Сәлмән
Викидатала элемент тултырылмаған |
Сәлмән — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлмән исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Тыныс тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы (14 август 1913 йыл — 24 февраль 1971 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыссылар эскадроны отделениеһы командиры. Советтар Союзы Геройы (1944).
Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы (24 сентябрь 1969 йыл) — журналист, 1991 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. 2006 йылдан «Аманат» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) һәм мәғариф отличнигы (2009). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005) лауреаты.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы (15 сентябрь 1917 йыл — 4 июль 2003 йыл) — башҡорт композиторы. 1961 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Сәлмәнов Ғатау (рус. Сальманов Гатау 1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Сәлмәнов Салауат Рафиҡ улы (30 апрель 1952 йыл) — башҡорт совет һәм Рәсәй композиторы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһын тамамлаған(1979). Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008). Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы композиторҙар союзы ағзаһы. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында доцент. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты ҡарамағындағы материаль булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса комиссия ағзаһы.
Сәлмәнова Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы — композитор һәм педагог, танылған музыкаль династия вәкиле. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |