Темпл Ширли
Темпл Ширли | |
ингл. Shirley Temple | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
IMDb | |
Темпл Ширли Викимилектә | |
Ширли Темпл, шулай уҡ Шерли Темпл[4](ингл. Shirley Temple; 23 апрель 1928 — 10 февраль 2014) — Америка актрисаһы, сәйәсмән. Кино тарихында тәүге бала-актёр, 1934 йылда «Академияның Йәштәр наградаһын» алыусы («Оскар» премияһын алыусы иң йәш кеше). 1930 йылдарҙа балалар роле буйынса билдәле. Ширли Темпл Бөйөк депрессия ваҡытында иң юғары хаҡ алыусы АҠШ актрисаларының береһе. Актёрлыҡ карьераһы тамамланғандан һуң ул сәйәсәт менән шөғөлләнә, күренекле дипломат һәм Америка илсеһе булып китә.
Америка кино сәнғәте институты уны 100 йыл эсендәге кино йондоҙҙары исемлегендә 18-се урынға ҡуя. Хәҙерге кино белгестәре тарафынан ул бөтә ваҡыттарҙың иң популяр балалар актрисаһы тип иҫәпләнә. 1960-сы йылдар башында актёрлыҡ карьераһын тамамлай, ғүмеренең аҙағына тиклем Калифорнияның кескенә Вудсайд[en] ҡалаһынды йәшәй.
Иртә йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Темпл 1928 йылдың 23 апрелендә Калифорнияла Санта-Моникала хужабикә Гертруда Амелия Темпл (ҡыҙ фамилияһы Крайгер) (15 июль 1893 — 1 ғинуар 1977) һәм банк хеҙмәткәре Джордж Френсис өлкән-Темпл (21 май 1888 — 4 июнь 1980) ғаиләһендә тыуа. Темпл ғаиләһе голланд, немец һәм инглиз тамырҙарына эйә. Ширлиҙың ике өлкән ағаһы— Джон Стэнли (3 ғинуар 1915 — 24 декабрь 1985) һәм Джордж Френсис-кесе (24 ғинуар 1919 — 27 май 1996) була. Гертруда ҡыҙының актёрлыҡ, йырсы һәм бейеү һәләтен иртә күрә, һәм 1931 йылдың сентябрендә өс йәшлек Темпл Лос-Анджелеста Мэглин Киддиз мәктәбенә уҡырға инә.
Ошо осорҙар тирәһендә телһеҙ кино актрисаһы Мэри Пикфордҡа оҡшатып, Гертруда Ширлиҙың сәстәрен локонға урай башлай, ул һөҙөмтәлә киләсәктә уның визит карточкаһына әүерелә һәм шул уҡ ваҡытта миф тыуҙыра: йәнәһе ул парик кейеп йөрөй, ошоноң арҡаһында Темпл артабан табыныусыларының һөжүменә дусар була, улар, мифтың нөсхәлеген тикшереү өсөн, уның сәсенән тартҡылайҙар. Ширли үҙе оҙаҡ йылдар үткәс, ысынлап та реаль парик йөрөтөү өсөн бик ҡиммәт бирер инем, тип таный. Һәр кис һайын йоҡо алдынан оҙаҡ һәм йонсотҡос сәс урау, уны күҙҙәрҙе әсетеүсе һеркә менән аҙна һайын сайҡауҙы хәтерләй. Гертруда шулай уҡ ҡыҙына ни өсөн барыһының да уны тотоп ҡарарға тырышыуҙарын ошолай итеп аңлата: «Кешеләр бесәй балаларын, кроликтарҙы һәм бәләкәй ҡошсоҡтарҙы ярата. Ә һин — бесәй балаһы»[5].
1932 йылдың ғинуарында «Educational Pictures» киностудияһынан агенттар мәктәпкә килә һәм Темплға иғтибар итә, шунан һуң уның менән контракт төҙөй. Тәүге эштәре — «Baby Burlesks» киносериалында реклама һәм ҙур булмаған ҡыҫҡа метражлы фильмдар. 1934 йылда Ширли «Tower Productions» компанияһына «тапшырыла», унда беренсе «Red-Haired Alibi» тулы метражлы нәфис фильмында уйнай. Һуңынан Ширлиҙы «Universal», «Paramount» һәм «Warner Bros» студияларына «биреп тора» башлайҙар, уларҙың фильмдарында ул шулай уҡ эпизодик ролдәр башҡара башлай.
Кинокарьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Fox films»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1933 йылда «Educational» бөлгөнлөккә төшә һәм 1934 йылдың февралендә Темпл «Fox Film Corporation» менән конракт төҙөй, унда шул уҡ йылдың апрелендә Ширли ҡатнашлығында «Вставай и пой!» фильмы сығарыла, ул Темплдың иҡтисади ынтылышы була. «Fox» уның актёрлыҡ потенциалын һәм һөйкөмлөлөгөн тиҙ баһалай һәм шуға күрә ошо ваҡыттан алып Ширлиҙың эш хаҡы аҙнаһына 1250 доллар тәшкил итә, ә Гертруда, ҡыҙының шәхси тренеры һәм парикмахеры булараҡ, 150 доллар ала. Артабан ул уның менеджеры тиерлек була һәм Гертруда режиссёрҙарҙан башҡа актёрҙарҙың ролдәрен ҡыҫҡартыуҙы талап итә (Әгәр ҙә улар үҙҙәренә ҡыҙынан иғтибарҙы йәлеп иткән кеүек тойолһа), йәки сценарийҙарға ҡаршы килә башлай (ҡыҙы үҙенә яраҡһыҙ персонаждар ролен башҡарған кеүек тойолһа). Шул уҡ йылдың июнендә «Paramount» Темплдың икенсе уңышын — "Бәләкәй мисс Маркер"ды сығара.
1934 йылдың февралендә «Сияющие глазки» фильмы сыға, ул Темпл карьераһында беренсе фильм була, унда уның исеме афиша исеме аҫтында эре хәрефтәр менән яҙыла. Сюжеты махсус Темплға һәм уның бейеү һәм йырлау һәләтенә тап килтерелә. Тап ошо фильм Темплға ҙур популярлыҡ алып килә, ә фильмда башҡарылған «On the Good Ship Lollipop» йыры 500 мең күсермә менән тарала. «Сияющие глазки» фильмының уңышы Голливудҡа Ширлиҙың буласаҡ ролдәрен билдәләй: һөйкөмлөгө менән өлкәндәрҙең тупаҫлығын йомшартырға мәжбүр иткән матур берәҙәк ҡыҙ, етем йәки ярым етем ҡыҙ.
1935 йылдың февралендә Темпл үҙенең кино ҡаҙаныштары өсөн «йәштәр» Оскарын алыусы тәүге бала-актёр була, ә бер ай үткәс, 14 мартта, ҡытай театры Грауман янында асфальтта үҙенең ҡул һәм аяҡ эҙҙәрен ҡалдыра. Һуңғыһы Темпл шәхесенә ҡарата икенсе миф менән бәйле була: ғәҙәттә, актёрҙар, аяҡ эҙҙәрен ҡалдырып, аяҡ кейемен сисмәйҙәр, ләкин Темпл тап бының өсөн аяҡ кейемен сисә, был икенсе сәбәп менән бәйле: шул осорҙағы фильмдарҙың береһендә лә Темплдың ауыҙында һөт тештәренең төшкән тишектәрен күреп булмай, был һөҙөмтәлә Темплдың бәләкәй ҡыҙ түгел, ә өлкән кәрлә икәнлеге тураһында миф (был һуғыш алды Европала бик популяр була) тыуҙыра. Ысынбарлыҡта «Fox» менән хеҙмәттәшлеге осоронда уҡ Темпл һөт тештәрен даими юғалта, улар кино төшөрөү өсөн протездар менән алмаштырыла. Шул уҡ көндә, 1935 йылдың 14 мартында, 6 йәшлек Темплдың алғы тештәренең береһе булмай, шуның арҡаһында ул йылмая алмай һәм, аяҡ кейемен сисеп, үҙенең эҙҙәрен ҡалдырырға ҡарар итә, ул был журналистарҙың һәм фотографтарҙың иғтибарын үҙенең йөҙөнән ситкә йүнәлтә, тип иҫәпләй.
«Twentieth Century Fox»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1933 йылда «Fox Films» «Twentieth Pictures Century» менән берләшкәндән һуң, яңы барлыҡҡа килгән «Twentieth Century Fox» студияһының башлығы Дэррил Занук студияның бөтә иғтибарын, ресурстарын һәм мөмкинлектәрен Темплдың суперйондоҙ статусын культивациялауға туплай. 19 сценаристан торған махсус төркөм ойошторола, улар Ширли өсөн махсус 11 оригиналь сценарий һәм классиканан бер нисә яраҡлашыу яҙа. Студия территорияһында Темпл өсөн махсус ҡунаҡ бүлмәһе диуарҙарында фрескалар менән биҙәлгән дүрт бүлмәле бунгало төҙөйҙәр; өй эргәһендә бәүелсәктәр менән аҡлан йәшәрә. Зануктың балалыҡ дуҫы Джон Гриффит Темплдың шәхси һаҡсыһы була. Йәш актриса менән контракт төҙөү бер ни тиклем яңыртыла, ҡыҙҙың йәшен саҡ ҡына кәметеү һәм балалар ролендә оҙағыраҡ төшөрөү маҡсатында унда уға тыуған йылына «төҙәтмәләр» индерәләр (1928 йылды 1929 йылға төҙәтәләр[К 1]).
Ширлиҙың кинолағы карьераһы Бөйөк депрессия йылдарына тура килгәнлектән, ул төшкән фильмдар, асылда, американлыларға ҡырыҫ ысынбарлыҡтан ситләшеүгә мөмкинлек биреү өсөн уйланыла: уның ҡатнашлығындағы кинокартиналарҙы ҡарағанда тамашасылар күпмелер ваҡытҡа күңел асырға һәм тормош проблемаларын оноторға мөмкинлек ала. Франклин Рузвельт шул йылдарҙа ул ваҡыт өсөн аҙ табышлы булһа ла уңышҡа эйә булған уның фильмдарын шәхси ҡарарға тәҡдим итә, (200 йәки 300 мең доллар), ә Темплдың ролдәре башлыса бер типта була: уның героинялары фәрештәгә оҡшаған ҡыҙҙар була, улар айырым йәшәгән ата-әсәләрҙе берләшергә ярҙам итә, йәки йәш ғашиҡтарҙы татыулаштыра. Героинялар үҙҙәре, үрҙә әйтелгәнсә, күпселек осраҡта тулы булмаған ғаиләлә үҫкән — әсәһеҙ йәки атайһыҙ, — йәиһә бөтөнләй берәҙәк булған. Әммә, бик күп балаларҙыҡы кеүек үк, Темпл ҙурайған һайын һәм үҫмер сағы яҡынлашыу менән уның фәрештә кеүек тышҡы ҡиәфәте әкренләп юҡҡа сыға, шул сәбәпле шул уҡ ваҡытта уның ампулаһы ла үҙгәрә: ролдәрҙә сабыйҙар сафлығы әкренләп малайҙарса шуҡ холоҡҡа урын бирә.
Темплдың популярлығы өҫтәмә продукция етештереүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, 1934 йылдан 1941 йылға тиклем уйынсыҡтар етештереү буйынса «Айдиал-Той» компанияһы «Вставай и пой!» фильмындағы уның героиняһын һүрәтләгән ҡурсаҡтар сығара, һәм был осорҙа тотош серияны һатыуҙан алынған табыш 45 миллион доллар тәшкил итә. Темпл рекламаһы аҫтында ҡыҙҙар өсөн өҫ кейеме һәм аксессуарҙар линияһы, ноталар, һауыт-һаба, көҙгөләр, закладкалар һәм башҡалар сығарыла. 1935 йылдың аҙағына Темплдың килеме реклама өсөн авторҙың түләүҙәренән 100 мең долларҙан арта, был кино төшөргән өсөн гонорарҙарынан ике тапҡырға күберәк була, ә 1936 йылда Темплдың реклама килеме 200 мең долларҙан ашып китә.
1935 йылда Гертруда һәм Джордж, Занук үтенесе буйынса, яңы контракт төҙөргә ризалығын бирә, уның буйынса студия Ширли ҡатнашлығында йылына дүрт фильм сығарыуға бурыс ала. Темплдың ата-әсәһе йылына тик өс фильм теләй, әммә шулай ҙа килешеү төҙөй, сөнки ул бер нисә бонус менән нығытыла. Занук үҙе Темпл фильмдары бюджетын арттыра башлай, ә майҙансыҡ буйынса уның партнерҙары йыш ҡына А категорияһынан актёрҙар була. Уның фильмдары иң табышлы була, әммә уларҙы Америка тәнҡитселәре генә тейешле баһалай.
1938 йылдың майында «Бойондороҡһоҙ театр ассоциацияһы хужалары» ойошмаһы Темплды рекламаға беркетелгән ҙур гонорар алыусы актёрҙар исемлегенә индерһен өсөн «The Reporter Hollywood» журналына реклама өсөн түләй (Шул уҡ ваҡытта Кэтрин Хепбёрн һәм Джоан Кроуфорд кеүек актрисалар хаҡында был рекламала былай тиелгән: «Уларҙың касса йыйымы — нуль»).
Карьераһының һуңғы көндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ширлиҙың кинолағы карьераһындағы проблемалар уның ҡатнашлығында өс «Ребекка с фермы Саннибрук», «Маленькая мисс Бродвей» һәм «За углом» фильмдары сыҡҡан ваҡытта, шул уҡ 1938 йылда башлана. Һуңғы икәүһен тәнҡитселәр насар баһалай, ә «За углом» Темпл карьераһында билеттар һатыуҙың түбән булыуын күрһәткән беренсе фильм була. Шуға ҡарамаҫтан, Ширли студияның касса фавориттары араһында беренсе урынды биләүен дауам итә һәм үрҙә телгә алынған фильмдар менән уңышһыҙлыҡты киләһе йылда, «Маленькая Принцесса» (1939) сыҡҡандан һуң, компенсацияларға мөмкин була, был фильм тәнҡитселәр тарафынан ыңғай баһалана һәм ҙур касса йыя. Шул уҡ ваҡытта Занук, Ширлиҙың тиҙҙән балалар роленән үҫмерҙәр роленә күсеүен тойоп, (уларҙа студия аҡса эшләй алмаясаҡ), уға «Волшебник страны Оз» фильмында Дороти ролендә төшөргә ирек бирмәй (икенсе версия буйынса Ширли профессиональ кимәлдә йырлай белмәгәнлектән был ролде юғалта һәм, шул уҡ ваҡытта ул «FOX» студияһы актрисаһы була, ә был фильмды «MGM» студияһы төшөрә) һәм бының урынына ул уны башҡа фильмда — «Сюзанна с гор» (1939) фильмында төшөрә, был уның карьераһында һуңғы фильм була һәм Ширли исеменә аҙмы-күпме насар булмаған касса йыя. Шул уҡ ваҡытта фильм тоноҡ һәм насар сыға, шул арҡала студияның касса фаворитттары араһында, 1938 йылдан айырмалы рәүештә, 1939 йылда бишенсе урынға сыға.
Шул уҡ йылда Сальвадор Дали «Ширли Темпл — үҙ ваҡытының иң йәш һәм иң изге кино монстры» тигән картина яҙа. Картина коллаждан тора, унда Ширли сфинкс ҡиәфәтендә һүрәтләнә: гәзит фотоһүрәтенән ҡырҡып алынған башы ҡыҙыл арыҫландың кәүҙәһенә беркетелгән, уның тирәләй кеше һөйәктәре ята, ә башында ярғанат ултыра. Картина Голливудтың кинойондоҙ-балаларын сексуализациялауға сатира булараҡ тасуирлана. Әйтергә кәрәк, быға тиклем ике йыл алдан Британия тәнкитсеһе Грэм Грин Темплдың «Крошка Вилли Винки» (1937) фильмын ныҡ тәнҡитләгән ине, унда ул уны 9 йәшлек ҡыҙ өсөн бик өлкәндәрсә булыуын билдәләй.
Ниһайәт, 1940 йылда сыҡҡан «Синяя птица» һәм «Молодые люди» фильмдары сыға, улар прокатта ҙур уңышһыҙлыҡҡа тарый. Өҫтәүенә, беренсе фильмға (Оскарға ике номинация ла алһа ла), уны Занук тамашасылар араһында футуристик әкиәт популяр буласаҡ, тип иҫәпләп, шул уҡ «Волшебник страны Оз» фильмы тәьҫораттары аҫтында төшөрөп алһа ла, тәнҡит нығыраҡ эләгә: бында персонаж Темпл— ҡыҙ Митиль — эгоистик һыҙаттарға эйә була, хәйер, фильм аҙағына, үҙе өсөн һабаҡ алып, төҙәлә һәм ыңғай була. Темплдың бындай роле тамашасыларға оҡшамай, сөнки алдағы фильмдарҙа персонаждар араһында тик ыңғай һыҙаттар була (хәйер, улар ҙа һирәкләп тормош һабаҡтары алһа ла), етмәһә етеп килгән Икенсе донъя һуғышы ла үҙ өлөшөн индерә. Шул уҡ ваҡытта, 1939 йылдың 24 декабрендә «Синяя птица» премьераһына тиклем бер ай алдан, «Скрин-Гилд» радиотеатры тапшырыуы сиктәрендә Темпл ҡатнашлығында радиопьеса фильмы нигеҙендә яҙылған трансляция ойошторола. Темпл йырҙарҙың береһен башҡарғанда, аудиторияла аҡылдан яҙған бер ҡатын уға пистолет тоҫҡай. Уны полиция тотоп ҡала, ләкин трансляция боҙолмай, ә Темпл һәм башҡа актёрҙар тотанаҡлыҡты һаҡлап ҡала ала, шул сәбәпле бер тыңлаусыларҙың береһе лә бер нәмә лә белмәй ҡала. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, ҡатын балаһын шул көндө, матбуғатҡа ярашлы, Темпл тыуған көндә юғалтҡан, һәм ул Темпл уның ҡыҙының йәнен урлаған тип үҙ-үҙен ышандырған. Ҡатын Темплдың ысынында бер йәшкә өлкән икәнен белмәгән.
Темпл студияның башҡаса касса йондоҙо булмағанлыҡтан, уның ата-әсәһе контракттың ҡалған өлөшөн һатып алып, Ширлиҙы Лос-Анджелестағы Уэстлейк ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбенә ебәрә. Темплдың студия бунгалоһы һүтелә һәм офис комплексына үҙгәртеп ҡорола.
Һуңғы фильмдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киләһе 1941 йылда Ширли төшмәй тиерлек, әммә һабынлы опералар ҡуйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Һуңынан, уны Харди тураһында фильмдар серияһына йәлеп итергә ниәтләп, уның менән «MGM» контракт төҙөй, Микки Руни һәм Джуди Гарленд партнерҙары булырға тейеш була, ләкин артабан был идеяны кире ҡағалар. 1988 йылда Ларри Шоу Кингта һәм автобиографияһында Темпл бының сәбәбе булып «MGM» башлығы Артур Фрид менән талаш була, тип хәбәр итә. Һуңынан Темпл, Гарленд һәм Руниҙы «Юнцы на Бродвее» (1941) фильмында файҙаланырға ҡарар итәләр, әммә «MGM», Гарленд-Руни дуэты (уларҙың дуэты шул мәлгә Энди Харди тураһында фильмдар серияһы буйынса тамашасыларға киң билдәле була) Темплды артҡы планға шылдырасаҡ , тип һиҙенә һәм шуға күрә уны Вирджиния Уайдлер менән алмаштыра. Һөҙөмтәлә Темплдың «MGM» өсөн берҙән-бер фильмы «Кэтлин» (1941) була, унда ул атаһының иғтибары етмәүҙән интеккән бәхетһеҙ үҫмер ҡыҙ ролен уйнай. Темплдың персонажы карьераһының иң юғары нөктәһендәге ролдәрҙән аҙ айырылыуға ҡарамаҫтан, «Кэтлин» бер ниндәй ҙә уңыш ҡаҙанмай һәм Темплдың «MGM» менән килешеүе ике яҡтың да килешеүе буйынса өҙөлә. Киләһе йыл Темпл киноэкранға ҡайтыу өсөн яңы ынтылыш яһай, «United Artists» менән контракт төҙөй һәм «Мисс Энни Руни» (1942) фильмында төшә, был уның карьераһында үбешкән тәүге фильм була (шул ваҡытта уға 14 йәш була). Был фильм да уңышһыҙ була (Темпл үҙе лә быны таный). Ошонан һуң Темпл ике йылға кинонан китә, иғтибарын мәктәп тормошона йүнәлтә.
1944 йылда Дэвид Селзник Ширли менән шәхси дүрт йыллыҡ контракт төҙөй. Шул уҡ йылда уның ҡатнашлығында ике хәрби кинохит сыға: «С тех пор как вы ушли» һәм «Увидимся». Әммә Селзник күпмелер ваҡыттан һуң Дженнифер Джонс менән мауыға башлай, уның менән романы башлана, һөҙөмтәлә ул Темплдың кинокарьераһын үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын юғалта һәм уны башҡа студияларға «бирә», Темпл «Поцелуй и скажи» (1945), «Холостяк и девчонка» (1947, был уның персонажы алкоголь ҡабул иткән беренсе фильмы була) һәм «Форт Апачи» (1948 фильмдарында төшә. Был кинокартиналар шул осорҙа уның карьераһында берҙән-бер уңышлы фильмдар була, әммә Темпл героинялары сюжетта инде төп булмай. Артабан, биограф Роберт Уайндлерға ярашлы, Темплдың карьераһы түбәнәйә башлай. Ширлиҙың кинолағы карьераһы ҡурҡыныс хәлдә ҡала һәм Селзник уға сит илгә күсергә, унда исемен алмаштырып, яңынан кинокарьераһын башларға тырышыу мөмкинлеген тәҡдим итә, әммә инде өлкән ролдәр актрисаһы булараҡ. 1950 йылдың авгусында Бродвейҙың «Питер Пэн» постановкаһы өсөн уңышһыҙ тыңлауҙарҙан һуң Темпл үҙенең һуңғы фильмдарының уңышһыҙлығын таный һәм 16 декабрҙә кинола карьераһын тамамлау тураһында рәсми белдерә. Уның иң һуңғы фильмы 1949 йылда сыҡҡан «Поцелуй для Корлисссс» фильмы була.
Һайланма фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1932 йылдан 1949 йылға тиклем Ширли Темпл 58 фильмда төшкән, шуларҙың 14-е ҡыҫҡа метражлы була.
- 1934 — Каролина[en] / Carolina — Джоан Коннелли (в титрах не указана)
- 1934 — Вставай и пой![en] / Stand Up and Cheer! — Ширли Дуган
- 1934 — Измена[en] / Change of Heart — девочка на аэроплане (в титрах не указана)
- 1934 — Маленькая мисс Маркер / Little Miss Marker — Марти Джейн
- 1934 — Браво, малышка![en] / Baby Take a Bow — Ширли Эллисон
- 1934 — Сейчас и навсегда[en] / Now and Forever — Пенелопа Дэй
- 1934 — Сияющие глазки[en] / Bright Eyes — Ширли Блейк
- 1935 — Маленький полковник[en] / The Little Colonel — Ллойд Шерман
- 1935 — Наша маленькая девочка[en] / Our Little Girl — Молли Миддлтон
- 1935 — Кудряшка[en] / Curly Top — Элизабет Блэр
- 1935 — Маленькая бунтарка[en] / The Littlest Rebel — Вирджиния Кэри
- 1936 — Капитан Январь[en] / Captain January — Хелен Мейсон
- 1936 — Бедная маленькая богатая девочка[en] / Poor Little Rich Girl — Барбара Берри
- 1936 — Ямочки[en] / Dimples — Сильвия Долорес Эпплби
- 1936 — Безбилетник[en] / Stowaway — Барбара Стюарт
- 1937 — Крошка Вилли Винки / Wee Willie Winkie — Присцилла Уильямс
- 1937 — Хейди[en] / Heidi — Хейди Крамер
- 1937 — Али-баба едет в город[en] / Ali Baba Goes to Town — камео (в титрах не указана)
- 1938 — Ребекка с фермы Саннибрук[en] / Rebecca of Sunnybrook Farm — Ребекка Уинстед
- 1938 — Маленькая Мисс Бродвей[en] / Little Miss Broadway — Бетси Браун Ши
- 1938 — За углом[en] / Just Around the Corner — Пенни Хейл
- 1939 — Маленькая принцесса[en] / The Little Princess — Сара Крю
- 1939 — Сюзанна с гор[en] / Susannah of the Mounties — Сюзанна Шелдон
- 1940 — Синяя птица[en] / The Blue Bird — Митил
- 1940 — Молодые люди[en] / Young People — Венди Баллантайн
- 1941 — Кэтлин[en] / Kathleen — Кэтлин Дэвис
- 1942 — Мисс Энни Руни[en] / Miss Annie Rooney — Энни Руни
- 1944 — С тех пор как вы ушли / Since You Went Away — Бриджет Хилтон
- 1944 — Увидимся[en] / I’ll Be Seeing You — Барбара Маршалл
- 1945 — Поцелуй и скажи[en] / Kiss and Tell — Корлисс Арчер
- 1947 — Медовый месяц[en] / Honeymoon — Барбара Олмстед
- 1947 — Холостяк и девчонка[en] / The Bachelor and the Bobby-Soxer — Сьюзан
- 1947 — Эта девушка из Хагена[en] / That Hagen Girl — Мэри Хаген
- 1948 — Форт Апачи / Fort Apache — Филадельфия Тёрсдей
- 1949 — Мистер Бельведер едет в колледж[en] / Mr. Belvedere Goes to College — Эллен Бейкер
- 1949 — Приключение в Балтиморе[en] / Adventure in Baltimore — Дина Шелдон
- 1949 — История Фаворита[en] / The Story of Seabiscuit — Маргарет О’Хара Ноулз
- Телевидение
- 1958—1961 — Сборник рассказов Ширли Темпл[en] / Shirley Temple’s Storybook — төрлө ролдәр (12 эпизодта)
- 1963 — Шоу Красного Скелета[en] / The Red Skelton Show — дебютантка (1 эпизодта)
Телевидение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]8 йыл үткәс Темпл, ул ваҡытҡа әсә булғас, телевидениела карьераһын башлай, унда NBC каналында 1958 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем уның «Сборник рассказов Ширли Темпл» шоуы сыға, ул популяр балалар китаптарының телеспектаклдәр рәүешендә яраҡлаштырылыуынан ғибәрәт. Темпл үҙе алып барыусы, хикәйәсе ролендә сығыш яһай, һәм өс сығарылышта төп ролдәрҙе башҡара, ә өс балаһы «Матушка гусыня» раштыуа әкиәтендә төшә. Шоу бик популяр була, әммә ҡайһы бер ауырлыҡтарға осрай: әкиәттәрҙе сәхнәләштереү өсөн махсус эффекттарҙа етешһеҙлектәр кисерә, актерҙарҙың күпселеге дилетант була, шоуҙың үҙенең эфирға сығыу өсөн даими ваҡыты булмай. 1960 йылдың сентябрендә шоу «Шоу Ширли Темпл» исеме аҫтында яңыртыла (хәҙер ул төҫлө күрһәтелә, алдағы миҙгелдәрҙә ҡайһы бер сығарылыштарҙан тыш, ҡара-аҡ сығарыла), әммә «Мэверик», «Лессяи» һәм «Деннис-мучитель» менән ҡаты конкуренция арҡаһында шоу 1961 йылдың сентябрендә ғәмәлдән сығарыла.
Артабан Темпл төрлө шоуҙарҙа һирәкләп ҡунаҡ сифатында күренә.
Сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ширли Темпл Блэк | |||
Shirley Temple Black | |||
| |||
---|---|---|---|
23 августа 1989 года — 12 июля 1992 года | |||
Вице-президент: | Дэн Куэйл | ||
Президент: | Джордж Буш-старший | ||
Алдан килеүсе: | Джулиан Ничик | ||
Дауамсы: | Адриан Энтони Басора | ||
Тыуған: | 23 апрель 1928 Санта-Моника, США | ||
Үлгән: | 10 февраль 2014 (85 йәш) Вудсайд[en], Калифорния, США | ||
Ерләнгән: | Альта-Меса[d] | ||
Исеме: | Ширли Темпл | ||
Атаһы: | Джордж Френсис Темпл-старший | ||
Әсәһе: | Гертруда Амелия Крайгер | ||
Ире: | Джон Джордж Агар (1945—1950) Чарльз Олден Блэк (1950—2005) | ||
Балалары: | дочери: Линда Сьюзен Блэк, Лори Бэк сын: Чарльз Олден Блэк-младший | ||
Партия: | Республиканская партия[d] | ||
Белеме: | Гарвард — Уэстлейк[d] | ||
Сайт: | shirleytemple.com | ||
Автограф: | |||
1967 йылда Темпл телевидениенан киткәндән һуң Калифорнияның Республика партияһы активисткаһы булып китә һәм АҠШ-тың Вәкилдәр палатаһына бушаған урынға консерватор булараҡ һайланырға маташа, ләкин Вьетнамдағы һуғышҡа ҡырҡа ҡаршы сығыусы либерал республиканлы Пит Мак-Клоускейҙан еңелә.
Шуға ҡарамаҫтан, президент Ричард Никсон 1969 йылдың сентябренән декабренә тиклем уны БМО-ның Генераль Ассамблеяһының 24-се сессияһына АҠШ вәкиле итеп тәғәйенләй, ә 1974 йылдың 6 декабренән 1976 йылдың 13 июленә тиклем президент Джеральд Форд тарафынан Ганала АҠШ илсеһе итеп тәғәйенләнә. 1976 йылдың 1 июленән 1977 йылдың 21 ғинуарына тиклем Темпл АҠШ-тың протокол етәксеһе ролен башҡарған беренсе ҡатын-ҡыҙ була һәм президент Джимми Картер инаугурацияһында бер нисә сараға яуаплы була. 1989 йылдың 23 авгусынан 1992 йылдың 12 июленә тиклем Чехословакияла АҠШ илсеһе итеп тәғәйенләнә (президент Джордж буш-өлкән тәғәйенләй).
Темпл антикоммунистик ҡараштарға эйә була, 1968 йылда Чехословакияға баҫып инеүҙе хөкөм итә, һәм шунда илсе булараҡ, Тимер шаршауҙың ҡолауын сәләмләй.
Рак
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1972 йылдың көҙөндә Ширлиҙың һөт биҙҙәре яман шеше асыҡлана, уға мастэктомия ҡулланып уңышлы операция яһала. Бер йылдан һуң Темпл был хаҡта киң мәғлүмәт сараларында һөт биҙҙәренең яман шеше булыуын асыҡтан-асыҡ әйткән тәүге мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе була
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылда 15 йәшлек Темпл армияның авиация корпусы сержанты һәм физик әҙерлек уҡытыусыһы, Джон Джордж Агараны (31 ғинуар 1921 — 7 апрель 2002) осрата. 1945 йылдың 19 сентябрендә, Ширлиға 17 йәш тигәндә, улар Уилширҙың Методист сиркәүендә епископаль тантанала 500 ҡунаҡ алдында никахлаша (Темплдың ике ағаһы ла уның туйында шафер булып сығыш яһай). 1948 йылдың 30 ғинуарында уларҙың ҡыҙы — Линда Сьюзан тыуа. Агар һуңынан профессиональ актёр була һәм парҙар бергә ике: «Форт Апачи» (1948) һәм «Приключение в Балтиморе» фильмында төшә. Әммә никах ныҡлы булмай һәм 1949 йылдың 5 декабрендә улар айырылыша. Айырылышыу ваҡытында Темпл ҡыҙын опекаға ала, һәм ҡыҙ фамилияһын тергеҙә. Айырылышыу 1950 йылдың 5 декабрендә тамамлана.
1950 йылдың ғинуарында Темпл АҠШ разведкаһының бай диңгеҙ офицеры Чарльз Олден Блэкты (6 март 1919 — 4 август 2005) осрата. Улар 1950 йылдың 16 декабрендә уның ата-әсәһе йортонда Дельта-Монтела (Калифорния штаты), күп булмаған туғандары һәм дуҫтары алдында өйләнешә. 1952 йылдың 28 апрелендә улдары Чарльз Олден Блэк-кесе донъяға килә, ә 1954 йылдың 9 апрелендә — ҡыҙҙары Лори. Ширли һәм Чарльз 2005 йылдың 4 авгусына ҡәҙәр, иренең һөйәк мейеһе ауырыуынан үлгәнгә тиклем бергә йәшәй.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ширли 2014 йылдың 10 февралендә 85 йәшендә Калифорнияның Вудсайд ҡалаһында үҙ йортонда вафат була[6]. Ғаиләһе үлеменең сәбәбен тәбиғи тип белдерһә лә, 2014 йылдың 3 мартында баҫылып сыҡҡан үлем тураһындағы таныҡлыҡта үлеменең сәбәбе үпкәнең хроник обструктив ауырыуы күрһәтелә: Темпл сәмле тәмәке тартыусы була, ләкин балаларға һәм табыныусыларына насар өлгө күрһәтмәҫ өсөн был ғәҙәтен публикаға күрһәтергә тырышмай. Үлеме ваҡытында Темплдың, өс балаһынан тыш, бер ейәнсәре һәм ике бүләсәһе була. Уның кәүҙәһе яндырыла, көлө ғаиләһенә бирелә һәм һуңғараҡ Альта-Меса зыяратында ерләнә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оскар 1934 — «Академияның йәштәр бүләге»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Только в 21 год, став совершеннолетней, Темпл обнародовала свой реальный возраст и дату рождения
- ↑ В 1935 году Рузвельты пригласили Темпл и её родителей к себе на ужин в Вашингтоне. Согласно биографу Темпл Энн Эдвардс, в какой-то момент Элеонора Рузвельт склонилась над уличным грилем, после чего получила сзади удар камешком, выпущенным из рогатки, которую Темпл всё время таскала с собой.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119260328 // Shirley Temple (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 Shirley Temple // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Темпл Кино: Энциклопедический словарь Гл.ред. С. И. Юткевич; Редкол. Ю. С. Афанасьев, В. Е. Баскаков, И. В. Вайсфельд и др.— М.: Советская энциклопедия, 1987.;— С. 420.;— 640 с.;— 100 000 экз.
- ↑ Ширли Темпл: В мире больших людей (инг.), Журнал «Сеанс». 16 август 2018 тикшерелгән.
- ↑ Shirley Temple, former Hollywood child star, dies at 85 (11 февраль 2014). 11 февраль 2014 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- shirleytemple.com — Темпл Ширли рәсми сайты
- 23 апрелдә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- 10 февралдә вафат булғандар
- 2014 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Персоналии по алфавиту
- Голливудтың дан аллеяһы
- «Оскар» йәштәр премияһы лауреаттары
- АҠШ сәйәсмәндәре
- АҠШ Республика партияһы ағзалары
- XX быуат йырсылары
- АҠШ йырсылары
- Алфавит буйынса йырсылар
- XX быуат актрисалары
- АҠШ актрисалары
- Алфавит буйынса актрисалар