА ВКО. http://vavkotver.ru/.
  18. Указ Президента РФ от 22.05.2011 № 663. Дата обращения: 17 июнь 2011. Архивировано из оригинала 28 май 2011 года. 2011 йыл 28 май архивланған.
  19. Основные подразделения академии. Дата обращения: 28 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 9 февраль 2009 года. 2009 йыл 9 февраль архивланған.
  20. ВРТУ-ВВКУРЭ — Content. Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано из оригинала 10 март 2016 года. 2016 йыл 10 март архивланған.
  21. Персональные страницы | Уральская региональная общественная организация по развитию связей с земляками
  22. Версия для печати (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  23. Генерал-лейтенант Волковицкий Вадим Юрьевич. Дата обращения: 27 март 2010. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  24. ФЕДЕРАЛЬНЫЙ СПРАВОЧНИК — 17.02.2011-1 2016 йыл 7 март архивланған.
  25. Великие Луки: Уроженец Опочки Валерий Иванов войдёт в состав командования ВКО
  26. Авторская песня‏ — YouTube
  27. Ва Вко — Гимн Ва Вко
  • От противовоздушной к воздушно-космической обороне: 50 лет Военной академии воздушно-космической обороны имени Маршала Советского Союза Г. К. Жукова 1957—2007. — Тверь: ВА ВКО, 2007. — 208 с.