Табын кантоны
Табын кантоны | |
---|---|
Табын кантоны | |
Ил | Башҡортостан автономияһы Башҡортостан АССР-ы |
Үҙәге | Оло Үтәш (1919—1920) һәм Еҙем-Ҡаран (1920—1922) ауылдар |
Ойошторолған | 1919 |
Майҙаны | 5 872 км² |
Халҡы | 140 348 кеш. (1920) |
Рәсми телдәр | башҡорт теле |
Табын кантоны (рус. Табынский кантон) — Башҡортостан кантоны.
Административ үҙәге — Оло Үтәш (1919—1920) һәм Еҙем-Ҡаран (1920—1922) ауылдар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].
1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Бөрйән-Түңгәүер кантоны ла була.
Кантон составына Стәрлетамаҡ өйәҙенең (Архангел (бер өлөшө), Бишҡайын, Богоявленск, Боҙаяҙ, Дыуан-Табын, Кесе Табын, Кәлсер-Табын, Меркетле улустары) һәм Өфө өйәҙенең (Бишауыл-Уңғар, Биштәкә улустары) улустары инә.
1922 йылдың 5 октябрендә кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Стәрлетамаҡ кантоны һәм Өфө кантоны составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда — 140 348 кеше (1920).
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны — 5 872 км² (1922). Төньяҡ-көнсығышта — Көҙәй кантоны, көнсығышта — Тамьян-Ҡатай кантоны, көньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнбайышта Өфө губернаһы менән сиктәш була.
Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаһибәк Үзбәков (1918)
- Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы (1920)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нуғаева Ф. Ғ. Табын кантоны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.