Эстәлеккә күсергә

Иҫке Ҡоҙаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старокудашево битенән йүнәлтелде)
Иҫке Ҡоҙаш
Иҫкө Ҡоҙаш
Рәсми атамаһы Иҫкө Ҡоҙаш
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Иҫке Ҡоҙаш ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Иҫке Ҡоҙаш ауыл советы
Халыҡ һаны 395 кеше (2010)[2],
385 кеше (2002)[3],
386 кеше (2009)[3]
Почта индексы 452816
Карта

Иҫке Ҡоҙаш (рус. Старокудашево) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 395 кеше булған[4]. ОКАТО коды — 80259885001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 395 189 206 47,8 52,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 27 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 27 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғәлимова Венира Заһит ҡыҙы (7.01.1951), ғалим-ветеринар врач. 1984 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000 йылдан малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү һәм стандартлаштырыу технологияһы кафедраһы, 2005—2009 йылдарҙа ветеринария-санитария экспертизаһы кафедраһы мөдире. Ветеринария фәндәре докторы (1999), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005)[5].
  • Зиязов Нәзир Заһит улы (9.07.1946—4.02.2022), ауыл хужалығы, нефть сәнәғәте, партия, совет һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, инженер-механик. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Яңауыл район комитетының беренсе секретары, 1991—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2005 йылдарҙа Яңауыл ҡалаһы һәм районының, 2005—2008 йылдарҙа Яңауыл районының хакимиәт башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһының почётлы гражданы (2004).
  • Мөхәмәтдинов Фирүз Ҡәниф улы (5.02.1949—2017), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1987—2010 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Яңауыл район Советы башҡарма комитеты райесенең, артабан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997), Яңауыл районының почётлы гражданы (2009)[6].