Сутырин Борис Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Борис Алексеевич Сутырин
Файл:Сутырин Борис Алексеевич.jpg
Тыуған көнө:

28 сентябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны:

Астрахань, РСФСР, СССР

Вафат булыу көнө:

8 март 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (81 йәш)

Вафат булған урыны:

Екатеринбург, Россия

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

История

Эшләгән урыны:

Уральский государственный педагогический университет

Ғилми дәрәжәһе:

доктор исторических наук

Ғилми исеме:

Профессор

Уҡыу йорто:

Ленинградский государственный университет

Билдәләлек алған:

Специалист по история промышленного переворота на Урале, история народного образования Урала

Награда һәм премиялары


Honoured Higher education employee of the Russian Federation.png
«Почёт Билдәһе» ордены
Медаль «Ветеран труда»

Сутырин Борис Алексеевич (28 сентябрь 1931 йыл, Әстерхан — 8 март 2013 йыл, Екатеринбург) — совет һәм Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре докторы, профессор, Свердловск дәүләт педагогия институты ректоры (1984—1994), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары белем биреү хеҙмәткәре (2000)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1931 йылдың 26 сентябрендә Әстерхан ҡалаһында суднолар ремонтлау заводы эшселәре ғаиләһендә тыуған.

Мәктәпте тамамлағас, Ленинград дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә, унда академик В. В. Струве, профессорҙар К. М. Колобов, В. В. Мавродин, С. Б. Окунь, В. Г. Ревуненков һ.б. кеүек билдәле тарихсыларҙың лекцияларын тыңлай.

Университетты тамамлағас, Алапаевск ҡалаһының Нейво-Шайтан урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй. 1959 йылда Урал дәүләт университеты аспирантураһына уҡырға инә. Университеттың СССР тарихы кафедраһында эшләгәндә (1964 йылда) «1840 — 1870 йылдарҙа Кама — Чусовая бассейнында йылға транспортын үҫтереү» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1968 йылда Урал дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә.

1970—1974 йылдарҙа Сутырин архив ғилеме кафедраһын етәкләй, 1977—1984 йылдарҙа Советтарға тиклемге осорҙа СССР тарихы кафедраһын етәкләй. «Тарихи-архив ғилеме», «сәйәси иҡтисад», «социология», «культурология» кеүек яңы һөнәрҙәр асыуға булышлыҡ итә. Борис Сутырин РСФСР Юғары мәғариф министрлығының «Урал хеҙмәтсәндәренең рухи мәҙәниәте» программаһын әҙерләү инициаторҙарының береһе булды. Шулай уҡ ялан археографияһы буйынса белгестәр әҙерләгән, археографик тикшеренеүҙәр лабораторияһын һәм илдә беренсе булып һирәк осрай торған китаптарҙың юғары уҡыу йорто музейын асҡан.

1971 йылда СССР Фәндәр академияһы Археография комиссияһының Урал бүлексәһе рәйесе итеп һайлана. 1984 йылда Борис Сутырин Свердловск дәүләт педагогия институты ректоры итеп тәғәйенләнә, был вазифала 1995 йылдың ғинуарына тиклем эшләй. Уның осоронда Космонавтар проспектында пединститут комплексының уҡыу корпустарын төҙөү тамамланды. Унда тарих, иҡтисад, социаль-педагогия һәм психология факультеттары асылды; Каменск-Уральский, Первоуральск һәм Новоуральск ҡалаларында вуз филиалдары эшләй башланы.

1993 йылда педагогия институты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып педагогик университет статусын алды. Борис Сутырин Америка Ҡушма Штаттары, Германия, Франция, Англия, Бельгия һәм Японияның юғары уҡыу йорттары менән бәйләнештәр булдырған һәм үҫтергән. 1992 йылдан Сутырин ул саҡтағы йәш тарих факультетының беренсе кафедраһын етәкләй.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — Уралда сәнәғәт түңкәрелеше, халыҡ мәғарифы тарихы. 100-ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт яҙған, уның етәкселегендә 6 кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән һәм яҡланған.

2013 йылдың 8 мартында Екатеринбургта ҡапыл вафат була. Себер зыяратында урна ҡәберлеге аллеяһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Почет Билдәһе Ордены
  • «Хеҙмәт ветераны»
  • миҙалы
  • «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • Почет грамоталары
  • «Бөтә Рәсәй музыка ижадының атҡаҙанған эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем (1995 йыл)
  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәбе хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем (2000 йыл)

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Наемный труд на горнозаводских караванах Урала в 1-й пол. XIX в. // Наемный труд в горнозаводской промышленности Урала. — Свердловск, 1964.
  • Транспорт Урала в период промышленного переворота (1840—1880) // Учен. зап. Урал. гос. ун-та. — 1970. — № 105.
  • Судорабочие Урала в XIX в. // Рабочие Урала в период капитализма: 1861—1917 гг. — Свердловск, 1985.
  • Очерки истории Свердловска: 1723—1973. — Свердловск, 1973 (в соавт.).
  • Уральский государственный университет. — Свердловск, 1980 (в соавт.).
  • История социальной работы в России с древнейших времен до 1917 г.: аннотир. библиогр. указ. — Екатеринбург, 1999 (в соавт.).
  • Россия и Запад в 1-й пол. XIX в. // Россия и мир: учеб. пособие. — Екатеринбург, 1999; История социальной работы в России: учеб. пособие. — М., 2001 (в соавт.).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Уральский государственный педагогический университет: летопись-хроника, 1930—2000. — Екатеринбург, 2000. — С. 262—313; Историки Урала, XVIII—XX вв. — Екатеринбург, 2003. — С. 351—352.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]