Сәфәрғәли
Сәфәрғәли (Сәфәрғәле) — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәфәрғәли (Cәфәрғәле) — «сәфәр» һәм «ғәли» һүҙҙәрен ҡушып яһалған ҡушма исем[1]. Мосолман халҡында ир баланы исемләйҙәр.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтүрин (15 март 1945 йыл) — ғалим-ботаник, эколог, ҡурайсы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015 йылға тиклем экология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
Ишбирҙин Сәфәрғәли Бәҙретдин улы рус. Ишбердин Сафаргали Бадретдинович; 1905 йыл — 1968 йыл) — Баймаҡ районында колхоз рәйесе, шахтёр-забойсы, шартлатыусы. СССР-ҙың почётлы таусыһы (1952), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1951) кавалеры.
Фамилиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы (15 октябрь 1937 йыл Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Нәби ауылы — 1 август 2003 йыл)— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы) — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», йырсы, зоотехник, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм «Почёт билдәһе» ордены кавалеры (1986).
Сәфәрғәлиев Зыя Сәфәрғәли улы рус. Сафаргалиев Зия Сафаргалиевич 21 сентябрь 1913 йыл — 21 апрель 1990 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945)
Сәфәрғәлин Тайып Әйүп улы рус. Сафаргалин Таип Аюпович 1907 йыл — 19 август 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец, ефрейтор. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943) кавалеры.
Сәфәрғәлиев Ғәфиәт Байрамғәле улы рус. Сафаргалиев Гафият Байрамгалиевич) — (1912 йыл — 12 апрель 1944 йыл), легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой, һуңыраҡ гвардия өлкән сержанты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |