Иҫке Ҡуян
Ауыл | |
Старокуяново башҡ. Иҫке Ҡуян | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452651 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Ҡуян (рус. Старокуяново) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Иҫке Ҡуян ауылы Баҡалы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 379 кеше[2]. Почта индексы — 452651, ОКАТО коды — 80207807006.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Ҡуян ауылы Сөн йылғаһы бассейнына ингән Маты ҡушылдығы Ходъяр йылғаһы буйында, район үҙәге Баҡалы ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 7 километр һәм Туймазы тимер юл станцияһынан 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Ҡуян ауылына Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1786 йылда нигеҙ һалғандар һәм уның атамаһы Ҡуян булған.
1802 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса Ҡуян ауылында типтәр ҡатламына ҡараған халыҡ индерелгән.
XIX быуаттың 1-се яртыһында Яңы Ҡуян утары (хәҙерге Ҡамышлытамаҡ) бүленеп сыҡандан һуң, был ауыл хәҙерге — Иҫке Ҡуян — исеме менән йөрөтөлә башлаған.
1865 йылда 45 хужалыҡта 276 кеше йәшәгән.
Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
1906 йылда ла шулай уҡ мәсет, бакалея кибете теркәлгән[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Ҡуян ауылына ҡырғыҙ башҡорттары тоҡомдары йәшәй.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 | 591 | ||||
1920 йыл 26 август | 806 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1047 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 642 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 490 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 430 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 379 | 184 | 195 | 48,5 | 51,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөгөнгө ауыл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Ҡуян ауылы — «Ҡуян» ЯСЙ-енең үҙәк усадьбаһы. Ауылда шулай уҡ төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[5].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтов Рәмис Мәхийән улы (12.11.1948), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1998—2005 йылдарҙа Баҡалы районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының ике саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Иҡтисад фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2003). Райондың почётлы гражданы[6].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица)
- Туғай урамы (рус. Луговая (улица)
- Түбәнге урам (рус. Нижняя (улица)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
.
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғалары:
- Болондо, Ходъяр
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы поземельной переписи 1917 года по: д. Бакалы, Белебеевский уезд, Бакалинская волость; фонд, опись, дело 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Ҡуян // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- Руководитель, новатор, общественный деятель. Давлетов Рафис Махиянович 2022 йыл 5 июль архивланған.
- Карта д. Старокуяново. Улицы
- Закирова Фанзалия Камиловна, Бакалинский район с. Старокуяново
- Песня
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Иҫке Ҡуян // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Иҫке Ҡуян // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Иҫке Ҡуян // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Руководитель, новатор, общественный деятель. Давлетов Рафис Махиянович 2022 йыл 5 июль архивланған.
- ↑ Карта д. Старокуяново. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |