Табан (мәғәнәләр)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Табан:

анатомия
  • Табан - аяҡтың баҫа торған аҫҡы яғы - табан аҫты, табан һөйәктәре
көнкүреш әйберҙәрендә
  • Табан - аяҡ кейеменең аҫҡы өлөшө - быйма табаны, итек табаны,
  • Табан - сана йәки башҡа нәмәнең шыуып бара торған өлөшө - тимер табанлы сана, табанлы тырма
  • Табан - икмәктең аҫҡы яғы
зоологияла
һүҙ төркөмө
  • Табан - бәйләүес - баҡсаға табан, алға табан.
күсмә мәғәнәләрҙә
    • бер табандан - бер төптән, бер уйҙан.
    • йөн табан - шымыҡай, аҫтыртын
    • табан аҫты - аяҡ аҫты
    • күк табан - сана табаны күгәреп күренә башлаған иртә яҙғы иретеп-туңдырып торған осор
    • сүп йәки тиреҫ табан - аяҡ аҫты иреү мәл
    • һыу табан - аяҡ аҫтында һыу йәйелеп ятҡан мәл
    • табан ергә теймәү - ҙур тиҙлек менән, шәп барыу
    • табан яҙҙырмау - бер аҙым артта ҡалмай барыу
    • табан ялтыратыу - ҙур тиҙлек менән ҡасып китеү
« Февраль - күк табан, март - тиреҫ табан

Әйтем

»