Эстәлеккә күсергә

Сәрүәр (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сәрүәр— иҫке фарсы теленән башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға таралған ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исеме.

Сәрүәр — «башлыҡ», "етәкс"е мәғәнәһен аңлатҡан мосолман ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исеме. Икенсе мәғәнәһе — селлеккә оҡшаған эре ҡыуаҡ; бохар селеге; Сәрүәр ағасы[1]

« ... Ен-шайтан алмаштырмаһын өсөн балаға Сәрүәр, Йондоҙ, Сулпан кеүек уртаҡ исем ҡушҡандар[2].

»

Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина (псевдонимы Кинйә Мәзит; 8 декабрь 1957 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2000) һәм Журналистар (1982) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005), Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге әҙәби премиялар һәм Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы (2001) лауреаты.

Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов (25 сентябрь 1950 йыл) — уҡытыусы, шағир. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Сәрүәров Ғәрәф Сәрүәр улы(рус. Сарваров Гараф Сарварович 1906 йыл24 февраль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.

Сәрүәр — йәки бохар селеге (рус. Акация, лат. Acacia) ҡуҙаҡлылар (Fabaceae) ғаиләһенә ҡараған ҙур ырыуҙарҙың береһе. Башлыса Австралияла, Африкала, Мексикала һәм Азияла үҫә. Йыш ҡына Европа оранжереяһын һәм теплицаһын биҙәй.

  1. Рәсәй Фәндәр Академияһы Тарих,Тел һәм Әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге /2-се т.». — Мәскәү: «Русский язык», 1998 й. — С. 284-се б..
  2. "Башҡортостан ҡыҙы" Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ